Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мең кәрәкмәһә, бер кәрәк
Мең кәрәкмәһә,  бер кәрәк …Бынан ике йыл элек Удмурт Республикаһында ҡот осҡос фажиғә хаҡында яҙып сыҡтылар. Бер юлы туғыҙ машина бәрелде ул саҡта. Әммә ваҡиғаның әһәмиәте һанда түгел, аварияға шаһит булыусылар 39 йәшлек ирҙе автомобиленән сығара алмай, һөҙөмтәлә водитель тереләй яна. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә барыһы ла һуң була инде.
Был ваҡиғаның бигерәк тә шуныһы тетрәндерә – бихисап кеше машина тирәләй уралып йүгерә, ә ҡотҡарыуҙарын үтенеп ҡысҡырған бәләгә тарыусыға бер нисек тә ярҙам итә алмай, сөнки иҙелгән тимерҙе еңел генә аҡтарыу мөмкин түгел. Шулай ҙа ярҙамға ашыҡҡан кешеләрҙең утты һүндерергә мөмкинлектәре бар ине, дөрөҫөрәге, булыр ине… әгәр ҙә ут һүндергестәре сафта булһа. Видеояҙманан күренеүенсә, янған машина янына йүгереп килеүселәр әлеге ҡорамалдарын эшләтеп ҡарай, әммә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡанлығы аңлашылып тора. Баллондарҙан порошок хатта ергә ҡойола-ҡойола килә.
Үкенескә ҡаршы, ут һүндергестәрҙе автоһәүәҫкәр башлыса автоинспектор тикшергәндә күрһәтер өсөн һаҡланған ҡорамалдар булараҡ күҙ алдына килтерә. Ғәмәлдә, уның уйламағанда кәрәк булып ҡуйыуы ихтимал. Мәҫәлән, автомобиль электр ҡорамалдарынан, яғыулыҡ системаһы сафтан сығыуҙан янып китеү йыш осраҡ. Шулай уҡ янғын енәйәт сүрәтендә лә күренеш ала.
Нисек кенә булмаһын, ут һүндергес һәр саҡ машинала булырға тейеш. Хатта ҡайһы бер тәжрибәле водителдәр уны алғы пассажир ултырғысы аҫтында тоторға кәңәш итә. Мәҫәлән, авария мәлендә водитель тышҡа сыға алмаһа ла, янғын булған осраҡта ут һүндергесте ҡуллана ала. Шулай уҡ багажник та һәр саҡ асылмауы ихтимал.
Әммә янда тотоу бер, ҡорамал һәр саҡ сафта булырға тейеш. Хәҙерге иҫәпкә бар, һанға юҡ техник күҙәтеүҙәрҙе күҙ уңында тотҡанда, ут һүндергестең талаптарға тура килгәне шик белдерә.
Ут һүндергес ваҡыт үтеү менән сифатын юғалта башлай (порошоктағы файҙалы матдәләр юҡҡа сыға, баҫым көсө кәмей), шуға уны ниндәйҙер ваҡыт арауығы үткәс йәнә тикшерергә, порошок өҫтәргә, баҫымын көсәйтергә талап ителә. Ғәҙәттә, бындай хеҙмәтте янғын һүндереү, янғынға ҡаршы һаҡ отряд-бүлектәрендә башҡаралар. Порошоклы ут һүндергес – 1,5 йылдан, углекислоталыһын биш йыл һайын хеҙмәтләндереп (йүнәтеп) торалар. Әйткәндәй, был ҡорамалдар ГОСТ-ҡа тап килергә тейеш. Был йәһәттән артабанғы яҙыуҙарҙы иҫтә ҡалдырырға: Р51057-2001 һәм НПБ 155-2002.
2017 йылда ут һүндергестәргә ҡарата талаптар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Еңел автомобилдәр өсөн ике литр күләмле һәм йөк машиналарына биш литрлы ут һүндергес ҡаралған. Ҡорамалдарҙың ауырлығы ла күрһәтелгән литр һандарынан кәм булырға тейеш түгел. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, буш, яртылаш тултырылған көйө йөрөтөү тыйыла.
Күп булмай, бер була, ти халыҡ. Беҙҙең хәүефлегебеҙ тәү сиратта тикшергән автоинспекторға ла, техник күҙәтеү үткәреүсегә лә түгел, үҙебеҙгә кәрәк. Һәр талапҡа яуаплылыҡ менән ҡараһаҡ ине.


Автор: Р. МАНСУРОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512