Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошонан йәм, эшенән тәм таба
 Тормошонан йәм,  эшенән тәм таба “Ғүмереңде яңынан ҡабатларға мөмкинлек булһа, берәй нәмәне үҙгәртер инеңме?” тигән һорауға Рая Заһит ҡыҙы бер ниндәй икеләнеүһеҙ “Юҡ!” тип яуап бирҙе. Күптән түгел генә ярты быуатлыҡ матур юбилейын билдәләгән замандашыбыҙ, ысынлап та, тормошонан ҡәнәғәт. Көндәлек хәстәрҙәре маҡсатлы йүнәлештә алға бара, ҡул аҫтында эшләгәндәр менән ярты һүҙҙән уртаҡ тел таба, заман талаптарына яуап бирерлек итеп бергәләп һалған, зауыҡ менән йыһазландырылған йортонда бар йәһәттән дә ныҡлы терәк булған ире ҡатыны өсөн йән атып тора. Ҡыҙҙары Гүзәл ата-әсәһен ейән һәм ейәнсәре менән ҡыуандырһа, улдары Рөстәм быйылғы яҙҙың тәүге көндәрендә уларҙы киленле итергә ниәтләй... Борай районының хозур тәбиғәтле Яңы Шилек ауылында буй еткергән Рая үҫмер сағынан уҡ тиҫтерҙәренән әүҙемлеге менән айырылып тора. Бындай малайҙарға халыҡта “үтә шуҡ” тиһәләр, ҡыҙҙарға ҡарата “егеттәрҙән бер ҙә айырылмай” тип тә ебәрәләр. Ғаиләләге икенсе бала булараҡ, совет осоронда урындағы колхозда күптәргә өлгө булып, тик маҡталып ҡына эшләгән, шуға өҫтәп өс ҡыҙ һәм өс улға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына баҫтырған атаһы Заһит ағай менән әсәһе Хәлимә апайҙың иң ыңғай сифаттарын үҙенә алған. Улар араһынан егәрлелек, тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоһон аңлау кеүектәре Раяны бик иртә үҙ иткән. Тыуған ауылындағы тәүге өс кластан һуң күрше Таңатарҙағы урта мәктәптә яҡшы уҡыу менән бергә ул саҡтағы пионер һәм комсомол күрһәтмәләрен күңел биреп үтәй, йәмәғәт эштәренең уртаһында була. Спортта ла алдынғылыҡты бирмәй, волейбол һәм саңғы буйынса район бәйгеләрендә лә йыш ҡатнаша. Ҡыҫҡаһы, йәшлегенә заманының алдынғы вәкиле булып аяҡ баҫа. Ул ваҡытта бындай әүҙемдәр шау-шыулы тормошло ҡалаға ынтыла ине. Рая ла, тәбиғәт-булмышына буйһоноп, 1984 йылда яҡындағы Нефтекамаға юллана һәм ауыл хужалығы өсөн төрлө тағылма ҡорамалдар етештергән “Башсельмаш” заводында электр арбаһы (электрокар) йөрөтөүсе булып китә. Донъялар шулай һәүетемсә генә дауам итһә, иманым камил, һайлаған хеҙмәт юлында юғары күрһәткестәргә мотлаҡ өлгәшер ине Борай һылыуы...
Уҙған быуат аҙағындағы үҙгәрештәр гөрләп эшләгән заводты пыран-заран килтерә, күптәрҙе ауыр һынау алдына ҡуя. Был ваҡытҡа инде Асҡын егете Рәүил Фәғил улы йөҙөндә яҙмышының яртыһын осратып, ғаилә ҡорған, һөйгәненә ҡыҙ һәм ул бүләк иткән Рая баҙар иҡтисадының ыңғай һәм кире яҡтарын үҙ иңендә һынаусыларҙың тәүге сафында урын ала.
– Балалар аяҡҡа баҫҡансы тип, күптәр өлгөһөндә өҫ һәм аяҡ кейеме һатырға тотондом, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы әңгәмәсем. – Әллә ни ауырлыҡ тойманым. Әҙерәк өйрәнеп алғас, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотондом.
Былай тип әйтеүе генә еңел, әлбиттә. Ирен ҡарау, балаларын тәрбиәләү һәм йорт эштәре менән бергә йәш ҡатын “тимер ат”ты ла йүгәнләй, үҙ машинаһында күрше-тирә район ауылдарынан ҡалалағы сауҙа нөктәләренә ит алып килеп тапшыра башлай. Бында ла әҙерәк шымарғас, ҡасандыр үҙе эшләгән заводтың ташландыҡ бер бүлмәһендә ит ярымфабрикаттары етештереү һәм һатыу цехы асып ебәрә. Бөгөн тиҫтә ярымға яҡын тәжрибәле хеҙмәткәрҙән торған коллектив әҙерләгән төрлө ит фаршын, билмән, манты, кәтлит, голубцы, хинкали һәм шашлыҡ әҙерләмәләрен Нефтекама һәм яҡын ауылдар халҡы ғына түгел, күрше Удмурт Республикаһында йәшәүселәр ҙә бик маҡтап һәм теләп ала. Оло юл буйында урынлашҡан магазинға осраҡлы һуғылыусылар мотлаҡ икенсегә килә. Цех алдан бирелгән заказдар буйынса ла уңышлы эшләй. Көнөнә 300 килограмға ҡәҙәр юғары сифатлы ит продукцияһы һатып алыусы өҫтәленә юллана.
Ҡулын кеҫәһенә тығып йә кабинетта ултырып ҡына етәкселек итеү тигән нәмәне күҙ алдына ла килтермәй милләттәшебеҙ. Иртәнән кискәсә уның төп эш урыны – продукция етештереү цехы. Кәрәк икән – рулгә ултырып, тиҙ генә тейешле ергә елдереп барып килә лә тағы үҙ коллективының дөйөм хеҙмәт ритмына сума. Шулай тормошонан йәм, эшенән тәм табып йәшәй ул. Яҡындары – уның беренсе ярҙамсылары.
Үҙ ҡулы аҫтында эшләүселәр ҙә, яҡын-тирә райондарҙың ит етештереүсе фермерҙары ла, ҡалалағы йүнселдәр ҙә хөрмәт йөҙөнән Рая Нәбиуллинаға “Заһитовна” тип кенә өндәшә. Был үҙе генә лә кеше өсөн үҙенсәлекле һәм оло баһа түгелме ни?!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518