Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “100 шәхес” проекты тамамланды, әммә...
“100 шәхес” проекты тамамланды, әммә...
“100 шәхес” тип аталған телевизион конкурс үтте, шәхестәребеҙ һайлап алынды, исемлек төҙөлдө һәм нөктә ҡуйылды. Ҙур эш башҡарылды, сөнки конкурстың маҡсаты республика яҙмышында, үҫешендә, көрәш һәм һынылыш йылдарында тос өлөш индергән шәхестәрҙе һайлау ине. Әлбиттә, 100 йыллыҡ тарихтан иң лайыҡлыларҙы һайлап алыу ҡатмарлы. Ә шулай ҙа...

“Башҡорт мәҙәниәте” предметы программаһы һәм дәреслектәре авторҙарының береһе булараҡ, башҡорт халҡының яҙмышына яңы һулыш өрөүсе, яңы боролош яһаусы (мин шәхес төшөнсәһен популярлыҡ буйынса түгел, ә республикабыҙ яҙмышында ниндәйҙер һынылыш яһаусы, яңылыҡ индереүсе, яңы йүнәлешкә нигеҙ һалыусы уҙаман тип аңлайым) милләттәштәрҙең оло баһаға лайыҡ булыусылар исемле­гендә булмауы күңелдә көҙөк булып ҡалды. Әлбиттә, был проектты һәр район үҙе дауам итә ала, “Билдәһеҙ Башҡортостан” тигән проекттар буласаҡ, тигән тынысландырыуҙар булды. Әммә ошо тынысландырыусы ике шартҡа ла инмәйәсәк шәхестәребеҙҙе ни эшләтербеҙ? Беренсенән, улар, республикабыҙға нигеҙ ташы һалған, уның үҫеше өсөн тос өлөш индергән шәхес булһалар ҙа, бөгөнгө көндә Башҡортостан территорияһына инмәгән, әммә заманында боронғо Башҡорт иле булған төбәктәрҙә тыуып үҫкән. Был төбәктәрҙең бөгөнгө көндә ниндәй хәлдә икәнлеге һәр кемебеҙгә асыҡ һәм һәр төбәктең үҙенең “100 шәхес” тигән проекты дауам итер тигән теләгебеҙ ни тиклем генә изге булмаһын, ул ғәмәлгә ашмаясаҡ. Икенсенән, золом ҡорбандары булған шәхестәрҙең нәҫел-нәсәбе, туғандары “халыҡ дошманы” тип тырым-тырағай юҡ ителде. Улар өсөн хәстәрлек күрер кешеләре лә юҡ кимәлендә. Был әсе хәҡиҡәт тауыш биргән саҡта күренде лә инде. “Бөйөклөк”тән мәхрүм ҡалған бер нисә шәхе­себеҙҙе атап китеү яҙыҡ булмаҫ.
Рабиға Йәнғол ҡыҙы Ҡушаева. 1917 йылғы революцион үҙгәрештәр башҡорттарға ла яңылыҡ алып килә. Ошо уҡ йылда Каруанһарайҙа Беренсе Бөтөн башҡорт ҡоролтайы ойошторола. Һамар губернаһынан Рабиға Йәнғол ҡыҙы делегат итеп һайлана. Ун алты йәшлек кенә уҡытыусы ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер үҙе генә була. Был хәл уны уйға һала. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ делегаттар юҡ? Революция ҡатын-ҡыҙға булған боронғоса ҡарашты үҙгәртмәнеме ни? Һәм ул, һүҙ һорап, трибунаға сыға ла үҙ дәғүә-талаптарын теҙеп һала.
Ошо көндән уның үҙен – ун ете йәшлек уҡытыусы ҡыҙҙы – “Мил­ләт әсәһе” тип йөрөтә башлайҙар.
Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев. Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан. 1917 йылдан башлап Башҡортостан автономияһы өсөн милли көрәштә әүҙем ҡатнаша. Һәр ваҡыт республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнай. 1922 – 1929 йылдарҙа – БАССР Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе. Латин графикаһы нигеҙендә тәүге башҡорт алфавиты төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. 1929 – 1937 йылдарҙа СССР-ҙың ЦИК аппаратында эшләй.
Вәлиулла Ғайназар улы Иманский-Мортазин. Ырымбур өлкә­һе­нең Иманғол ауылында тыуған. Башҡорт актеры, режиссер, драматург, театр теоретигы. БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡа­ҙанған артисы. Бөгөнгө көндә гөрләп эшләгән театрҙы, йәғни Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын ойоштороусы. 1919 – 1937 йылдарҙа БАССР Хөкүмәт составында була. Актер булараҡ, репертуарында биш йөҙҙән ашыу роль бар.
Өс шәхес тә бөгөнгө Башҡорт­остандан ситтә тыуып үҫкән. Һамар өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе. Өсөһө лә золом ҡорбаны. Башҡортостаныбыҙ үҫешенә аҙ ғына һуңыраҡ осорҙа бер ни менән сағыштырғыһыҙ тос өлөш индергән ғалимдарыбыҙҙан башҡорттар араһынан беренсе фән докторы Ҡадир Рәхим улы Тимерғазинды телгә алмау яҙыҡ булыр. Ул Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Сабаҡтыкүл ауылынан. Ҡ. Р. Тимер­ғазиндың Башҡортостан нефте һәм геологияһы өлкәһендә хеҙмәттәре иҫ китмәле.
Әлбиттә, “100 шәхес” исемлеген һайлап алыу буйынса абруйлы комиссия ағзалары быларҙы иҫәпкә алырға тейеш ине, тип иҫәпләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511