Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң яҡшылар китә арабыҙҙан
Иң яҡшылар китә арабыҙҙанБашҡортостандың иң оло йәштәге яҙыусыһы, Белорет районының Туҡан ҡасабаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Степан Злобин һәм Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың иң оло яҙыусыһы Игорь Максимов 96-сы йәшендә вафат булды.
Игорь Павлович Максимов 1921 йылда Иркутскиҙа тыуған. 1922 йылда ғаилә Башҡортостандың Бәләбәй районы Аксаков станцияһына күсеп килә, ә 1932 йылда атаһы, һуңынан бөтә ғаилә ағзалары Белорет районының Ермотаев махсус ҡасабаһына ебәрелә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһында, артабан Магнитогорск педагогия институтында уҡый. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына, хәрби училищела артиллеристар әҙерләү курсын үтә.
1943 йылдың июненән Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3-сө Украина фронттарында ҡаһармандарса һуғыша. Яралана, контузия ала. Еңеүҙе Венгрияның Вассербург ҡалаһында ҡаршылай. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Будапештты алған өсөн», «Венаны алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң 40 йыл Белорет районының Туҡан ауылы урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Игорь Павлович Максимовтың ижад юлы 1976 йылдан башлана. 1985 йылдан алып уның очерктары һәм хикәйәләре «Белорецкий рабочий», «Урал» гәзиттәрендә, «Бельские просторы» журналында баҫыла.
Уның бөтә ижады тыуған төйәгенә арналды. Ул тәбиғәт, тыуған төйәккә һөйөү, яҡташтары тураһында хикәйәләр яҙҙы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы булараҡ яҙыусыға һуғыш темаһы ла яҡын ине.
1997 йылда — «Тихая проза» тигән хикәйәләр йыйынтығы, 2002 йылда «Письма из Ермотании» китабы донъя күрҙе.
2004 йылда Игорь Максимов Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты булды.
2010 йылда «Китап» нәшриәте «Письма из Ермотании» китабының икенсе баҫмаһын сығарҙы.
2013 йылда Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Игорь Максимовҡа Степан Злобин исемендәге премия тапшырылды. Ветеранды абруйлы премия менән бүләкләү тураһында ҡарар 2013 йылдың аҙағында ҡабул ителһә лә, ул 2014 йылдың апрелендә генә бирелде.
2015 йылдың апрель айында яҙыусының «Там, где вечно дремлет тайга» тигән яңы китабы сыҡты, унда авторҙың «Белорецкий рабочий» гәзитендә донъя күргән хикәйәләре һәм баҫылмаған әҫәрҙәренең бер өлөшө ингән. Яҙыусыны тыуған төйәге, үҙе йәшәгән урын менән бәйле бөтә нәмә борсоно. Ул ҡыҫҡа ғына хикәйәләр түгел, үҙенең һәм геройҙарының кисерештәре менән һуғарылған әҫәрҙәр ижад итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840