Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пенсионерға бушлай путевка тейешме?
Пенсионерға бушлай путевка тейешме?Беҙҙең күп кенә пенсионерҙар шифаханаға бушлай путевка алырға хоҡуҡлы булыуын белмәй, уға төрлө ташламанан файҙаланыусылар ғына хаҡлы тип уйлай. Ғәмәлдә эш нисек тора һуң?
Илебеҙҙә “льготасылар” тип аталған ҡатлам да бар. Уларға Бө­йөк Ватан һуғышы һәм башҡа хәрби хәрәкәт ветерандары, етем балалар, килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булғандар, Ленинград блокадаһында йәшәгәндәр һәм башҡалар инә. Хеҙмәт ветерандары ла шулай уҡ айырым ташлама­ларға эйә. Ташламалар тип коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең кә­метелеүен, ҡайһы бер һалымдар­ҙың булмауын, йәмәғәтселек транспортында бушлай йөрөүҙе һәм башҡа льготаларҙы күҙ уңында тотабыҙ.
Ләкин “ғәҙәти” пенсионерҙарға ла ҡайһы бер ташламалар ҡарал­ған, һәм заман кешеһе был йәһәт­тән хәбәрҙар булырға тейеш. Рәсәй дәүләте үҙ граждандарын, шул иҫәптән пенсионерҙарҙы ла, күп кенә социаль ташламалар менән тәьмин итә, шуға уларҙы ғәҙәттән тыш хәл тип түгел, ә тормош нор­маһы булараҡ ҡабул итергә кәрәк. Тик бының өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Беҙҙең һәр нәмәне ҡулына килтереп биргәнде көтөп өйрәнгән халыҡта күптәр белмәйҙер ҙә, моғайын: бөтә нәмә мөрәжәғәт итеү нигеҙенә ҡоролған, йәғни ғариза яҙһаң һәм талап ителгән документтарҙы тултырһаң ғына, ташламалар үҙ көсөнә инәсәк.
Шифаханаға бушлай юлланма алырға һәм артабан унда бушлай дауаланырға һәр пенсионер хо­ҡуҡ­лы. Был хаҡта “Дәүләттең социаль ярҙамы тураһында”ғы 178-се Федераль законда, Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы 338-се Законында һәм башҡа ҡануниәттә әйтелгән.
Ә путевка алыр өсөн нимә эшләргә? Хаҡлы ялдағы һәр кеше курортҡа ике йылға бер тапҡыр бушлай барырға мөмкин. Һаулығы насарайғандарға ундай форсатты йышыраҡ бирергә бурыслылар. Әлбиттә, санаторийҙар дауахана кеүек аҙым һайын осрамай, шуға күрә сираттан ҡотолоп булмаясаҡ. Путевканың тап һеҙ теләгән шифаханаға һәм йыл миҙгеленә тура килмәүе лә бик ихтимал. Беҙҙең йәмғиәт шарттарында бюрократик ҡағиҙәләрҙе лә урап үтеп булмаясаҡ: күп кенә документ йыйыу талап ителер. Улар араһында, тәбиғи, иң мөһиме – табиптың шифаханала дауалау кәрәклеге тура­һындағы медицина һығымтаһы (тимәк, анализдар тапшырасаҡ­һығыҙ). Был ҡағыҙҙа пенсионерҙың сире һәм ниндәй йүнәлештәге шифаханала дауаланыуҙың маҡсатҡа ярашлы буласағы күрһәтелә. Бынан тыш, паспорт менән хеҙмәт кенәгә­һенең күсермәләрен, пенсия таныҡ­лығын (белешмәһен) дә алырға тура килер.
Был ҡағыҙҙарҙы йыйғас, район­дың социаль тәьминәт бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унан һеҙгә ике аҙна эсендә яуап бирергә бурыслылар.
– Шифаханаға бушлай путевка биреү әле лә, йәғни иҡтисади көрсөк шарттарында ла туҡтамай, – тинеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандарҙы һәм башҡа төр граждандарҙы социаль яҡлау бүлегендә. – Уҙған йыл Федераль үҙәктән аҡса беҙ һорағандан байтаҡҡа аҙыраҡ бирелде, шулай ҙа республиканан 60-ҡа яҡын пенсионер илебеҙҙең төрлө тарафтағы шифаханаларында бушлай дауаланып ҡайтыу форсатына эйә булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518