Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанундар ҡағыҙға түгел, зиһенгә яҙыла
Ҡанундар ҡағыҙға түгел, зиһенгә яҙылаҮҙгәртеп ҡороу йылдарында дәүләттәрҙең социалистик һәм капиталистик, йәғни идеологик нигеҙҙә түгел, ә хоҡуҡи яҡтан үҫешкән йәки әлегә үҫешмәгән илдәргә бүленеүе тураһында күп яҙҙылар һәм һөйләнеләр. Рәсәй хоҡуҡи йәмғиәт төҙөү юлынан ныҡышмалы рәүештә алға бара, әлбиттә, ләкин проблемаларҙы асыҡлау һәм эҙмә-эҙлекле хәл итеү аша ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошо көндәрҙә үткәргән кәңәшмәлә шул маҡсатты күҙ уңында тотто.
Сираттағы был сараға Рәсәйҙәге сәйәси партияларҙың беҙҙең республикала эшләп килгән, ләкин аҙ һанлы һәм үҙенә тейешенсә “пиар” ойошторорлоҡ көсө булмау сә­бәп­ле һайлауҙар мәлендә парламент­ҡа үтә алмаған бүлексәләре саҡы­рылғайны. Ҡайһы берҙәренең хатта исемдәре лә күпселек уҡыусы­ла­рыбыҙға таныш түгелдер, моғайын. Дәүләт Йыйылышының Геральдика залында парламент етәксеһе Константин Толкачев “Родина”, “Туған партия”, “Милли курс”, “Совет Социалистик Республикалар Союзында тыуғандар”, “Хеҙмәт союзы”, “Яблоко”, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы”, “Пенсионерҙар партия­һы”, “Граж­данлыҡ платформаһы”, “Үҫеш пар­тияһы”, “Рәсәй дөйөм халыҡ союзы”, “Социаль теләк­тәш­лек партия­һы”, “Рәсәйҙең берләш­кән аграр-сәнәғәт партияһы”, “Рәсәй ҡалала­ры”, “Бө­йөк Ватан партия­һы”, “Аграр Рә­сәйҙе тергеҙеү”, “Рә­сәй һалым түләүселәр партияһы”, “Ватанды һаҡлаусылар”, “Рәсәй ком­мунис­тары” коммунистик пар­тияһы”, “Рәсәй Федерацияһының казактар партияһы”, “Рәсәйҙең хеҙ­мәткә һәләте сикләнгән кешелә­ренең берләшкән пар­тияһы”, “Бизнесты һәм эшҡыуар­лыҡты яҡлау партия­һы”, “Граждандар инициа­тиваһы”, “Рәсәй патриоттары”, “Халыҡ кор­рупцияға ҡаршы” партияларының төбәк бүлексәләре етәкселәре менән осрашты. Сарала шулай уҡ Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов, депутаттар ҙа ҡатнашты.
Бөгөн илебеҙҙә 78 сәйәси партия бар һәм, республикабыҙҙың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, шуларҙың илле бише Башҡортостанда ла үҙ бүлек­сәләрен асҡан. Уларҙың ҡырҡ дүртендә ағзалар һаны 50-нән дә ашмай, ун кешенән генә торған бүлексәләр ҙә бар. “Аныҡ ҡына теркәү булмаған шарттарҙа ҡайһы партияның ысынлап та эшләүен, ҡайһыһының ҡағыҙҙа ғына булыуын билдәләүе ҡыйын”, – тинеләр осрашыуҙа. Ләкин йәмғиәттең сәйәси фекерләүен мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдырыу ниәтендә осрашыуға барлыҡ был бүлек­сә­ләрҙең вәкилдәре лә саҡырылған. Әйтеүҙәренсә, ҡайһы берәүҙәре саҡырыуҙы ҡабул итмәгән.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының барлыҡ партиялар менән дә һөйләшеү өсөн асыҡ булыуын белдерҙе. Пленар ултырыштар он-лайн режимында бөтә республикаға һәм унан ситкә лә туранан-тура тапшырыла. Депутаттар республика ҡалалары һәм райондарында халыҡ менән даими осрашып тора. Алыҫ ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә үҙ һорауҙарын етке­рә алһын өсөн хәҙер видео-ҡабул итеү ҙә ойоштора башланылар. Парламент вәкилдәре менән интернет аша бәйләнешкә инеү ҙә ҡыйын түгел. Депутаттар йәмғиәттә ығы-зығы тыуҙырған ваҡиғаларға ла битараф ҡалмай. Константин Борисович белде­реүенсә, төрлө партияларҙың урындағы бүлексә­ләренән килгән тәҡдимдәрҙе лә республика парламенты кире ҡаҡмай, үҙ тикше­реүенә ала.
– Беҙҙең бөгөнгө һөйләшеү республикала закондар сығарыу эшен үҫтереү мәсьәләләренә арнала, – тине парламент рәйесе. – Уларҙы хәл итеү, камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе тың­ларға әҙербеҙ.
Рәсәйҙәге сәйәси пар­тияларҙың Башҡортос­тандағы бүлексәлә­ренең партия-ара советы рәйесе Валерий Аббасов әй­теүенсә, хәҙерге фирҡә­ләрҙең ҡайһы берәү­ҙәре һайлау алдынан ғына әүҙем­ләшә башлай. “Ләкин маҡсат ҡайһы партияның илебеҙҙе нығыраҡ яратыуын бел­дереүҙә түгел, ә халыҡ мәнфәғәт­тәрен яҡлауҙа даими рәүештә ныҡышмал һәм инициативалы булыуҙа”, – тине ул.
Валерий Осман улы муниципаль кимәлдә эшләгән район советтары депутаттарының эшмәкәрлек сифатына шик тә белдерҙе:
– Мин уларҙың шәп зоотехник йәки агроном булыуын инҡар ит­мәйем, ләкин хоҡуҡи эшмәкәрлектә белдеклелек етмәй, – тине ул. – Улар юридик яҡтан нигеҙләнмәгән ҡарар ҡабул итә, артабан хакимиәт башлығы ҡул ҡуя. Бер аҙ үткәс ошо уҡ башлыҡты үҙ вазифаһынан ситкә сығыуҙа, коррупцияла ғәйепләүҙәр китә.
Был һүҙҙәргә ҡаршы Константин Толкачев: “Дәүләт Йыйылышында һәр комитет ҡарамағында эксперттар советы эшләй, шик тыуҙырған теләһә ниндәй хоҡуҡи актты уларға күрһәтеп алыу мөмкинлеге бар”, – тине.
– Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында мин булмаған ауыл юҡтыр ҙа, моғайын, – тип башланы һүҙен “Рәсәй ҡалалары” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе советы рәйесе Әлтәф Ғәйфуллин. – Халыҡтың мохтажлығын ишетеп кенә түгел, ә үҙем күреп беләм. Шифаханаларҙы хосуси ҡулдарға тапшырыуҙы ҡануниәт аша туҡтатайыҡ, яңы хужалар байтаҡ халыҡты эшһеҙ ҡалдырыр, тип хәүефләнәбеҙ.
“Туған партия” вәкиле Владимир Чепушканов үҙ фирҡәһенең шәхси ер биләмәһен ата-баба мираҫы итеп ҡалдырыу тураһындағы законды бер нисә йыл инде парламентҡа үткәрә алмауҙарына зарланды. Бер юлы ул осрашыуға йыйылғандарҙы ошо партия 1 апрелдә Өфөлә ойошторасаҡ ата-бабалар биләмәһе байрамына ла саҡырҙы – тимәк, был ҡанунды тормошҡа ашырыу өсөн артабан да көрәшәсәктәр.
Уның һүҙҙәренә яуап итеп, Толкачев былай тине:
– Эйе, һеҙҙең тәҡдимде алдыҡ, хатта Дәүләт Думаһына ла закон башланғысы итеп ебәрҙек, ләкин унан кире яуап килде: Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ер бүлеп биреү мәсьәләһенең ауырлығы был законды ҡулланыу мөмкинлеген бирмәйәсәк. Хәйер, теләгән кешегә Алыҫ Көнсығышҡа китергә була – унда һәр кемгә берәр гектар бирәләр.
Башҡа партия вәкилдәре лә төрлө тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Парламент рәйесе, үҙ сиратында, партияларҙың ошо мәсьәләләр буйынса тәжрибәле вәкилдәрен Дәүләт Йыйылышының эксперт советтарына инергә саҡырҙы. Һәр тәҡдимде тота килеп ҡануниәткә индереп булмай шул, ә эксперт советтарында уларҙы төрлө яҡлап тикшереү, фекерҙәр йыйыу, ҡулланылыш тәжрибәһе буйынса сағыштырып ҡарау форсаты бар. Бөгөнгө шарттарҙа һәм мәҙәни кимәлдең хәҙерге торошонда үтә ҡатмарлы буласаҡ проекттар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, бер пар­тияның вәкиле патриотик тәрбиә тураһында закон ҡабул итергә тәҡдим яһаны. “Закон ҡабул ителер ҙә ул, ләкин илһөйәрлекте әмер биреп кенә тәрбиәләп булырмы икән, ул бит йылдар буйы зиһенгә һәм мөнәсәбәттәргә аҡрынлап инергә тейеш”, – тинеләр осра­шыуҙа. Шулай ҙа беҙҙең ил өсөн милли идея патриотлыҡҡа нигеҙләнергә тейеш тигән фекер менән барыһы ла килеште.
“Милли курс” партияһының Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Марат Сәғәҙәтовтың сығышы хатта йөрәктәргә үтеп инде тиергә мөмкин: ул теле­визорҙан ағылған намыҫһыҙ реклама, сит илдән күсереп алынған оятһыҙ “ижад”ты беҙҙең халыҡҡа ла тағырға маташыу­ҙары, мәктәптәге тәрбиә эшендәге етешһеҙлектәр, агрессив төркөм­дәрҙең емерткес идеологик эш алып барыуы хаҡында һөйләне һәм, ғөмүмән, йәмәғәтселек өсөн әхлаҡ ҡағиҙәләрен һаҡларға, закон ярҙамында яҡлашырға саҡырҙы. Инвалидтарҙы яҡлаусы партия вәкиленең сығышы ла хисле булды. Уның әйтеүенсә, бындай ҡатлам кешеләре тураһында хәстәрлек күргән ойошмаларҙың финанс мөмкинлектәре тарая.
– Ошондай осрашыуҙар артабан да дауам итер тип уйлайым, – тине Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев сараның аҙағында. – Беҙ шуны аңларға тейеш: закон уны үтәргә тейешле субъекттарҙың тормошон көйләүҙә ҡулланылмаһа, ҡағыҙ киҫәге генә булып ҡала. Карл Маркс закондың бер статьяһын эшләүҙе станок яһауға тиңләгән. Яҡшы ҡорамал деталдәрҙе нисек теүәл һәм аныҡ эшләп сығарыуға көйләнгән, ҡануниәт тә шулай булырға тейешле. Ә был иһә беҙҙең ижтимағи мөнәсәбәттәр кимәленә бәйле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518