Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Никах хаҡы ни хаҡ?
Никах хаҡы ни хаҡ? Беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа иң шау-шыу тыуҙырған закон проекты – 16 йәшкә тиклем үк никахҡа инергә рөхсәт итеү. Уға ҡарата фекер һәм тойғолар күп булды: “Был бит халыҡты күрәләтә аҙҙырыу!”, “Ғаиләһен ҡарарлыҡ йәшкә етмәгәндәр, ниндәй никах ти ул!” һ.б. Ғәмәлдә эш нисек тора?
Ошо ҡанундың проекты беренсе уҡыуҙа 2015 йылдың декабрендә үк ҡабул ителгәйне. Артабан уны туҡтатып торҙолар, сөнки күптәр буласаҡ закондың асылын аңламаны. Ә, бәлки, дөрөҫ төшөндөрә алмағандарҙыр ...
– Бәлиғ булғанға саҡлы ғаилә ҡороу Рәсәйҙең Ғаилә кодексында ла ҡаралған, ләкин был эш ғәмәли яҡтан тәртипкә һалынмағайны, – тине республика прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Исмәғилев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитетының бөгөн булып үткән ултырышында сығыш яһап. – Ҡыҙ бала 16 йәшкә саҡлы бала тапһа, был хәл опека һәм попечителлек органы ҡарауына эләгә, ул бала йәшәргә тейешле шарттарҙы тикшергәс, эш прокуратураға тапшырыла. Никахҡа инеү-инмәүҙе был осраҡта Гражданлыҡ хәле акттарын теркәүсе ойошма (ЗАГС) түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау учреждениеһы ғына хәл итә ала. Ә рөхсәт итеү ике осраҡта ғына мөмкин: ҡыҙ бала ауырға ҡалһа һәм бала тыуҙырһа. Был рөхсәттең иң түбән “тупһа”һы тәүҙә 14 йәш тип билдәләнгәйне, хәҙер был күрһәткес 15 йәшкә саҡлы күтәрелде. Сәбәбе ябай: беҙҙең республикала бындай осраҡтар 15 йәштән дә кесерәк ҡыҙҙар араһында осрағаны юҡ.
Тимәк, һәр йәш егет йәки ҡыҙға 16 йәш тулғансы уҡ никахҡа инергә мөмкин буласаҡ тип уйлау – хата фекер. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәүсе бер генә ойошма ла быға рөхсәт бирмәйәсәк. Ә бәлиғ булмаған әсәнең шундай уҡ йәштәрҙәге атай менән ғаилә ҡороп йәшәрлек шарттары юҡ тип табылһа, уларға ла прокуратура рәсми никахҡа юл ҡуймаясаҡ. Был осраҡта баланы үҫмер әсәйҙең үҙ ата-әсәһе ҡарап үҫтерергә тейеш була. Әгәр ҙә егеттең ата-әсәһе намыҫлы кешеләр икән, улар ҙа ярҙамға килер. Атай кеше бала тыуған мәлгә күптән бәлиғ булған икән, бында икенсе ҡануниәт үҙ көсөн күрһәтәсәк – уны хөкөмгә тарттырасаҡтар.
Руслан Ринат улы әйтеүенсә, быға саҡлы беҙҙең төбәктә бәлиғ булмағандар араһында ғаилә ҡорорға теләгәндәр йылына 20-25 парға етһә, ҡануниәтте ҡатылатыу тураһында һүҙ сыҡҡас, улар былтыр 10-12 пар ғына булған. Яуаплылыҡтан ҡурҡтымы йәштәр, әллә үҙҙәре аҡыллана төштөмө?
Республика парламенты бинаһынан сығыуға Вәлиди һәм Яңы күпер урамдары сатындағы пикетҡа тап булдым. Унда биш-алты йәш егет һәм ҡыҙ “16 йәшкә тиклем никахҡа инеүҙе тыйырға!” тигән плакат тотоп тора ине. Ахырҙа үҙем дә аптырай төштөм: бәлки, был закон проектында “никах” һүҙен бөтөнләй ҡулланмаҫҡа, уны башҡа һөйләмдәрҙән төҙөргә кәрәктер? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

[email protected]




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840