Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихтирамығыҙ алдында баш эйәм
85 йыллыҡ юбилейым алдынан көтмә­гәндә беренселәрҙән булып Баш­ҡор­тос­тан Респуб­ликаһы хакимиәте етәк­сеһе Вла­димир Александрович Нагор­ный­ҙан ҡотлау телеграммаһы килеп төштө. Ябай ғына хеҙмәтемде иғтибарға алып, юғары етәкселектең ҡотлауы үҙе бер ҙур ғорур­лыҡ булды. Унда Владимир Александрович миңә оҙон, әүҙем эш ғүмере теләгәйне.
Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Аш­ҡа­ҙар” радиоһы ла бөтә республикаға яңғыратып, минең исемгә ҡотлау сәләмдәре еткерҙе. Хатта республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлау һүҙен минән әйттереүҙәре үҙе бер мәртәбә булды.
Тыуған Күгәрсен районым, “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы ла ситтә ҡалманы, хатта район гәзите “Мораҙым” тотош бер һанын миңә бағышланы. Элекке коллегаларым, уҡыусыла­рымдың ҡотлау һүҙҙәре яҡын булды. Рәхмәт. Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте етәксеһе Динар Ғәли улы Хәлилов йылы ҡотлау һүҙҙә­ренән буш ҡалдырманы.
Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, Европа илдәрендә юмористик әҫәрҙәре менән дан алған Марсель Сәлимовтың, БДПУ профессоры, тел белгесе Миңһылыу Усманованың: “Ләлә апай, һин халҡыбыҙға кәрәк, йәшә әле”, — тигән йылы һүҙҙәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто хеҙмәткәрҙәренә, “Аҡ тирмә” рәйесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәковаға, Екатеринбург ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Нәфисә Тюменцеваға, Силәбе өлкәһенең Сосновка районында башҡорт­тарҙы ойоштороп, рухи байлыҡ таратып йө­рөүсе Рабиға Бикбулатоваға, Баймаҡ, Ейән­сура һәм бик күп райондарҙан уҡыусы­ларыма һәм айырым кешеләргә ҡотлау һүҙҙәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте исе­менән, БР Милли архивы коллективы исеме­нән ҡотлауҙар бигерәк тә күңелгә яҡын булды.
Мәләүез районының Воскресенское ҡасаба­һынан көс етмәҫлек раузалар гөлләмәһе һәм оло теләктәрен ебәргән уҡыусыларым Анастасия Киселева, Евгений Мухин, Надежда Бегова, Наталья Черноваға һәм башҡа бик күптәрҙең ҡотлау сәләмдәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Уларға һаулыҡ, уңышлы ғүмер теләп, ихтирам менән,




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840