Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юрист кәңәштәре
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Бала хоҡуғы боҙолмаһын

— 90-сы йылдарҙа фатирыбыҙҙы дүрт өлөшкә бүлеп, миңә, ҡатыныма һәм ике балабыҙ исеменә хосусилаштырҙыҡ. Хәҙер бер генә милексе (үҙемде) ҡалдырырға ине иҫәп. Быны нисек итеп эшләргә?
Рим, Өфө ҡалаһы.


— Был һорауға яуап бирер алдынан балаларығыҙға нисә йәш икәнлеген белергә кәрәк. Әгәр улар әле бәлиғ булмаған икән, мәсьәләлә ауырлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә ҡануниәтте күҙәтеү бурысы опека һәм попечителлек органдарына йөкмәтелгән. Бәлиғ булмаған балалар менән ниндәй ҙә булһа килешеүҙәр яһаған саҡта, шул иҫәптән уларҙы милектән ситләштереү осрағында тап ошо органдан рөхсәт алыу мотлаҡ. Әйтергә кәрәк, ризалыҡ алыу еңел түгел. Һеҙгә баланың хоҡуҡтары боҙолмауын дәлилләү кәрәк. Бының өсөн балаларығыҙҙы шундай уҡ торлаҡ менән тәьмин итергә йәки иҫәптәренә уларҙың өлөштәрен — һатҡандан килгән аҡсаны һалып ҡуйырға тейешһегеҙ.
Әгәр ҙә балаларығыҙ бәлиғ булһа, бер ауырлыҡ та юҡ, сөнки улар үҙ милкенә үҙҙәре идара итә ала. Балалар исемендә булған милек менән килеп сыҡҡан барлыҡ проблеманы ла хәл итергә була. Артабан ниндәй ҙә булһа аҙым яһар алдынан юрисҡа мөрәжәғәт итегеҙ, ул айырым осраҡҡа ҡарап хәл итеүҙең дөрөҫ юлдарын өйрәтәсәк.

Алты ай аҡса юҡ

— Белорет районындағы ойошмаларҙың береһендә эшләйем. Әле декрет ялындамын. Предприятие инде алты ай бала ҡараған өсөн пособие түләмәй. Белеүемсә, социаль страховка фондынан, аҡса күсерелгән, әммә предприятие, аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәйем. Мин бер үҙем генә түгел, декрет ялындағы тағы ике-өс ҡатын аҡса ала алмай.
Йәмилә, Белорет районы.


— Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының “Балалары булған граждандарға дәүләт пособиеһын билдәләү шарттары һәм түләү тәртибе тураһында”ғы фарманының 51-се пунктында был түләүҙәргә дәғүә итеүселәр исемлеге һәм түләү ваҡыты күрһәтелгән. Уға ярашлы, һеҙгә пособиены башҡа хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы биргән көндө үк түләргә тейештәр. Хоҡуҡтарығыҙҙы боҙған осраҡта һеҙ өс органға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: Социаль страховка фонды, хеҙмәт инспекцияһы һәм прокуратура. Ошо өс учреждениеға ла яҡынса ошондай йөкмәткеле хат яҙығыҙ: “Фәлән-фәлән предприятиела тикшереү үткәреүегеҙҙе һәм уларҙың эшмәкәрлегенең дөрөҫлөгөн асыҡлауығыҙҙы һорайым”. Шулай уҡ ҡасандан эшләй башлағанығыҙҙы, вазифағыҙҙы, ҡасан декрет ялына киткәнегеҙҙе һәм ниндәй аҡсаны түләмәүҙәрен аныҡ яҙығыҙ. Закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә яуап ебәреүҙәрен талап итегеҙ. Хаттарҙы заказ менән ебәрегеҙ һәм яуап көтөгөҙ. Уңыштар һеҙгә.

Дөрөҫлөк һеҙҙең яҡта

— Ауыл Советы хакимиәтен йыл ярым хеҙмәт хаҡы түләмәүҙәре өсөн судҡа биргәйнем. Эштә еңеп сыҡтым. Бер ни тиклем ваҡыт үтте, хакимиәт башлығы ла алмашынды. Хәҙер килеп улар минән суд сығымдарын түләүҙе талап итә. Был дөрөҫмө?
Ғәлиә, Ҡыйғы районы.


— Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 103-сө һәм Арбитраж-процессуаль кодексының 110-сы статьяһына ярашлы, суд сығымдарын еңелеүсе яҡ ҡапларға тейеш. Һеҙ дәүләт пошлинаһын түләгәнһегеҙ, башҡа сығымдарығыҙ ҙа булған, быны ла хакимиәт үҙе түләргә бурыслы. Барыһы ла суд ҡарарында яҙылырға тейеш. Хакимиәт бер нисек тә һеҙҙән аҡса талап итә алмай. Үҙ һүҙегеҙҙә тороғоҙ, дөрөҫлөк һеҙҙең яҡта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518