Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тау-ташлы һуҡмаҡ буйлап Башҡортостан Республикаһы
Тау-ташлы һуҡмаҡ буйлап Башҡортостан РеспубликаһыХөкүмәте йортонда йәш ғалимдарҙы тәбрикләнеләр. Ғилми эштәр конкурстары еңеүселәренә – 20 кешегә – республика гранттары тапшырылды. Быйыл аҡсалата бирелгән бүләктең күләме 90 мең һум тәшкил итте.
Ғилми эштәр конкурстары еңеү­селәренә диплом­дарҙы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғи­тов тапшырҙы. Ул йәш ғалимдарҙы һөнәри байрамдары — Рәсәй фәне көнө менән, шулай уҡ тик­шеренеүҙәге юғары ҡаҙа­ныштары менән ҡотланы.
— Бөгөн — Рәсәй фәне көнө, – тине Салауат Сәғи­тов. — 2030 йылда респуб­ликабыҙҙың көслө булыуын күрергә теләһәк, фәнде үҫтереү, йәш кадрҙарҙы әҙерләү мөһим эштәрҙең береһе булып тора. Баш­ҡорт­остан Республика­һының илдең алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыуында һеҙҙең етди ҡарашығыҙ, хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ.
Салауат Тәлғәт улы бил­дә­ләүенсә, бөгөн төбәк етәк­селеге йәштәргә иҫәп тота, сөнки фән менән шөғөл­ләнгәндәр прогрес­тың этәргес көсө булып тора.
Йәш ғалимдарҙы кон­курс­та еңеү­ҙәре һәм гранттар алыуы менән шулай уҡ Башҡортостандың Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов та ҡотланы.
— Республиканың үҙе­нең һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү системаһы бар. Йыл һайын Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкә­һен­дәге дәүләт йәштәр премияһы, Фән һәм техника өлкә­һендәге дәүләт пре­мияһы, докторанттар, аспиранттар һәм студенттарға Башҡортостан Республи­каһы Башлығы стипендиялары тапшырыла, – тине ул. – Һеҙ башҡаларға үрнәк булып тораһығыҙ, ҡалған­дар ҙа һеҙгә эйәрер тигән теләктәмен. Бөйөк Карл Маркс: “Фәндә киң оло юл юҡ, арыу-талыу белмәйенсә уның тау-ташлы һуҡмаҡ­тарынан үрмәләгәндәр генә иң ҙур бейеклектәрҙе яулай ала”, – тигән. Уңыштар һеҙгә!
Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты Ләйсән Мәмбәтова Грант­тың йәш ғалимдар өсөн бик яҡшы дәртләндереү сара­һы, үткәрелгән тикшере­неүҙәрҙең көнүҙәклеген раҫлаған мәртәбәле дәүләт ярҙамы булыуын билдә­ләне:
– Беҙҙең республиканың социаль-иҡтисади үҫешен­дә ғилем бик тә мөһим, шуға күрә белемдең һәм иҡти­садтың берләшеүе төбәге­беҙ һәм илебеҙ өсөн мөһим йүнәлеш булып тора. Ә был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостанда бөтә мөм­кинлектәр бар.
Лайыҡлы наградаһын Нефтехимия һәм катализ институтының ға­лимдар коллективы ла алды.
— Балауыҙҙан төрлө мат­дәләр берләшмәһен айырып алыуға өлгәштек. Уларҙың нигеҙендә яман шешкә ҡаршы препараттар эшләү күҙаллана, – тине институт аспиранты Зарема Саҙретдинова.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509