Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һеҙҙең хаттарға яуап бирә алмайым…”
“Һеҙҙең хаттарға яуап бирә алмайым…”Шишмә районының Алкин ҡасабаһы эргәһендәге хәрби часта булған сираттағы фажиғә тураһында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде. Командирҙар биргән мәғлүмәт буйынса, инженер-сапер полкында хеҙмәт иткән һалдат яңылыш үҙенә атҡан. Был хәл ҡоралдың яһауын алған ваҡытта булған.
Егетте Шишмә үҙәк дауаханаһына алып килһәләр ҙә, табиптар уға бер нисек тә ярҙам итә алмай – Фидан йән бирә. Пуля уның үңәсенән ингән дә соңҡаһынан сыҡҡан, ти дауахана табиптары. Әлеге осраҡ буйынса Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы тикшереү башлаған. Хәрби часҡа шулай уҡ Рәсәйҙең Оборона министрлығы вәкилдәре лә килгән. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: егет үҙенә-үҙе ҡул һалмаған. Оборона министрлығының фаразы буйынса, был хәл яңылышлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан. Үҙәк хәрби округтың мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Ярослав Рощупкин да, Өфө гарнизонының хәрби прокуроры Владимир Овчинников та шулай хәбәр итте.
Тик ниңәлер быға ышанғы килмәй. Һәләк булған егет — Фидан Сәғитов — Салауат районынан, хәрби хеҙмәткә Асҡын районынан саҡырылған. Ҡайтырға ике ай ғына ҡалған булған. “Бәйләнештә” социаль сайтындағы битенә Фидан һуңғы тапҡыр 25 мартта ингән. “Тормош шундай матур. Әлегә аңламағандар, уны һуңынан аңлар”, – тип яҙып ҡуйған ул. 24 мартта: “Һеҙҙең хаттарға яуап бирә алмайым, ниңәлер хәбәрҙәремде ебәреп булмай”, – тип яҙған. Осраҡлы хәлме икән был, әллә?..
Л. ҒАФАРОВА.


Владимир СИМАРЧУК, Башҡортостандың хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләһен социаль яҡлау буйынса комитет рәйесе:
– Әлеге фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса эш алып барыла. Беҙ иһә ҡорал менән һаҡһыҙ эш итеү версияһына туҡталдыҡ. Тикшереү тамамланғас ҡына аныҡ сәбәптәр тураһында һөйләргә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, тәү сиратта һалдаттарға тейешле контроль булмаған тип әйтергә кәрәк. Фидан Сәғитов хеҙмәткә яңы ғына алынған хәрби түгел, ул ҡорал менән эш итә белгән. Ҡарауылға ла тәүгә бармаған. Шуға ла был пуля яңылыш атылып сыҡмаҫҡа тейеш ине.
Илгиз ХӘЛИТОВ, эшсе:
– Мин – әрме бутҡаһын ашаған кеше, ҡарауылда ла күп торҙом һәм һалдаттың яңылыш атыла алғанын бер нисек тә аңламайым. Ҡарауыл хеҙмәтенең уставын уҡыһаң, унда ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәк икәне аныҡ һәм теүәл яҙылған. Патрон көбәктең төбөнә нисек килеп инде икән? Миңә шуныһы аңлашылмай. Автоматтың яһауын алыр өсөн иңдән төшөргәс, иң тәүҙә магазинын ысҡындыралар, шунан ғына затворын тарталар. Әгәр егет тәүҙә затворҙы тартып, шунан ғына магазинын ысҡындырған икән, разводящий нимә ҡараған? Егет шулай уҡ автоматты яңынан иңенә аҫырҙан алда контроль маҡсатында курокка бер тапҡыр баҫырға тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, армияла булған һәр фажиғәлә ябай һалдатты ғәйепле итәләр. Әле лә Фидан үҙе ғәйепле, яңылышҡан тип баралар. Урмандағы хәрби келәт шартлауҙа ла рядовой ғәйепле булды. Ниңә ябай һалдаттар ғына туңа, атыла, туҡмала, шартлай һәм хатта арсеналдарҙы шартлата? Был ҡасанға тиклем дауам итер икән?
Айгөл МӨХӘМӘТҒӘЛИЕВА, Асҡын районы:
– Бер ауылда йәшәгәс, Фиданды яҡшы белә инем. Был ҡот осҡос хәбәр бөтә ауылдаштарымды шаңҡытты. Фажиғәнең сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлар. Егетте генә ҡайтарып булмай.
Фидан тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам. Күңелсәк, тормошто шул тиклем яратҡан кеше ине. Музыкаль мәктәпте тамамланы, гармунда уйнаны, шиғыр, йыр яҙа ине. Ул минең ике туған ағайым Денис менән бергә хеҙмәт итте. Әсәләре яңғыҙы ике баланы аяҡҡа баҫтырғайны. Уның ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ауыр тупрағы еңел булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гайнан
    Гайнан от 29.03.2012, 22:00
    Хэзерге заманда уз баланды армияга ебэреу зэ хэуефле! Был бит тэуге осрак тугел. Илде хакларга ебэрэбеззэ ул, тик балаларыбыззы бынан кем хаклар. Тэртип урынлаштырыу за ил етэкселегенен игтибарында тугел, миненсэ. Асыл егет эрэм булган. тупрагы енел булхын






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840