Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Донъяла ниндәй генә ваҡиғалар юҡ. Яҡшыһы ла, насары ла бар. Бөтә яҡшылыҡ тәрбиәнән килә. Кешелек донъяһы бик ҡатмарлы юл үткән. Ауыр хеҙмәт, көнкүреш шарттарының төрлө булыуы, берәүҙәрҙе байытҡан, икенселәрен ҡол иткән. Уңғанлыҡ, егәрлелек, оҫталыҡ йәшәүгә мөмкинлектәр биргән.
Минең әсәйем совет власы урынлашҡан, граждандар һуғышы, аслыҡ, яланғаслыҡ осоронда тормошҡа сыға. Яҙмышы шулай булғандыр. Ата-әсәһе дини кешеләр булған. Дини тәрбиә, әҙәплелек, уңғанлыҡ балаларына ла йоғонто яһамай ҡалмаған. Колхозлаштырыу осоронда шәхси хужалығынан атын, һыйырын тартып алалар. Колхоз хужалығында бушлай эшләтеү дәүере башлана. Эшкә сыҡмаһаң, саҡыртып тиргәйҙәр, Себергә ебәреү менән ҡурҡыталар.
Шул ауыр осорҙа шәхси йортоңда балалар тәрбиәләргә лә кәрәк бит әле. Барып магазиндан аҙыҡ-түлек, кейем алырмын, тимә. Бөтә нәмәне үҙеңдән булдырырға кәрәк. Инде тормош яҡшырып килгәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тағы ла ҡыйралыш, ҡайғы, ауыр хеҙмәт башлана.
Ир-егеттәрҙе – һуғышҡа, яраҡһыҙҙарҙы хеҙмәт армияһына алалар. Тора-бара ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла армияға ала башлайҙар. Һуғышта яраланғандарҙы ҡарау, үлгәндәрҙе ерләү ҡа­тын-ҡыҙға йөкмәтелә. Атайым, ауырыу булһа ла, 1943 йылдың көҙөндә һуғышҡа алына. Ярты йыл самаһы һуғышта булып яраланып ҡайтты. Оло ағайым 18 йәше тулғас, һу­ғышҡа китте. Икенсе ағайымды 17 йәше тул­ғас ФЗО-ға эшкә ебәрҙеләр. Ауылға “ҡара ҡа­ғыҙҙар” килеп торҙо. Колхоз ауыр шарттарҙа булһа ла иген үҫтереп маташты. Ҡатын-ҡыҙ­ҙар игенде ураҡ менән урҙы. Һәр бер ураҡсыға урып алыу өсөн майҙан үлсәп бирелә. Урған игенде көлтәгә бәйләп, унарын бергә ҡуйып, йыйнап ҡуялар. Беҙ, бәләкәй балалар, шул көлтә күләгәһендә бәләкәс туғандарыбыҙҙы ҡарайбыҙ. Бик ныҡ илаһалар, әсәйебеҙҙе саҡырабыҙ. Әсәйем килеп баланы имеҙә лә тағы иген урырға тотона. Эштән арып ҡайтҡас, йорттағы эштәр ҙә көтөп тора. Өсөнсө ағайым 15-16 йәштә үгеҙ егелгән арбаларҙа урылған көлтәләрҙе “Гумна”ға ташыны. Һәр беребеҙгә эш табылып торҙо.
Аҙна һайын һалым һорарға киләләр. Бәрәңге сәсһәң, һалымын түләтәләр. Уныһын махсус сетка үткәреп эреһен генә алалар. Һыйыр аҫраһаң, 270 литр һөт иҫәбенә һары май тапшыраһың. Һары майҙы ҡайнатып, таҙартып алалар. Һыйыр аҫрағандар 48 килограмм ит иҫәбенә һалым түләй. Һәр бер быҙауы өсөн һалым алына. Һыйыр ҡыҫыр ҡалып быҙаулы булмаһа, мал табибынан белешмә талап ителә. Һарыҡ аҫрағандар ике һарыҡ тиреһе бирергә тейеш. Һалдаттар өсөн тун, бүрек, бейәләй өсөн кәрәк. Тауыҡҡа ла һалым бар – 100 дана йомортҡа тапшыраһың. Бынан башҡа – ауыл хужалығы өсөн һалым түләйһең. Өҫтәүенә хәрби заемға ҡул ҡуйҙырып түләтәләр. Был төрлө һалымға нисек түҙгәнбеҙ икән? Һалым түләү ауыр булды. Малды аҫрау еңелдән түгел ине, сабыны, бесәне юҡ. Яҡшы яландарҙағы үләнде колхоз малына саптыралар. Бынан башҡа сабата үреү һалымы ла булды. Сабата урман эшселәренә, йылғанан ағас ҡыуыусыларға кәрәк булды. Мәктәпкә уҡырға барғанда ла сабата кейеп йөрөнөк.
Яҡын-тирәләге урманда сабата үреү өсөн йүкә ағасы ҡалманы. Урмансылар балтаны һалдырып ала, бәләкәй сананы балта менән турай. Был тиклем язаны нисек итеп күтәрҙек икән? Ҡайһы бер кешеләр мин яҙғандарға ышанмаҫ та. Оло быуын кешеләре, йәғни үҙ башынан кисергәндәр генә ышаныр. Бушлай колхоз эшенә “трудоденгә” эшләтәләр, бер тин аҡса бирмәйҙәр. Бына шулай яза күреп үҫтек, бала шатлығы күрмәнек. Бөтәһе лә Еңеү өсөн эшләнде. Хәйерселәр артты, асығып үлеүселәр күбәйҙе. Һуғыш булмаһын инде тип теләйбеҙ. Уның ғазабын күрҙек, күп татыныҡ…
Күп кенә ҡарттар аҙыҡ етешмәгәнлектән ауырып үлде. Һуғыш яланынан да яҡшы хәбәрҙәр килмәй. Һалдаттар өсөн бейәләй, ойоҡ бәйләйҙәр, бәрәңгенән сохари әҙерләтә башланылар. Бәрәңге ауыл халҡы өсөн төп аҙыҡ булды. Шул ауыр замандарҙа әсәйем беҙҙе лә ҡарап өлгөрә торғайны. Туҙған кейемебеҙҙе йыуып-ямап кейҙерә ине. Беҙгә лә эш табылып ҡына торҙо. Урмандан йәйәү­ләп йүкә ағасы һыҙырып алып ҡайырынан сабата үрәбеҙ. Сабатаға ярамаған йүкәләрҙән арҡандар ишәбеҙ. Әсәйемде Архангелгә саҡыртып, “Герой-әсә” алтын орденын тап­шыр­ҙылар. Ошо орден йәнәшәһендә ике хеҙ­мәт миҙалы ялтырай ине. Был орден ун баланы тәрбиәләп үҫтергән өсөн булһа, ике ми­ҙал алдынғы эше өсөн булды. Ете ир баланы һәм өс ҡыҙ баланы тәрбиәләү еңелдән бул­маған. Өҫтәүенә бер эйәрсән, бер энемдең бер балаһын ҡарау ун ике бала тәрбиәләүгә тиң булды. Бер баланы ла үгәйһетмәне, етем итмәне әсәйем. Ҡайҙан килгәндер уға уңғанлыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек?!
Бөтәбеҙгә лә урта, юғары белем алырға ярҙам итте. Ун баланың ун төрлө холоҡ-ғәҙәте бар. Шул балаларҙы никахлап өйләндереп, тормошҡа аяҡ баҫтырҙы, үҙаллы донъя көтөргә өйрәтте. Бөгөн әсәйемдең утыҙҙан ашыу ейәне бар. Әсәйемдең бөтә балалары ла мул тормошта йәшәй, башҡа ауылдаштарға үрнәк күрһәтә. Донъяла әсәйҙәрҙән дә алдынғы, яҡ­шы зат юҡ. Улар – беҙгә йән, йәм биргән изге кешеләр. Шуның өсөн бөтәбеҙ ҙә әсәйебеҙгә баш эйәбеҙ, рәхмәт әйтәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, әсәйебеҙ оҙаҡ йәшәй алманы. Ауыр хеҙмәт, балалар тәрбиәһе һаулығын ҡаҡшатты, мәрхүм булды. Әсәйем ожмах түрендә булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518