Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төнгө сәй тәме(хикәйә)
Төнгө сәй тәме(хикәйә) Бәләкәй генә бүлмәлә ултырам. Зиндан тигәндәре шул сама булалыр, моғайын. Арҡырыһы-буйы, хатта бейеклеге лә икешәр генә метр самаһы. Ҡара-һоро төҫтәге стеналары, иҙән-түшәме – бетон, ишеге – тимер. Тәҙрә-фәләне юҡ. Хәйер, ер ҡуйынында ниндәй тәҙрә булһын, ти! Хәрби телеграф дивизия штабы урын­лашҡан өс ҡатлы бинаның аҫтында ҡоролған бит.
Аҙна башында был бүлмәгә мине бөтмәҫ-төкәнмәҫтәй тойолған тар ғына коридор буйлап майор Иван Васильев оҙатып килде. Телеграф етәксеһе ул. Оҙон буйлы, алсаҡ йөҙлө, итәғәтле ир-егет. Формаһы ла үҙенә ифрат килешеп тора.
– Бында эшкә урынлашыу еңел түгел, юғарыла берәй туған-тыумасағыҙ йә иһә дуҫ-ишегеҙ бармы әллә? – тип баш бар­мағын түшәмгә төртөп күрһәтеп, һынсыл ҡараштарын миңә йүнәлтте ул.
– Бер ниндәй ҙә “блатым” юҡ, – тип әйтеп ысҡындыра һалдым, сөнки студент саҡта уҡ арабыҙҙа университетҡа уҡырға танышлыҡ арҡаһында кергәндәр бар ине. Белемдәре һайыраҡ булһа ла, әллә ни тырышлыҡ та һалмайынса, имтихандарҙы анһат ҡына тапшыра ла ҡуялар. Башҡалар уларҙы әллә ни үҙһенеп етмәй торғайны. Был юлы иһә мин бер ни тиклем хәйлә­ләштем. Бәләкәй генә булһа ла “блатым” бар минең – ирем офицер бит, ул осоу­сылар часында элемтә хеҙмәтен етәкләй. Бында мине иремдең бер яҡшы танышы ебәргәйне. Әле дөрөҫлөктө асмауымдың сәбәбе – эшһеҙлектән ялҡыуым.
Хәрби ҡаласыҡта бер мәктәп, бер балалар баҡсаһы, бер мәҙәниәт йорто, бер дауахананан башҡа ҡатын-ҡыҙ эшләрлек урындар ҙа юҡ тип әйтерлек. Ә уларҙың һәр ҡайһыһының штаттары күптән тулған. Шуға ла, юғары белемле булһалар ҙа, ҡатындарҙың күбеһе, бигерәк тә йәше­рәктәре, ниндәй генә булһа ла эшкә урын­лашырға ынтыла. Мин дә айҙар буйы өйҙә ултырып тамам биҙрәгәйнем, шуға ла, хәрби телеграфта бер урын бушағас уҡ, ирем ошонда урынлаштырыу сараһын күргәйне.
Таш бүлмәне түшәмдә эленеп торған бәләкәй генә лампа яҡтырта. Стенаға төкәтелеп үк ҙур булмаған өҫтәл ҡуйылған, эргәһендә тимер табурет бар. Өҫтәлдә етемһерәп кенә ҙур яҙыу машинкаһы тора.
– Тәүҙә телеграфсы һөнәренең серҙә­рен ошо әсбап буйынса үҙаллы үҙләш­терергә тейешһегеҙ, – ти Иван Петрович, миңә әллә ни ҡалын булмаған китап тоттороп. – Аңлашылмағаныраҡ урындары булһа, өҫтәл аҫтындағы төймәгә баҫығыҙ – белгестәрҙең берәйһе янығыҙға килеп ярҙамлашыр. Әммә иң тәүҙә машинкала хәрефтәрҙе бик тиҙ йыйырға өйрәнеү мотлаҡ. Күҙ йомоп ун бармаҡ менән баҫыу ысулына эйә булыу мәжбүри.
Өҫтәлгә асҡыс та һалды:
– Ишекте үҙегеҙ асып-ябып йөрөр­һөгөҙ, – тине.
Буласаҡ түрәм сығып китеү менән әлеге китапҡа йомолам. Ул ике өлөштән тора: тәүгеһендә яҙыу машинкаһының кла­виатураһы ентекле сурытылған, икен­сеһендә иһә телеграф ҡорамалы, уны файҙаланыу ҡағиҙәләре тәфсирләнгән. “Зинданымда” яңғыҙым ғына ултырып ҡалғас, күңелемә шом тулғайны – үҙаллы шөғөлләнеп кенә уңышҡа өлгәшә алырмынмы икән һуң, тип шөбһәләнгәйем. Әммә әсбабымдың беренсе өлөшөн күргәс тә, бер ни тиклем тыныслана бирҙем, сөнки машинкала ярайһы уҡ йылдам баҫырға өйрәнеп алғайным инде.
Былтыр көҙ, эшһеҙлектән йонсоған ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлеп итеү маҡсатынан, мәҙәниәт һарайында төрлө махсус курстар ойошторолғайны. Өйҙә ултырып ялҡҡан гүзәл заттар өсөн кейем киҫеү-тегеү, сигеү, макраме яһау, немец һәм инглиз телдәрен өйрәнеү, тағы әллә күпме тормошта ярап ҡалырлыҡ һөнәр үҙләштереү мөмкин­лектәре барлыҡҡа килтерелгәйне.
“Машинопись һәм делопроизводство” курсына яҙылырға теләүселәр һаны айырыуса күп булып сыҡты. Бының сәбәбе лә аңлашыла – ҡулдарында шул курсты тамамлау тураһында таныҡлығы булған­дарға гарнизонда эш табыу байтаҡҡа еңелерәк. Хәйер, минең дә бында уҡырға ынтылыуым тап тиҙерәк шундай танытмаға эйә булыуыма бәйле бит. Әммә, башҡа­ларынан айырмалы, тап ошо курсҡа теләгән һәр кемде алмаясаҡтары мәғлүм булды. Унда эләгеү өсөн махсус имтихан тоторға – урыҫ телендә диктант яҙырға кәрәклеге асыҡланды.
Имтихан тәғәйенләнгән көндә мәҙәниәт һарайының лекциялар залында алтмышлап ҡатын-ҡыҙ йыйылдыҡ. Харьков, Ленинград, Дондағы Ростов кеүек илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге ҙур-ҙур ҡалаларҙан, хатта баш ҡалабыҙ Мәскәүҙән килгән береһенән-береһе сибәрерәк, береһенән-береһе сағыуыраҡ, береһенән-береһе ҡупшыраҡ офицер ҡатындары араһында мин – Урал тауҙары араһында урын­лашҡан төпкөл ауылда тыуып үҫкән ябай башҡорт ҡыҙы, тәүҙәрәк хатта бер ни тиклем юғалып та ҡалдым. Улар үҙҙәрен ифрат иркен тота – бер-береһе менән кү­ңелле итеп аралашалар, ҡысҡырышып һөйләшәләр, шарҡылдашып көләләр, зат­лы, ҡиммәтле кейемдәрен ҡасан, ҡайҙан һатып алыуҙары менән маҡтанышалар. Мин иһә, бүтән кейем-һалымым булмағас, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һанда­рының береһендә баҫылған өлгө буйынса үҙем киҫеп, үҙем теккән күлдәгемде генә кейгәнмен. Әлегә ҡаласыҡта таныштарым да юҡ – шуға ла шым ғына башҡаларҙы күҙәтеп ултырам. Офицер ҡатындарының шау-шыуын курс етәксеһе туҡтатты.
– Бик күмәкһегеҙ, шуға ла барығыҙҙы ла алдан иҫкәртеү зарур тигән фекер­ҙәмен, – тип башланы ул һүҙен. – Эш шунда: яҙыу машинкалары иҫәпле генә булыу сәбәпле, быйыл курсҡа диктантты иң яҡшы яҙған ун һигеҙ кешене генә аласаҡбыҙ.
Мейемде “Мин бында эләгеү хаҡында хыяллана ла алмайымдыр инде, хурлыҡҡа ҡалмаҫ элек, залдан сығып таяйым” тигән “һатлыҡ” уй телеп үтте. Ә аҡылым гел мә­ҡәл-әйтемдәр менән һөйләшергә ярат­ҡан инәйемдең: “Һәр ялтырауыҡ әйбер алтын түгел”, “Ҡарама беләккә, ҡара йө­рәккә” кеүегерәк фәһемле һүҙҙәрен хәтеремә төшөрҙө, “Ҡасма, көсөңдө һынап ҡара” тип өндәне. Ҡалдым. Минеңсә, диктант һис тә ҡатмарлы булманы.
Иртәгәһенә әлеге залға тағы йыйылдыҡ. Курс етәксеһе имтихан һөҙөмтәләрен иғлан итә башланы:
– Ике ханым ғына “бишле” билдәһенә яҙған, тағы алтығыҙ “дүртле” алды, – тине ул. – Ун өсөгөҙгә “икеле” ҡуйырға тура килде, ә ҡалғандарҙың барыһына ла “өслө”, улар тағы бер тапҡыр диктант яҙасаҡ, ныҡлабыраҡ әҙерләнеп килһендәр ине...
“Бишле” алыу бәхетенә өлгәшкәндәрҙең береһе – мин, икенсеһе Кишинев ҡала­һынан килгән молдован ҡатыны булып сыҡты. Аптырау ҡатыш шатлығымдың сиге булманы. Инәйемдең: “Эш беләктә түгел, теләктә” тип юҡҡа ғына ҡабат-ҡабат әйтмәгәнлегенә инандым.
Әсбаптың икенсе өлөшөндәге мәғлүмәт­тәрҙе үҙләштереүҙә лә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ күрмәнем. Тиҙерәк эш башлау маҡсатынан бар көсөмдө һалып тырыштым – мөмкин тиклем иртәрәк килдем, һуңыраҡ ҡайттым.
Аҙна аҙағында майор күрһәткән өҫтәл аҫтындағы төймәгә баҫтым. Биш минут та үтмәне, яныма бер тулы ғына ҡатын килеп керҙе. Һүҙҙе ҡыҫҡа тотто ул:
– Мин – Нина Остаповна, смена етәк­сеһе булып эшләйем, нимә аңлашылмай? – тип һораны, миңә тәкәббер ҡараш ташлап. Ҡаушауымдан өҫтәл аҫтына кереп йәшенерҙәй хәлгә төшһәм дә, үҙемде ҡулға алдым.
– Бөтә нәмә лә аңлашыла, ҡағиҙәләрҙе ятланым, эшкә тотона алам, – тип яуап бирҙем.
Шул саҡ ул “Ха-ха-ха!” тип ҡысҡырып көлөп ебәрмәһенме! Минең уға аптырап ҡарап ҡатып ҡалыуымды күреп, ул:
– Был бүлмәлә бер кемдең дә бер айҙан да кәм ултырғаны юҡ әле, һинең дә ни бары бер аҙна эсендә тейешле кимәлдә әҙерләнә алыуың бик икеле, – тине лә боролоп сығып китә башланы.
Мин үҙемде ҡулға алып өлгөргәйнем инде. Өҫтәүенә, уның дорфа ҡыланыуы миңә һис оҡшаманы. Үҙем дә һиҙмәҫтән:
– Беренсенән, һеҙгә миңә “һин” тип өндәшеү хоҡуғы биргән яҡын таныш­лығыбыҙ юҡ, тәүге осрашыуыбыҙ, ә, икенсенән, мин ысынлап та эшкә тотонорға әҙермен, — тип ысҡындырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Яуабымдың тупаҫ килеп сығыуын шунда уҡ аңлап, телемде тешләрҙәй булдым да, әммә әйткән һүҙ – атҡан уҡ, уны кире ауыҙға тығып булмай шул. Нина Остаповна миңә уҫал итеп ҡараш ташланы ла, ишекте шарт ябып, юҡ булды. “Уйламай һөйләгән ауырымай үлгән” тигәндәре тап шул була инде. “Инде нимә эшләргә?” тип шаңҡып ултырам.
Ун биш минут самаһы үткәс, ишек тағы асылды. Был юлы яныма өс кеше керҙе. Иван Петрович, Нина Остаповна һәм утыҙ йәштәр самаһындағы һомғол буйлы һөйкөмлө бер ҡатын. “Хәйерле көн”ләшкәс тә, майор:
– Иптәш Петренко менән танышһығыҙ, был ханым Вера Калмыкова, иң шәп телеграфисыбыҙ, беҙ – комиссия, һеҙҙән имтихан алырға тейешбеҙ, — тине.
Мәҙәк имтихан булды ул. Бер үҙем ултырғыста ултырам. Комиссия ағзалары баҫып тора. Иң тәүҙә машинкала ниндәй тиҙлектә баҫа алыуымды тикшерҙеләр. Нина Остаповна ҡыҙыу ғына итеп бер яҙма уҡыны, мин машинкала баҫтым. Шунан баҫҡанымды иғтибар менән майор уҡып сыҡты.
– Хата тапманым, – тип кенә әйтеп ҡуйҙы.
Баҫалҡы ғына йылмайып торған Вера ханым:
– Баҫыу тиҙлеге бик һәйбәт, хәҙер үк телеграф аппараты эргәһенә ултыртыр­лыҡ, – тип күңелемде ҡанатландырып ебәрҙе.
Уның ҡарауы, иптәш Петренко сығы­рынан-сыға яҙҙы һәм, теге әсбап биттәрен аҡтара-аҡтара, бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы. Шөкөр, хәтерем зарланырлыҡ түгел – һәр яуабым дөрөҫ тип табылды.
– Инде эш башлаһаң да була, – тип йомғаҡланы майор.
Иртәгәһенә иртәнсәк тура яңы эш урыныма килдем. Ҙур ғына бүлмәне бер нисә лампа яҡтырта. Бында ла иҙән-түшәм, стеналар бетон, ишек кенә тимерҙән. Стеналар буйлап өҫтәл-табуреттар теҙелгән. Өҫтәлдәргә ул йылдарҙа илебеҙҙә киң ҡулланылған ып-ысын телеграф аппараттары теҙелгән! Теҙелгән тигәс тә, күп түгел улар, алтау ғына. Дүртәүһе туҡтауһыҙ геүләп ултыра. Икеһе ҡабыҙылмаған.
Был юлы Нина Остаповнаны алмаш­тырғандармы ни – мине күргәс, ауыҙы ҡолағына тиклем йырылды:
– Ҡыҙҙар, беҙгә өҫтәлмә көс килде, таныш булығыҙ, яңы хеҙмәттәшебеҙ, – тип үк ебәрҙе. – Иртәнге кәңәшмәлә майор уны: “Быға тиклем бер кемдең дә бер аҙна эсендә имтихан биргәне юҡ ине әле”, — тип маҡтап телгә алды. Ҡарап ҡарарбыҙ инде: “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, – тиҙәр бит, шулай килеп сығыуы ла ихтимал бит әле...
Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте – иптәш Петренконың был һүҙҙәре нимәне аңлата? Ихласлыҡ күрһәтеүгә оҡшамаған, тауышында әллә кинәйә, әллә ниндәйҙер янау бар төҫлө.
— Борсолмағыҙ, татыу эшләрбеҙ, ярҙам кәрәк булһа, тартынмағыҙ, – тип һүҙгә ҡушылды Вера Калмыкова. – Милләтегеҙ кем?
– Башҡортмон, – тип яуаплай һалдым.
– Бындай милләт барлығын тәүге тапҡыр ишетәм, – тип аптырағандай була Нина Остаповна. – “Нацмен” икәнһегеҙ.
“Г” хәрефе урынына “һ” ҡулланып һөйләшеүенә ҡарап, смена етәксеһенең украин ҡатыны икәнлеген тоҫмаллап өлгөргәйнем. Совет илендә бөтә милләт­тәрҙең дә хоҡуғы тиң тип ҡабул ителгән йылдарҙа үҫкәнлектән, уның “нацмен” тигән һүҙе йөрәгемде өтөп алды, сөнки быға тиклем бер ҡасан да бер кемдең дә шулай йөҙ йыртыуын күрергә насип булманы. Дөрөҫ, бала сағымда инәйемә эйәреп ҡалаға барғанда автобуста бер апайҙың икенсеһенә ҡәнәғәтһеҙлек менән: “Ниңә беҙҙең арала шул “нацмендар” үҙҙәренсә аралаша икән? Бөтәһе лә урыҫса белә бит инде”, тип әйткәне булды. Ул саҡта инәйем, урыҫсалап: “Һәр әсә үҙ балаһы менән туған телендә һөйләшергә хаҡлы”, — тип ипле генә итеп тегеләрҙең ауыҙын япҡайны. Шул хәтирә мейемде телеп үтте. Үҙемде мөмкин тиклем тыныс тоторға тырышып:
– Ә мин һеҙҙең Украинанан икәнле­гегеҙҙе шунда уҡ төшөндөм, – тип уға тура ҡарап йылмайҙым. – Тарас Шевченко, Леся Украинка әҫәрҙәрен уҡығаным бар. Милли кейем-һалымығыҙ, йыр-бейеүҙәрегеҙ бик оҡшай.
– Ҡайһы яҡтарҙан килдегеҙ? – тип һораны шул саҡ быға тиклем ләм-мим булып ситтә ултырған, бик сағыу биҙәнеп-төҙәнгән ҡырҡ йәштәр самаһындағы бер ханым.
– Башҡортостандан, – тип яуапланым.
– Мин Лариса Коростылева булам, – тип үҙе менән таныштырҙы ул. – Мәскәү янындағы Одинцово ҡаласығынанмын. Союздың бөтә республикаларында ла тип әйтерлек булғаным бар, әммә Башҡортос­тан тигән ерҙе күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ...
– Әллә һеҙ мәктәпкә йөрөгәндә география дәрестәре уҡытылманымы? – тип әйтеп һалдым. – Бәлки, борон-борондан башҡорттар көн иткән Урал тауҙарын да белмәйһегеҙҙер?
Лариса Коростылева яуап биреп то­роуҙы кәрәк тапманы, миңә арҡаһы менән боролоп уҡ ултыра һалды. Әллә үпкә­ләттем инде? Телем аҡылымдан алда йөрөй шул минең. Бәләкәйҙән шулай булдым. Мине гел ҡурсалап алып йөрөгән берҙән-бер ағайым юҡҡа ғына: “Телең булмаһа, күҙеңде күптән ҡарға соҡор ине”, – тип ҡабатламағандыр бит инде. “Тартай теленән таба” тигәндәй, эшкә тотонмаҫ элек буласаҡ хеҙмәттәштәремде үҙемдән ситләштереп өлгөрҙөм шикелле.
Сетерекле хәлдән Вера Калмыкова ҡотҡарҙы. Эргәмә килеп:
– Зинһар, һеҙ был апайҙарға асыулана күрмәгеҙ, – тип шыбырҙаны. – Уларҙың шулай холоҡһоҙораҡ ҡыланыуы бер бөгөн түгел. Бергә эшләргә бит, күнегеп китерһегеҙ әле. Улар мине лә шулай “ал­саҡ” ҡаршылағайны. Әсерәк телләнһәләр, ишетмәмешкә һалышам. Һеҙ ҙә уларҙың һәр һүҙен йөрәгегеҙгә яҡын алмаҫҡа тырышығыҙ.
Иптәш Петренко тағы һүҙ башланы:
– Исемегеҙҙе әйтерлек түгел – тел һыныуы ихтимал, бәлки, беҙ һеҙҙе “Нурия” тип түгел, ә “Рая” тип йөрөтөрбөҙ? – тип өндәште ул миңә, кисәгеләй өҫтән аҫҡа ҡарап. – Минең “Ғәлиә” исемле танышым бар, Ҡазандан килгән татар ҡатыны, беҙ уны “Галя” тип кенә йөрөтәбеҙ.
– Биш хәрефтән генә торған исемде әйтеү нисек ҡыйын булһын? – тип ҡаршы киләм мин. – Яратҡан ҡәртнәйем ҡушҡан исемемде алмаштыраһым юҡ. “Нурия” – нур эйәһе, мәғәнәһе генә ни тора! Мин “Рая” булырға һис риза түгелмен. Нисек бар – шулай йөрөтөгөҙ!
Яуабым “апайҙарға” оҡшаманы, әлбит­тә, әммә улар артабан һүҙ көрәштермәне.
Мөхиткә яраҡлашыу маҡсатынан күп­тәрҙең, исемдәре нисек кенә матур, мәғәнәле булһа ла, урыҫ­салаш­тырып ҡыҫҡартып йөрөтөүҙәрен беләм. Гар­низондағы тағы бер башҡорт ғаиләһе менән танышбыҙ. Сығыштары буйынса Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан улар. Прапорщик Ғәйфулланы бында “Гриша” тип кенә йөрөтәләр, ә уның ҡаласыҡтағы аҙыҡ-түлек кибет­тәренең береһендә һатыусы булып эшләгән ҡатыны Нәсимә күптән “Настя”ға әйләнгән. Әммә бындай исем алмаштырыу-алмаштырмау һәр кемдең шәхси эше бит. Мин иһә быға ҡәтғи ҡаршымын.
Нина Остаповна эш урынымды күрһәтте.
– Иң мөһиме – иғтибарлы булыу, – тип күрһәтмә лә бирҙе. – Беҙ төрлө урындарҙан хәбәрҙәр, күберәге хәрби округ һәм армия штабынан бойороҡтар ҡабул итәбеҙ. Таҫмала баҫылып сыҡҡан текстарҙы А4 форматындағы ҡағыҙ битенә ипләп кенә йәбештереп, миңә тапшырырһығыҙ, ә мин уларҙы үҙебеҙҙең штабҡа алып барып бирергә тейешмен.
Ифрат ҡыҙыҡ икән телеграф бәйләнеше! Ҡорамал шым ғына тора-тора ла ҡапыл геүелдәй башлай. Был инде ҡайҙандыр нин­дәйҙер мәғлүмәт ҡабул итергә кәрәклеген аңлата. Шунда уҡ махсус төймәгә баҫырға кәрәк. Аппараттың бер яғынан текслы таҫма сыға башлай. Бәғзелә үтә оҙон булып китә.
Беҙ үҙебеҙ ҙә төрлө адрес буйынса телеграмма йә хат ебәрә алабыҙ. Бының өсөн, яҙыу ма­шинкаһында баҫҡан кеүек, телеграф ҡорамалының клавиа­тура­һында тейешле тексты йыйырға кәрәк. Артабан тағы бер махсус төймәгә баҫаһың. Быныһы инде хәбәр тейешле урынға ебәрелде тигән һүҙ. Ҡайһы берҙә телег­раф­тың башҡа осондағы коллега­ларыбыҙ менән танышып, хәбәр­ләшеп тә алабыҙ. Ниндәйҙер ки­мәл­дә хәҙерге Интернет кеүегерәк. Ике смена — йә көндөҙ, йә төнөн алмашлап эшләйбеҙ. Төндәрен ауырыраҡ була, әлбиттә. Әммә һыр бирмәйбеҙ.
...Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары. Зәңгәр экрандарҙан гел яҡшы мәғлүмәт кенә тыңлап, күпселектең йәшәйешебеҙҙе матур күренештәрҙән генә тора тип күҙал­лаған осоро. Ә хәрби телеграф аша: “Фәлән ҡалала бер төркөм азербайжан әрмәндәрҙе туҡмаған, шунса кеше йәрәхәт­ләнеп, дауаха­наға оҙатылған”, “Төгән өлкәлә самолет ҡолаған, тиҫтәләрсә пассажир һәләк булған”, “Фәлән диңгеҙҙә карап батҡан, иҫән ҡалған кеше юҡ” кеүегерәк ҡур­ҡыныс хәбәрҙәр ҙә килеп тора. Төрлө ҡитғаларҙағы, сит илдәрҙәге хәл-әхүәлдәрҙе лә беҙ сәғәтендә тип әйтерлек белеп барабыҙ. Ватандаштарыбыҙ өсөн бөтөнләй ят, сәйер күренештәр – гей-парадтар хаҡында ла мәғлүмәтлебеҙ. Әммә беҙҙең былар тураһында бер кемгә лә, хатта иң яҡын кеше­ләребеҙгә лә һөйләргә хаҡыбыҙ юҡ, сөнки “сер һаҡлау” хаҡында ҡул ҡуйғанбыҙ.
Йыш ҡына телеграфсылар хәрби күнекмәләрҙә ҡатнаша. Ундай сәғәттәрҙә ҡорамалдарыбыҙ туҡтауһыҙ геүләй. Фармандарҙы алып, штабҡа тапшырып ҡына өлгөр! Бер хәбәрҙе йылдам рә­үештә командованиеға еткермәһәң, башың бөттө тигән һүҙ. Һөйләшеп тә тормайынса, эштән ҡыуасаҡтар. Быны яҡшы бе­ләбеҙ. Шуға ла кү­некмә көндәрендә үҙебеҙҙе йәйәлә тартылған уҡ хәлендә тоябыҙ.
Шулай бер тапҡыр хәрби күнек­мә беҙ төнгө сменаны ҡабул иткәс тә, йәғни кисен үк башланды. Телеграф аша “өҫтән” бойороҡ артынан бойороҡ “яуҙы”. Сәғәт өс тулғас ҡына бер ни тиклем тынлыҡ урынлашты. Хеҙмәттәштәрем, “тәнәфестән” файҙаланып, алмаш-тилмәш тамаҡ ялғап алырға булды. Урталағы бәләкәй өҫтәл янына иң тәүҙә Нина Петренко менән Лариса Коростылева барып ултырҙы. Уларҙан һуң Вера Калмыкова менән миңә сират етте. Сәйебеҙҙе яһап ҡына алғайныҡ, аппаратым “телгә килде”.
— Ҡуҙғалмағыҙ, хәҙер үҙем ҡарайым, — тип һикереп торҙо Нина Остаповна.
Йылдам ғына минең эш урынымды биләне. Аппарат бер нисә сантиметр ғына таҫма сығарҙы ла тағы шымып ҡалды. Нина Остаповна таҫма киҫәгенә күҙ генә һалып алды ла, йомарлап, сүп биҙрәһенә ырғытты.
— Хәүефләнмәгеҙ, телеграф аппараты ҡайһы берҙә шулай үҙенән-үҙе “терелеп” ала ул, күп эшләне бит, тимер булһа ла арый торғандыр инде, — тип шаярғандай итте.
Дүртенсе яртыла хәрби күнекмә тағы башланды. Был юлы таңға тиклем дауам итте ул. Эш сәғәттәребеҙ тамамланыуға тамам хәлебеҙ бөткәйне. Әммә күнекмә һөҙөмтәләре буйынса оператив кәңәшмәгә штабҡа күтәрелгән смена етәксеһен көтөп алырға, эшебеҙгә ниндәй баһа бирелеүен белеп ҡайтырға тейешбеҙ.
Ниһайәт, ишек асылып китте.
— Күпме әйттем инде коман­дирҙарға, “нацмендарҙы” эшкә алмағыҙ тип, һүҙемә ҡолаҡ һалманылар бит! Фәтүәләре юҡ, зыян килтерә генә беләләр!
Иптәш Петренко залға шулай тип һөйләнә-һөйләнә, ярһып килеп инде.
— Ә һеҙ хәҙер үк эштән китеү хаҡында ғариза яҙһағыҙ ҙа була, — тип ыҫылданы, миңә ҡарап.
Уның был сәйер ҡыланышынан мин тәүҙә ҡойолоп төштөм, әммә, ҡаушауымды бер кемгә лә һиҙҙер­мәҫкә тырышып, өндәшмәй генә ултыра бирҙем.
— Нимә булды һуң, тәүҙә аңла­тығыҙ әле, — тип ипләп кенә һора­ны смена етәксеһенән Вера Калмыкова. — Ниңә кешегә улай ҡаты бәреләһегеҙ? Бында урынлашыуына ярты йыл ғына булһа ла, беҙҙән һис ҡалышмай, тырышып эшләй бит!
— Ныҡ “тырышҡан” инде! Шуға баш командующий штабынан килгән бойороҡто күрмәй ҡалған­дыр! Хәҙер штабта ентеклерәк аңлатырҙар, унда һеҙҙе көтәләр ҙә инде, — тип яһилланды Нина Остаповна. — Һәр ҡайһығыҙҙы берәмләп саҡырталар. Берегеҙ ҙә “нацменды” яҡлап маташмағыҙ!
“Коверға” башта Лариса Корос­тылева йүнәлде. Тиҙ генә барып әйләнде. Бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, кейенә һалды ла ҡайтып та китте. Вера Калмыкова штабта оҙағыраҡ булды.
— Инде һинең сират, — тине ул миңә, ғәҙәтенсә баҫалҡы ғына итеп.
Таш баҫҡыстар буйлап өҫкө ҡатҡа күтәреләм. Аяҡтарыма ауыр гер бәйләп ҡуйғандармы ни! Йөрәгем “дөп-дөп” тибә. Тимәк, күнекмә барышында ғәҙәттән тыш хәл булған, үҙем дә һиҙмәҫтән, ғәйеплеһе мин булып сыҡҡанмын! Шуға ла штаб начальнигының үҙемде асыҡ йөҙ менән ҡар­шылауына аптырап ҡалам.
— Хәйерле иртә! – тип өндәште ул миңә. — Үтегеҙ. Ултырығыҙ. Мин Владимир Иванович Васильев булам. Әңгәмәләшеп алайыҡ.
Полковниктың итәғәтле һөйлә­шеүе күңелемде бер ни тиклем тынысландыра төшә. Артабан ул, миңә хәйләле генә ҡарап:
— Төнгө сәй тәмле булдымы? – тип һорап ҡуйҙы. Шунда ҡапыл, нәҡ телһеҙ кинолағы кеүек, бер-бер артлы сиратлап ҡапҡылап алыуыбыҙ, минең аппаратым янына иптәш Петренконың ҡунаҡлауы, уның, ихахайлап, телеграфтан сыҡҡан таҫма киҫәген сүп кәрзи­ненә атып бәреүе күҙ алдымдан үтә.
— Зинһар, тиҙ генә телеграф залына төшөп килергә рөхсәт итегеҙ, — тип үтенәм.
Теге таҫма киҫәген табып алып килмәксемен, йәнәһе. Владимир Иванович иһә минең нимә теләгә­немде шунда уҡ аңлап алды.
— Кәрәк түгел, миңә “юғалған” таҫманың йөкмәткеһе билдәле – бойороҡтарҙы бер үк ваҡытта телефонистар һәм радистар ҙа ҡабул итә бит, — тип яйлап ҡына һөйләй башланы. — Әле һеҙҙең бәләкәй коллективығыҙҙағы мөхит хаҡында һөйләшеп алайыҡ. Дөрөҫөн әйткән­дә, смена етәксеһе вазифаһына Вера Калмыкова күпкә лайыҡлыраҡ – белемле, тәжрибәле, тәрбиәле ҡатын ул. Нина Петренконың был урынды биләүенең бер етди сәбәбе бар – ул ҡасандыр үҙ теләге менән тейешле органдарға ҡайҙа, кем менән аралашыуы, кемдең нимә һөйләүе тураһында еткереп торасағы хаҡында яҙма рәүештә һүҙ биргән. Юғиһә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында олатаһының полицай булып фашистарға хеҙмәт иткәнлеген күҙ уңында тотоп, уға хәрби ҡаласыҡта йәшәргә рөхсәт итмәҫтәр ине. Органдарға биргән вәғәҙәһен саманан тыш тырышып башҡара. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, иптәш Петренко – ҡәҙимге “стукач”. Хәйер, улар һәр предприятиела, һәр уҡыу йортонда бар, быны беләһегеҙҙер, моғайын.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге тапҡыр ишетеүем...
Штабта ишеткән яңы мәғлү­мәттәр мейемде сатната. Тимәк, беҙ уҡыған мәктәптә лә, университетта ла арабыҙҙа “стукачтар” – шымсылар булған! Башҡа һыймаҫ­лыҡ хәл бит был! Был хәбәргә һис тә ышанырлыҡ түгел...
Ниһайәт, мин Вера Калмыко­ваның да, Лариса Коростылеваның да Нина Остаповна эргәһендә бик асылып бармауҙарының серенә төшөнәм. Өсәүебеҙ генә ҡалғанда һүҙгә әүәҫ кенә бит улар – сер­ләшеп тә, шаярышып та алалар. Миңә ҡарата ла йылы, ихлас мөнәсәбәттәләр.
— Ошаҡлар “яңылығы” булмаһа, Нина Петренко уны үҙе “ойоштора” – бына әлеге осраҡтағы кеүек, — тип дауам итә һүҙен Владимир Иванович. – Был юлы уның күрә алмау “объекты” итеп тап һеҙҙе һайлауын да аңлатыу ҡыйын түгел. Беренсенән, ул ысынлап та, украиндарҙан тыш, башҡа милләт вәкилдәрен ене һөймәй. Урыҫтар менән белорустарҙы әҙәмгә һанай-һанауын. Икенсенән, уның ире һеҙҙеке менән бер часта, уның ҡул аҫтында хеҙмәт итә. Әгәр ҙә шымсы хаҡлы булып сыға ҡалһа һәм һеҙ хурлыҡ менән эштән ҡыуылһағыҙ, мотлаҡ тормош иптәшегеҙгә лә тап төшәсәк. Уны хатта вазифаһы буйынса түбәнәйтеүҙәре лә ихтимал. Эш шулай “ҙурға” китә ҡалһа, өлкән лейтенант Петренкоға юғарыраҡ үрләүгә юл асыла.
Мин штаб начальнигын ҡым­шанмайынса тыңлайым.
— Өсөнсөнән, һеҙ тиҙ арала эшкә өйрәнеп алдығыҙ, өҫтәүенә йәшһегеҙ, аҡыллыһығыҙ, һөйкөм­лөһөгөҙ, үҙ бәҫегеҙҙе беләһегеҙ, — тип йомғаҡланы һүҙен полковник. – Ә был иренән ун йәшкә тип әйтерлек өлкәнерәк, олоғайып барған ҡатынға нисек оҡшаһын? Тимәк, нисек тә булһа һеҙҙе “юҡ итергә” кәрәк. Әгәр ҙә Вера Калмыкова беҙгә хәлдең ысынында нисек булғанлығын асып һалмаһа, бөгөнгө смена һеҙҙең өсөн аяныслы тамамланыр ине. Һеҙ бик йәш, тормошоғоҙ алда әле. Әйләнә-тирәләгеләр араһында гел яҡшы кешеләр генә осрап тормаҫ, юҡ-юҡта яуыз йөрәклеләр, ҡара эсле­ләр, һатлыҡ йәндәр ҙә тура килер. Төнгө сәйҙең бәғзелә бик әсе булыу ихтималлығын бөгөн үҙ иңегеҙҙә татынығыҙ, шуны онот­маһағыҙ, бынан ҡала абайыраҡ булһағыҙ ине...
— Ә ни өсөн һеҙ был ғәҙәттән тыш хәлдең нисек, нимә арҡаһында килеп сыҡҡанлығын шулай ныҡлап тикшерҙегеҙ, миңә лә ентекле аңлаттығыҙ әле? – Штабтан сығып китер алдынан мин полковникка шундай һорау бирҙем. – Миңә хатта тап һеҙ мине ҡурсаларға, яҡлап алып ҡалырға тырышҡан кеүек тойолдо.
— Сөнки минең исем-шәрифем генә урыҫтыҡы, үҙем керәшен татарымын, тимәк, мин дә – “нацмен”, — тип саф татарса яуапланы ул. – Өҫтәүенә ғәҙелһеҙлекте яратмайым.
Төнгө сменанан һуң, ғәҙәттә, ике көн ял итәбеҙ. Шунан һуң көн­дөҙгө сменаға сығабыҙ. Был юлы беҙҙе телеграф залының ишегендә Вера Калмыкованың смена етәк­сеһе итеп тәғәйенләнеүе хаҡын­дағы бойороҡ “ҡаршыланы”. Ә Нина Петренконың эштән үҙ теләге ме­нән китергә теләп ғариза яҙыуын белдек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518