Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белемлегә юл асыҡ
Белемлегә юл асыҡӨфөлә “Башҡортостанда йәштәр фәне көнө” исемле фестиваль менән XII “Белем биреү. Фән. Карьера-2012” махсус күргәҙмәһен үҙ эсенә алған Мәғариф форумы башланды. Ул 30 мартҡа тиклем барасаҡ.
Сара мәғариф өлкәһендәге барлыҡ ҡаҙанышты күрһәтеү, яңы проекттарҙы башлап ебәреү, педагогик берләшмәнең эшлекле аралашыу майҙансығы булараҡ әһәмиәтле. Халыҡ уны һәр саҡ көтөп ала. Мәҫәлән, былтыр форумдың сараларында 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Быйыл да уны асыу тантанаһына халыҡ күп йыйылды. Уларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов тәбрикләне.
Быйылғы күргәҙмәлә 130-ҙан ашыу мәғариф учреждениеһы ҡатнаша. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Түбәнге Новгород, Магнитогорск һәм башҡа ҡалаларҙың Белемлегә юл асыҡалдынғы белем усаҡтары бар.
Күргәҙмәлә нәшриәт эшмәкәрлеге лә сағылыш таба. Мәҫәлән, “Академия”, “Башҡорт энциклопедияһы”, “Китап”, “Легион”, “Федоров”; “Эдвис” уҡыу-методик үҙәге тәҡдим иткән “Дрофа”, “Просвещение” нәшриәттәренең продукцияһы менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ мәғариф учреждениелары өсөн мебель һәм башҡа йыһаз етештереүсе компаниялар ҙа үҙ эшен тәҡдим итә.
Форумда уҡытыуҙың сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән бай программа ҡаралған. Кисә был йәһәттән тәүге саралар — яңыртыу процесында йәштәрҙең роле хаҡында “түңәрәк өҫтәл”, һөнәри белем биреүҙе яңыртыу шарттарында студенттарҙы сифатлы әҙерләүгә арналған эксперт сессияһы, республиканың сәнәғәт предприятиеларына экскурсиялар ойошторолдо.
Белемлегә юл асыҡМәғариф форумында фәнни-ғәмәли конференция, секция эше, ҡор, семинар, лекция, оҫталыҡ кластары, 20-гә яҡын презентация буласаҡ. Төп иғтибар федераль дәүләт белем биреү стандарттары, электрон ресурстар, яңыса ғәмәли һәм методик алымдар, йәштәрҙең киләсәген тәьмин итеүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләргә йүнәлтеләсәк. Вакансия йәрминкәләрендә һәр кемгә ярашлы эш урыны, төрлө һорау буйынса ярҙам, хеҙмәт закондарына ҡағылышлы консультация алыу мөмкинлеге бар. Был йәһәттән 29 мартта республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы “Йәштәргә — эш!” тигән акция ла ойоштора.
Быйылғы фестивалгә үҙенсәлекле яңылыҡ та индерелде — унда “Буласаҡ финансист” исемле студенттарҙың тәүге олимпиадаһы була. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында “Йылмайыуың менән уртаҡлаш!” тигән республика фотоконкурсы ла иғлан ителде.
Өфөнән тыш фестиваль саралары Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үтә.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840