Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дини азатлыҡ күҙәтеләме?
Башҡортостанда, бөтә илебеҙҙәге кеүек үк, выждан азатлығы тулы көсөнә эйә – һин үҙең теләгән динде тоторға йәки атеист булырға хоҡуҡлыһың. Ләкин был тәңгәлдәге дөйөм хәл тураһында йәмәғәтселек тейешенсә хәбәрҙар түгел әле. Шуны иҫәпкә алып, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ошо хоҡуҡтың нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерергә булды.
– Совет заманында дини азатлыҡты сикләү арҡаһында махсус белемле руха­ниҙар ҡалманы, был өлкәләге мәғариф системаһы юҡҡа сыҡты, – ти­не Башҡортос­тан Башлығы ҡарама­ғындағы Дәүләт-конфессиональ мөнә­сәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, парламенттың Урын­дағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты ултырышында сығыш яһап.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда әлеге көндә 22 йүнәлештә дин тоталар: мосолмандар, христиандар, йәһүдтәр, “пятидесятниктар”, мормондар, “Етенсе көн аквентистары”, буддистар һәм башҡалар. Нисбәт буйынса улар түбәндәгесә бүленә: ислам – 67%, православие – 20%, протестантлыҡ – 12%. Ҡалғаны – башҡа диндәр.
Төбәгебеҙҙә дин тотоусыларҙы бер­ләш­тергән 12 үҙәк эшләй. Баш­ҡорт­остан Республикаһының 1917 йылда ойошто­рол­ған Диниә назаратында бөгөн 729 мәхәллә бар. Күп кенә дини ойошмалар юридик теркәлеүһеҙ эшләй, сөнки рәсмиләштереү өсөн уртаса 75 мең һум аҡса талап ителә. Тимәк, был тәңгәлдә урындағы властарҙың ярҙамы ла кәрәк.
Совет рәйесе раҫлауынса, дин тотоу буйынса эшмәкәрлектә бер ниндәй проблема ла юҡ. “Ғибәҙәт ҡыла алма­һын өсөн кемдең ауыҙын ябып ҡуялар? Берәүҙе лә тыймай­ҙар. Ниндәй дин әһелдәре йыйы­лырға мөйөш таба алмайынса урамда тороп ҡалды? Ун­дайҙар юҡ”, – тине Вячеслав Петрович. Ниндәйҙер мәсьәлә тыуа ҡалһа ла, фәҡәт ҡорам һалыу өсөн ер майҙаны бүлеп биреүҙә генә килеп сығырға мөмкин, ләкин уныһы ла хәл ителмәй ҡалмай. Анығыраҡ әйткәндә, конституцион хоҡуҡтың күҙәтелеше буйынса бер генә етешһеҙлек тә юҡ, кәмсе­лектәр ара-тирә хужалыҡ мәсьәлә­ләренә ҡайтып ҡала.
Әммә ҙур көнүҙәк мәсьәлә бар: дин әһел­дәрен һөнәри яҡтан әҙерләү ҡә­нәғәтлә­нерлек түгел әле, уларға ҡыт­лыҡ ҙур. Шул арҡала Башҡортос­тандағы 90 мәсеттең һаман да үҙ имамы юҡ. Булғандары ла оло йәштә – беҙҙең республикалағы имам­дарҙың уртаса йәше 78-гә еткән. Алдағы йыл­дарҙа уларға алмаш талап ителәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840