Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман һаман шаулай
Урман һаман шаулайШартлауҙан һуң ҡалған яра әле лә уңалмай
Иглин районының Урман ауылы эргәһендә урынлашҡан хәрби келәттәрҙең шартлауы республиканы ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе шаңҡытты. Арсеналда һаҡланған артиллерия снарядтарының ярсыҡтары 300 метрлыҡ радиусҡа һибелгән. Һөҙөмтәлә 2600 кеше йәшәгән ауылда 116 ғаилә бөтөнләй йортһоҙ ҡалды, күптәр матди зыян күрҙе. Хәйер, был хаҡта тәфсирләп яҙыу кәрәкмәй ҙә, сөнки шартлауҙан һуң булған хәл-ваҡиғалар матбуғат битендә даими яҡтыртылып барҙы. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙе, килеп сыҡҡан социаль проблемаларҙы хәл итеүҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ контроленә алды. Ауылды төҙөкләндереү өсөн республика Хөкүмәте, район хакимиәте ҙур көс һалды.
Урманға быға тиклем юл төшкәне булманы. Шуға күрә барып етеү менән тәүҙә урамдарҙы байҡап сыҡтыҡ. Ауыл төҙөк, матур. Бында булған мәхшәрҙе бары тик бер бина хәтерләтә. Ул ҡасандыр хәрби частың клубы булған. Яҙын район хакимиәте бинаны һүтеп, урынында яңы мәҙәниәт йорто төҙөргә ниәтләй. Тик әле ул Рәсәйҙең Оборона министрлығы балансында тора. Ҡағыҙҙарҙы юллау иһә ваҡыт талап итә. Ошо бинаны иҫәпкә алмағанда, шартлау тураһында бер нәмә лә хәтерләтмәй тиер инем, ауыл Советы хакимиәте йортоноң ишегенә эленгән ошондай яҙыу ғына күңелде семетеп алды:
“Иглин районы халҡы!
Урман һаман шаулайРәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексындағы 222-се статьяһына ярашлы, шартлатҡыс ҡорамал йәки матдәләрҙе законһыҙ һаҡлаған өсөн енәйәт язаһына тарттырыу ҡаралған, уларҙы үҙ ирке менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырғандар яуаплылыҡтан азат ителә.
Артиллерия снарядтарын тапҡан хәлдә тиҙ арала эске эштәр органдарына хәбәр итергә кәрәк”.
Урманға юлыбыҙ төшөү юҡҡа түгел. Төрлө баҫмаларҙан, Интернет селтәренән бында йәшәүселәрҙе “федералдар”ға һәм “урындағы халыҡ”ҡа бүлеп кенә ярҙам күрһәтеүҙәре тураһында урыҡ-һурыҡ мәғлүмәт еткерелгәс, ысынбарлыҡта хәлдең нисегерәк булыуын күреү ине ниәтебеҙ.
Ауыл Советы хакимиәте бинаһы алдында йыйылған халыҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Иглин районы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты етәксеһе, Урман ҡасабаһындағы шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса штаб начальнигы Радик Хандановты уратып алған һәм һорау яуҙыра. “Әйҙәгеҙ, йыйылышты тышта үткәрмәйек. Барлыҡ һорауҙарға ла яуап алырһығыҙ”, — тип тынысландырҙы ул йәмәғәтселек вәкилдәрен.
Радик Миңлеғол улы Урманда йыш була. Аҙнаһына бер тапҡыр халыҡты ҡабул итә. Уның менән бергә ауылды тағы бер урап сыҡтыҡ. Оборона министрлығына ҡараған өс биш ҡатлы йорт төҙөкләндерелгән, тәүҙә уларҙы яңынан һалғандарҙыр тип уйлағайным. Һәр ихата алдында яңы һәм уңайлы балалар майҙансығы эшләнгән, сабыйҙар сыр-сыу килеп уйнай.
Урман һаман шаулайЙыйылыш башланыр алдынан Радик Миңлеғол улы башҡарылған эштәр, киләсәккә ниәттәр менән таныштырҙы. “Әлеге мәлдә Урман ауылында төҙөлөш-төҙөкләндереү буйынса хәл итәһе мәсьәләләр юҡ, — ти ул. – Республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға район хакимиәте тырышлығы менән 940 йорт төҙөкләндерелде. Ҡыйыҡтар, тәҙрәләр, мейестәр – барыһы ла иҫәпкә алынды. Иң мөһиме — уҡыу йылы башланғанға тиклем мәктәпте һәм балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Тиҙ арала яңы ҡаҙанлыҡ төҙөү арҡаһында йорттарға йылылыҡ бирелә, һыу менән тәьмин итеү өҙлөкһөҙ башҡарыла. Өйһөҙ ҡалғандарҙы торлаҡлы иттек. Әлеге ваҡытта мөлкәтен өлөшләтә юғалтҡан граждандар менән эш алып барабыҙ. Ғариза тапшырған һәр кеше менән һөйләшәбеҙ, бөтәһен дә ҡабул итәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда өйө булып та, бында теркәлмәгәндәргә зыянды ҡаплай алмайбыҙ. Был осраҡта хәлдең осона нисек сығырға икән тип уйланабыҙ. Район хакимиәтендә эшләүсе юристар ҡаза күреүселәргә документтарҙы дөрөҫ төҙөргә ярҙам итә, аңлатыу эше алып бара. Әлегә 200 ғаризаның юридик яҡтан дөрөҫ яҙылмауы асыҡланды. Халыҡты беҙҙең хоҡуҡ белгестәре бушлай хеҙмәтләндерә. Ҡаза күреүселәргә “ярҙамға” ҡаланан юристар килеп, баштарын ҡатырып киткән. Һуңынан был кешеләрҙең алдаҡсылар булыуы асыҡланды. Кеше ҡайғыһында аҡса һуғырға теләүселәр бар. Заманаһы шулайҙыр”.
Әлеге мәлдә көн ҡаҙағында торған иң мөһим мәсьәлә — халыҡты эш менән тәьмин итеү. Инвесторҙар килә, һөйләшеүҙәр алып барыла. Ағасты тәрәнтен эшкәртеү менән ҡыҙыҡһыналар, хакимиәт был йәһәттән 600 эш урыны булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Киләсәктә, ғөмүмән, мең кешене эш менән тәьмин итергә ниәтләйҙәр. Эшһеҙ ҡалған ир-егеттәрҙе төҙөлөшкә йәлеп иткәндәр. Бригадалар төҙөлгән, улар әлеге мәлдә Яңы Иглин микрорайонында эшләй. “Иң ауыр ваҡытты үткәреп ебәрҙек тип уйлайым. Мәктәп, балалар баҡсаһы сафҡа инде, хоккей клубы булдырылды, бокс мәктәбе асылды, – ти Радик Ханданов. – Ҡайһы берәүҙәрҙең ризаһыҙлыҡ күрһәтеүен, бер яҡтан, аңларға ла була, сөнки хәрби часҡа ҡараған йорттар үткән быуаттың 45-се йылдарында төҙөлгән. Шул ваҡыттан бирле Оборона министрлығы тарафынан уларҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү өсөн сығымдар бөтөнләй бүленмәгән. Йылдар буйы иғтибарҙан ситтә ҡалып килгән был проблеманы халыҡ хәҙер хәл итеп ҡалырға тырыша. Республика, район иһә бер нисә ай эсендә ҙур эште йырып сыға алды. Бының менән ғорурланырға ғына ҡала. Шулай ҙа, тынысланып, ҡул ҡаушырып ултыра торған мәл түгел. Төп маҡсат — Урманда йәшәүсе һәр кемдең проблемаһын аңлап, мөмкин тиклем ярҙам итеү. Ҡаза күргән ауыл кешеләрен айырып ҡарау бер ҡалыпҡа ла һыймай, ләкин бюрократик кәртәләрҙе йырып сығыу өсөн ваҡыт кәрәк”.
Беҙ һөйләшкән арала сәғәт телдәре икегә яҡынлашты. Радик Миңлеғол улы халыҡты балалар баҡсаһы бинаһында ҡабул итә икән. Ҡағыҙ тулы папкаларын тотоп, утыҙлап кеше килде. Һәр кемдең үҙ аһ-зары. Әлбиттә, бындай ҙур юғалтыуҙарҙан һуң кемдеңдер тулыһынса риза булыуы мөмкин дә түгелдер. Мәҫәлән, бер инәй, яр һалып, һарайы тураһында һөйләне. Шартлауҙан һуң уның да, күршеһенең дә аҙбары янған икән. Ярай әле, “ҡыҙыл әтәс” өйҙәренә ҡунмаған. Уны борсоған һорау бына нисек: “Ниңә яңы һалынған һарайҙар бер иш түгел? Күршемдеке минекенән бер квадрат метрға киңерәк!” Тағы бер ағай аптыратты. Ул ауыл ситендә йорт һалған булған. Күршеһе менән бер ваҡытта бура күтәргәндәр. Күршеһе ҡыйығын ҡаплап өлгөргән, ә ағай – юҡ. Шартлау мәлендә яңы ябылған ҡыйыҡ ярайһы ғына зыян күргән. Күршегә бының өсөн матди ярҙам күрһәтелгән. Ә ағайҙы әлеге “ғәҙелһеҙлек” сығырынан- сығара.
— Йорттар бер кимәлдә һалынған ине. Ниңә уға матди зыян ҡапланған, миңә юҡ?
— Һуң, һинең өйөңдөң ҡыйығы ябылмаған ине бит.
— Булһа һуң? Өйҙәр күргән зыян бер сама! Ҡыйыҡлы йортҡа ла, ҡыйыҡһыҙына ла снаряд бер сама яуған. Шуға профнастил миңә лә тейеш!
Ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Әлдә баш иҫән ҡалған, тип шөкөр итер урынға...
Әлегә ауырлыҡ тыуҙырған мәсьәлә хәрби часҡа ҡараған торлаҡ йорттар менән бәйле. Республика Хөкүмәте лә, район хакимиәте лә был объекттарға тейеү хоҡуғына эйә түгел. Уларҙы тәүҙә хәрби частың балансынан төшөрөргә кәрәк. Ә мәсьәлә ауыр хәл ителә. Йорттарҙың күбеһенең файҙаланыу ваҡыты 90-сы йылдарҙа уҡ тамамланған, шуға ҡарамаҫтан, кешеләр бында әлеге көнгә тиклем йәшәй. Мәҫәлән, Александр Заболотский көн иткән йорт 1992 йылда уҡ авария хәлендә тип теркәлгән булған, ләкин был хаҡта халыҡ шартлауҙан һуң ғына белгән. Александр өйләнгән, ике балаһы бар. Ғәрәсәттән һуң өйҙөң нигеҙе ултырған, стеналары сатнаған.
— Бүлмәлә температура – ни бары 18 градус. Балалар менән йәшәү мөмкин түгел. Түбә таҡтаһы ишелеп төшмәһен өсөн терәү ҡуйғанбыҙ. Бында йоҡлауы ла ҡурҡыныс, стеналар шығырлап тора, — тип һөйләй Александр.
Бар бәлә шунда: ғаилә Оборона министрлығына яңы торлаҡ һорап мөрәжәғәт иткән, часта иһә уларҙың ғаризаларын теркәмәгәндәр, төрлө һылтау тапҡандар, ишетмәмешкә һалышҡандар. Хакимиәт юристары Заболотскийҙарға артабан ниндәй саралар күрергә кәрәклеген тәфсирләп аңлатты. Әлегәсә хәл ителмәгән был мәсьәлә урынынан ҡуҙғалыр, тип өмөтләнәйек.
Бер нисә ғаилә йорт-ҡураһын йүнәткәндән һуң Рәсәйҙең Оборона министрлығының сығымдарҙы ҡаплатыуын һорап судҡа мөрәжәғәт иткән. Ләкин министрлыҡ эште һуҙа һәм компенсация түләргә ашыҡмай, сөнки әле фажиғәлә ғәйепле кешеләрҙең барыһы ла асыҡланмаған, енәйәт эше ябылмаған.
Йыйылыш ике сәғәттән ашыу барҙы. Шартлауҙан һуңғы тетрәнеү үтмәгән әле. Халыҡ йылдар буйы иғтибарһыҙ ҡала килгән социаль проблемаларҙы бер юлы хәл итеп ҡалмаҡсы: юлдарҙы төҙөкләндереү, аптека асыу, амбулатория төҙөү, мунсаның эшен йәнләндереү, ҡырағай эттәрҙе атыу… Тыңлаусы булғанда тиҙерәк һөйләп ҡалайым тигәндәй, ауыл халҡы үҙен борсоған проблемалар хаҡында тәфсирләп бәйән итте. Көн ҡаҙағына һуҡҡан әлеге мәсьәләләр иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.

Рафаэль ҠАЛҠАМАНОВ, Урман ауыл Советы рәйесе:
– Әлегә ауыл хакимиәтендә 820 ғариза теркәлгән. Уларҙың барыһы ла октябрь-ноябрҙә яҙылған. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң бер нисә көн үтеүгә 313 ғариза теркәлгәйне. 595 ғариза һуңынан яҙылды, сөнки бындай фажиғәнән һуң халыҡ оҙаҡ ваҡыт иҫенә килә алманы. Имен ҡалыуына шөкөр итеп, матди зыян тураһында һуңғы сиктә уйлауҙарынандыр... Барыбыҙ ҙа ҙур тетрәнеү кисерҙек. Минең яҙмышҡа төшкән икенсе һуғыш булды был. Чечен Республикаһында иң тынғыһыҙ, көсөргәнешле осорҙа хеҙмәт иттем. Урмандағы мәхшәр күпкә ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты. Хоҙай аралағандыр инде, бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ. Ҡайһы бер кешеләрҙең ҡотҡо таратыуын аңлай алмайым, сөнки республика етәкселәре, район хакимиәте ауылды тиҙ арала төҙөкләндереү өсөн бар тырышлығын һалды. Федераль йортта йәшәһенме ул кеше, шәхси йортта булһынмы — берәү ҙә ярҙамһыҙ ҡалманы. Оборона министрлығына ҡараған биш ҡатлы өс йорт һәм уларҙың эргәһендәге шәхси өйҙәр йылыһыҙ, һыуһыҙ ҡалмаһын өсөн көҙгә тиклем ике яңы ҡаҙанлыҡ һалынды.

Дмитрий БУЛГАКОВ, армия генералы, Рәсәйҙең Оборона министры урынбаҫары:
– 2010 йылдың 1 сентябренә төрлө келәттәрҙә 9,5 миллион тонна хәрби припас һаҡлана ине. Рәсәй армияһына йәмғеһе 3 миллион ғына кәрәк. Артығын ҡайҙа итергә? Уларҙың 70 проценты асыҡ майҙансыҡтарҙа һаҡланыуы эште тағы ла ҡатмарлаштыра. Махсуслаштырылған биналарҙа снарядтар 30 йылдан ашыу һаҡланһа, асыҡ һауала уларҙы биш йылдан артыҡ тоторға ярамай. Артабан ҡорал яраҡһыҙға әйләнә, һаҡлауы ла хәүефле. Ошондай снарядтар дөйөм күләмдең 26 процентын тәшкил итә ине, тап улар фажиғәнең сәбәпсеһе булды ла инде.
99-сы, 102-се арсеналдар ҡасандыр кеше аҙ йәшәгән ерҙә төҙөлгән. Халыҡ һаны арта, ҡалалар ҙурая. Миҫалға Мәскәү эргәһендә урынлашҡан Мышы Утрауындағы 59-сы арсеналды ғына килтерергә була. Ҡайһы бер өйҙәр келәт кәртәһенән 15 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Можайск, Истра, Владивосток, Ярославль, Североморск – барыһында ла ошондай уҡ хәл. Былтыр был арсеналдарҙа һаҡланған хәрби припастарҙы сығарҙыҡ һәм юҡ иттек.
Илдә хәүефле келәттәрҙе бөтөрөү өсөн 2015 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ махсус программа ҡабул ителде. Заманса арсеналдар төҙөү, хәүефле хәрби припастарҙы юҡ итеү өсөн 90 миллиард һум кәрәк буласаҡ. Киләсәктә әле сафта булған 140 келәттән 35-е генә ҡалырға тейеш.
Иҫкергән һәм хәүефле хәрби припастарҙы юҡ итеү өсөн Оборона министрлығы ике юл һайлаған. Беренсеһе – бомба, снаряд, ракета етештереүселәр иҫке шартлатҡыстарҙы үҙҙәре һүтергә тейеш, йәғни улар келәт һәм арсеналдарҙа юҡ ителәсәк. Ләкин был структуралар йылына 300 мең тоннанан ашыу хәрби припасты ғына эшкәртә ала. Тимәк, хәлде рәткә һалыу өсөн 20 йыл да етмәйәсәк. Шуға Оборона министрлығы икенсе юлдан да китергә булды: ҡулланыуға яраҡһыҙ хәрби припастарҙы махсус полигондарҙа юҡ итәсәктәр. Былтыр был юл менән 1,3 миллион тонна шартлатылды. Быйыл 1,7 миллион тоннаны ғәмәлдән сығарырға планлаштырабыҙ, 46 полигонда 13 меңдән ашыу хәрби ошо эш менән шөғөлләнәсәк. 2013 йылдың аҙағына бурысты тулыһынса үтәп сығырға уйлайбыҙ.

Ғәзизә (инәйҙең һорауы буйынса исеме үҙгәртелде):
– Аллаға шөкөр, шартлау мәлендә өйөм ҙур зыян күрмәне. Әлбиттә, дер һелкетте. Иҫке йортҡа шул еткәндер инде, быйыл ҡыш һыуыҡ булды. Тәҙрәләрҙе алмаштырыуын-алмаштырҙылар, ләкин серегән рамдарға беркеттеләр. Күпме ямама, ел өрә. Иҫке иҫке инде, ни хәл итәһең. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелеп китһәм, мәхшәр ваҡытында өйөмә снаряд төшһә ни булған, тип уйлап ҡуям. Минеңсә, өйҙәре янғандар күпкә бәхетлерәк булып сыҡты. Иҫкергән донъяларынан ҡотолдолар, яңы фатирлы, өйлө булдылар. Ярай, баш иҫән. Шуға шөкөр итергә ҡала.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
Иглин районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509