Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моданан артта ҡалмайым тиһәң...
Моданан артта ҡалмайым тиһәң... Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигән боронғолар. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ыҫпай, үҙенә килешле итеп кейенеп йөрөгән. Мода бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Берәүҙәр уға табына, икенселәр – ҡыҙыҡһына, өсөнсөләр уға битараф. Әммә ҡайһы берәүҙәр мода артынан ҡыумаһа ла, һәр миҙгелдә модалағы өҫ кейеме тураһында ҡыҙыҡһына. 2017 йыл өҫ кейемебеҙгә ниндәй яңылыҡ индермәксе? Мода тигәндәре нимә менән һөйөндөрмәксе?
Быйыл мода күп сюрприз вәғәҙә итә. Был өлкәлә ныҡлы үҙгәрештәр көтөлә: үткән миҙгелдең сағыу трендтары артҡа күсә, яңы тенденциялар барлыҡҡа килә. Быйыл уникаль принт­тарға өҫтөнлөк биреләсәк.
Мода артынан ҡыуыусыларҙы нимә көтә?
Барокко стилен үҙ итеүселәр ҙур үҙгәрештәр кисерәсәк. Атлас, парса, ебәк өҫтөнлөк итер. Бисер, стразалар менән биҙәү шул килеш ҡала.
Милитари стиле лә үҙгәреш кисермәй ҡалмай. Камуфляж, хаки төҫөндәге ке­йемдәрегеҙҙе арыраҡ алып ҡуйырға мөмкин. Быйыл иһә һоро, көл төҫлө, аҡһыл-көрән төҫлө кейемдәр модаға инәсәк. Ошо төҫтәге жилет, салбар, жакетҡа өҫтөнлөк бирелә.
Мода донъяһында яңы йүнәлеш барлыҡҡа килә. Ул – эльф мистицизмы. Күлдәктең йырығы фея (тылсымлы ҡыҙ) образын сағылдыра. Күбәләкле, сәскәле туҡымалар төрлөлөгө менән айырыласаҡ.
Салбар менән итәкте яңы мода буйынса икеһен бергә кейергә була. Был үҙенсәлекле стиль фольклор йәки этно исемен йөрөтә.
Ап-аҡ төҫтәге костюмдар 2017 йыл­дың “хит”ына әйләнәсәк. Киң, иркен пальтолар шулай уҡ быйылғы модаға тап килә. “Ҡасаҡтар” стиле әле генә подиумды ташларға йыйынмай.
Ә бына блузкалар үҙенсәлекле киҫелеш аласаҡ. Образ киҫелгән шарфтар, поястар, кокеткалар менән тулыла­насаҡ. Ғөмүмән, ирекле силуэт, күп ҡат­ламлылыҡ, ассиметрия менән тегелгән күлдәк моделен һайлап алыу мөмкин­леге бар. Итәге ергә тейеп торған оҙон күлдәктәр ҙә трендтан төшөп ҡалмаҫ.
Үткән йылдан айырмалы, яңы миҙгелдә күҙҙе ҡамаштырып торған төҫтәр юҡ. Дизайнерҙар ҡыҙыл, аҡһыл ҡыҙыл, мәрйен, һары, ҡыҙғылт-һары, гәрсис, шоколад төҫтәрен кәңәш итә.
Яңы миҙгелдә принттар баҫалҡы, әммә этник стилгә тартым буласаҡ. Шәреҡ мотивтары – юғары баҫҡыста. Шуға күрә өҫ кейемегеҙҙәге милли биҙәктәр иғтибарҙы ғына йәлеп итеп ҡалмаҫ, улар модалы һаналыр.
Авангард стиле лә үҙенең позицияһын әллә нисә миҙгел тотоп килә. Ҡайһы бер орнаменттар билдәле рәссам-аван­гардистарҙың эшен ҡабатлап, мода менән сәнғәттең берләшеүен сағылдыра.
Яңы моделдәр туҡымаларҙың тәби­ғилеге менән айырыласаҡ. Ебәккә, мамыҡҡа урын биреп, синтетик туҡыма артҡы планға күсә.
Спорт стиле тәү сиратта уңайлы­лыҡ­ты күҙ уңында тота. Тупаҫ туҡымаларҙы бында осратмаҫһығыҙ. Ҡайһы бер мо­делдәр классикаға тартым, әммә үҙен­сәлекле трикотаж туҡыма уларҙы сағыу күрһәтә.
Ретро стиле лә башҡаларҙан һис ҡалышмай. Ғөмүмән, быйылғы фасондар ниндәйҙер кимәлдә үткән быуаттың 70-се йылдарын иҫкә төшөрә, өҫтәүенә ажурлап сигелгән өҫтәлмәләр, аксессу­арҙар иң ябай моделгә лә йән өрә.
Быйылғы аяҡ кейеменә килгәндә, туфли, әрме ботинкалары, батильон­дарҙы осратырға була. Шарап, кирбес, ҡара зәңгәр, зөбәржәт төҫтәре беренсе урында тора. 2017 йылдың тағы бер үҙенсәлеге – бәрхәт туҡыманан тегелгән аяҡ кейеме. Был туҡыма ҡиммәт тип табылды, уның альтернатив варианты – велюрҙан тегелгән кейем кәңәш ителә. Ҡуйы ҡыҙыл, ҡәһүә, ҡара-йәшел төҫтәр бәрхәт текстураһын матурыраҡ сағыл­дырасаҡ.
Йылан, крокодил тиреһенән тегелгән, платформалы аяҡ кейемдәре лә по­пулярлығын юғалтмай әле. Баулы, шнурлы аяҡ кейеме, йомшаҡ күндән тегелгән ботфорттар быйылғы йыл хиты булып иҫтә ҡалыр.
Мода тураһында һүҙ йөрөткәндә тағы ла бер аксессуар – сумка хаҡында әйт­мәү ярамаҫ. Элек ҡатын-ҡыҙ сумкаһын аяҡ кейеменең төҫөнә тап килтерер ине. Хәҙер дизайнерҙар был стереотиптан ҡотолорға кәңәш итә. Хәҙер фантазияны егергә тура килер. Мо­дель­ерҙар был аксессуарҙы өҫ кейемендәге һүрәт йәки биҙәү менән тап килтереүҙе уңышлы тип һанай. Хатта маникю­рыңдың, алҡаларыңдың биҙәге менән бер иш булырға мөмкин. Ғөмүмән, өҫ кейемең менән сумкаң бер төҫтә булһын.
Быйыл миниатюр сумкаларҙан алып урта ҙурлыҡтағы, трапеция, дүртмөйөш формаһындағылар модала. Йылан, крокодил тиреһенән тегелгәндәре лә модаға ҡайта. Модельерҙар уларҙы офис стилендәге эш костюмдары менән кейергә кәңәш итә. Спорт һөйөүселәр өсөн муйындан аҫмалы сумка-бау тәҡдим ителә. Ҙур сумкалар араһынан кейстар һәм сумка-саквояждар попу­лярлыҡ ала. Ғөмүмән, дизайнерҙар уңайлы рюкзак, сумка-тоҡсай йөрөтөргә кәңәш бирә. Хәйер, клатчтар ҙа моданан төшөп ҡалмай әле.
Аксессуарҙар һәм бижутерия ҡатын-ҡыҙ тормошонда айырым урын алып тора. Быйылғы миҙгелдең мөһим тренды – эре алҡалар, йөҙөктәр, беләҙектәр. Тағы ла бер яңылыҡ – бармаҡтарҙағы йөҙөктәрҙең күп булыуы. Йөҙөктәр үлсәме, формаһы, төҫө буйынса тура килеп торорға тейеш. Һыуыҡ көндә был аксессуарҙы бирсәткә тышынан кейергә лә мөмкин.
Ағастан, металдан, пластиктан эш­лән­гән күн беләҙектәр шулай уҡ 2017 йылдың хиты һанала.
Дүртмөйөш, өсмөйөш, спираль, ромб формаһындағы алҡалар ҙа модала.
2017 йылда сәстәрҙе биҙәүгә ҙур иғтибар бүленә. Сәс ҡыҫтырғыстары төрлө ҙурлыҡта булырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518