Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хуш бул, Маймыл!
Хуш бул, Маймыл! Башҡортостан халҡының тормошо атҡа, һыйырға, кәзәгә һәм башҡа хайуандарға бәйләнгән, ә маймылға түгел. Беҙҙең әкиәттәрҙә лә маймылды табып булмай. Уның ниндәй хайуан икәнен документаль фильмдарҙан, телетапшырыуҙарҙан, сит ил әҙәбиәтенән генә беләбеҙ йә циркта күрәбеҙ.
Маймылды һабанға егеп ер һөрһәк, арбаға егеп утын-бесән ташыһаҡ, эйәрләп яуға сапһаҡ, беҙ уны кәрәкле мал тип таныр инек. Ат образдарын сағылдырған кеүек, “Һайт, ҡара маймылым, тайт, ҡара маймылым”, “Һыбай ҡашҡа маймылым”... тигән йырҙар ҙа яҙып йырлар, маймылға менеп ул­тырған һәйкәлдәр эшләр инек. Эйе, тәби­ғәтебеҙҙә маймыл булмағас, уның беҙгә кәрәге лә юк. Ләкин һеҙ бер ваҡытта ла уйламаған, күҙ алдына килтермәгән, көтмәгәндә беҙҙең Баш­ҡортостандың сәнғәт тормошонда маймылдың бик кәрәкле булып сыҡҡанын һөйләп бирәйем әле.
Һәр башҡарған эшебеҙҙең планы, отчеты бар, анализ яһала, әһәмиәте билдәләнә. Сәнғәт ойошмаларында әҫәрҙәрҙе юғары художество кимәлгә еткереп, тамашасыларға юғары зауыҡ, эстетик-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсаты ҡуйылған. Уның өсөн башланғыс, урта, юғары сәнғәт, мәҙәниәт уҡыу йорттары булдырылған. Музыканттарҙы, бейеү­селәрҙе, йырсыларҙы профессио­наль кимәлдә уҡыталар, тәрбиәләйҙәр, эшләргә, йәшәргә шарттар тыуҙырыла. Сәнғәттә уңыш ҡаҙанғандарға маҡтаулы исемдәр, премиялар бирелә...
Ләкин сәнғәт ойошмалары етәкселәре аҡса табыуҙы ла талап итә. Дөрөҫ, аҡсаһыҙ йәшәп булмай. Килем табыу еңел түгел, шулай ҙа концерттар планын үтәп, премия ла алғы килә.
Бынан күп йылдар элек Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт фи­лармонияһы директоры Әмир Тойғонов маймыл (мартышка) табып, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шамил Хәлитов етәк­селегендә үҙешмәкәр артистарҙан “Цирк” тигән бригада ойоштороп ебәрҙе.
Шамил маймылды сәхнәгә сығарып, уға көнбағыш, кишер бирә. Ул ашай, тағы һорай. Артист махсус рәүештә инәлтә, ялындыра. Шунан ас маймылдың асыуы килеп, осаһына һуғып күрһәтә. Залдағы малайҙар хахылдап көлә, ҡул саба. Шуның менән тамам. Маймыл ҡарарға ауыл балалары килә бит. Концерт ҡуйыла, план үтәлә.
Был концерттың түбән кимәлдә булыуы иҫәр кешегә лә аңлашыла. Артабан уны Нефтекама филар­мония­һына бирҙеләр. Унда ла маймыл план үтәү эшен “намыҫ” менән башҡарҙы. Шулай итеп, бер маймыл уңыш килтерҙе лә ҡуйҙы.
Маймыл йылы менән хушлашабыҙ. Мин барлыҡ Башҡортостан артистары исеменән Маймыл әфәндегә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Тыуасаҡ йылдың хужаһы Әтәс әфәнденең Маймыл кеүек уңышлы эшләүенә өмөт итәбеҙ. Бәлки, сәхнәлә лә уны күрергә яҙыр әле...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505