Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуыҡта эҫенгән дуҫлыҡ
Һыуыҡта эҫенгән дуҫлыҡ Бынан байтаҡ йылдар уҙһа ла, Яңы йыл байрамын ҡаршылаған бер ваҡиға һис тә онотолмай, күңелдә йылы, матур хәтирә булып иҫтә ҡалған. Ә бит уға тиклем дә, унан һуң да күпме шундай кисәләр үтте. Хистәремде бәйән итмәк булып ҡулыма ҡәләм алдым.
Көтөп алған Яңы йыл байрамына ике аҙна ваҡыт ҡалыр алдынан хәләл ефетем, алтын балыҡ тотҡандай, ҡояш кеүек балҡып эштән ҡайтып инде. “Ҡыуан, Әмир Яңы йылды ҡаршыларға турбазаға өс көнлөк путевка алған, беҙ ҙә барасаҡбыҙ, алдан хәстәрләнә тор, мин һине беләм, көнө килеп еткәс кенә сәбәләнә башлай­һың”, – тип мине иҫкәртеп алырға ла онотманы. Йә үпкәләп ҡуйыр тигәндәй, миңә һынсыл ғына ҡарап былай тип тә өҫтәне: “Өс көн булһа ла шул кух­няңдан айырылып торорһоң, ял итербеҙ, туйғансы йоҡларһың...”
Киске ашты ашап алғас та Гөлиәгә шылтыраттым. Ул – Әмирҙең ҡатыны, ғаилә дуҫтарыбыҙ. Һөйләшергә бик әүәҫ, ихлас ҡатын. Нисә кеше барабыҙ, нимәләр алабыҙ, нимә кейәбеҙ, тип берәр сәғәтләп һөйләшеп алдыҡ.
Яңы йылда алып бараһы әйберҙәрҙе барлап, кәрәк-яраҡты һалып, ирҙе мыжытмайым әле тип, алдан уҡ сумкамды әҙерләп ҡуйҙым. Тик көндәр генә һал­ҡынайтып ебәрҙе. Быға тиклем ун градус­тан да төшмәгән һауа температураһы ҡапыл ғына түбән тәгәрәне. Алдағы көн­дәргә синоптиктарҙың фаразын иртә таңдан да, кисен эштән ҡайтҡас та радионан тыңлап, телевизорҙан ҡарап зәңкеп бөттөм, ләкин бер генә лә күңелде йыуатырлыҡ хәбәр әйтмәйҙәр. Минең борсолғанды ир ҙә һиҙеп ҡалды. “Машина эсендә йылыла барасаҡһың бит. Теге яңы тектергән еңһеҙ күлдәгеңде кейә алмам тип уйлайһыңдыр әле. Юҡҡа хафаланма, йәйен кейергә сәбәп булыр”, – тип үҙенсә йыуатҡан була. Тап өҫтөнә баҫты бит, әй!
Уны йәй көнө кейергә түгел, Яңы йыл кисәһенә тип махсус тектерҙем. Танышым арҡылы — блат менән. Бәрхәт туҡыма алып, биш-алты тапҡыр примеркаға барып... Юҡҡа тектерҙемме ни? “Һиңә рәхәт, былтыр алған күлдәгең дә ярай, өҫтөнән яңы пинжәгеңде кейәһең дә — вәссәләм. Ирҙәргә шулайыраҡ инде, артыҡ әйбер кәрәкмәй”. Улай тиһәң дә, Ришат, ана, ҡатынынан былайыраҡ кейенә. Осрашҡан һайын – йылҡылдап торған костюм, яңы тегеүҙән төшкән күлдәк, тот та магазиндың эсенә манекен итеп баҫтырып ҡуй инде.
Бараһы көндө иртә таңдан гаражға машинаһын алырға тип сығып киткән ирем өс сәғәттән һуң ғына ҡайтып инде. Тышта сатлама һыуыҡ — утыҙҙан түбән күрһәтә. “Әллә бармайбыҙмы, көскә машинаны йылыттым”, — тине ул, өшөгән ҡулын ыуып. “Ниңә инде бармайбыҙ? Әмирҙәр менән бер машинала барырға һөйләштек түгелме һуң? Гөлиә миңә иртүк шылтыратты: “Көтәбеҙ”, – ти. Алданыраҡ сыға торайыҡ һуң, юл хәлен белеп булмай. Ә Рәшиттәр эштән һуң ҡуҙғала, тип әйттең. Наиләһе лә, балаларҙы ҡәйнәмә илтеп ҡуяһы бар, тип һөйләнгәйне”, — тип теҙеп алып киттем.
Шулай итеп, бер сәғәтлек юлды биш сәғәт тигәндә (юлда булған ваҡиғалар үҙе бер китаплыҡ, ярай уныһы тороп торһон) турбаза ҡапҡаһы төбөнә барып туҡтаныҡ. Ҙур, матур ағас йорттан көттөрөп кенә ҡа­рауылсы ҡарт сыҡты. Ҡапҡа асып индерҙе лә, ихата эсенә табан ҡулын һелтәп, урын күп, машинағыҙҙы теләһә ҡайҙа ҡуйһағыҙ ҙа була тигәндәй, тиҙерәк кереп китеү яғын ҡараны.
Уф, бында бигерәк һалҡын, ауыҙҙы асып һөйләшерлек тә түгел, тын ҡурыла, кем әйтмешләй, төкөрһәң, ергә төшөп етә алмай туңа. Тиҙ генә сумкаларҙы эләк­терҙек тә йыраҡтан уҡ уттары балҡып янып торған хакимиәт бинаһына ҡарай ашыҡтыҡ. Тирә-яҡ әкиәт донъяһылай матур, ап-аҡ бәҫ ҡунған ағастарҙа төрлө-төрлө уттар балҡып яна. Тигеҙ итеп теҙелеп киткән корпустар, уҡлау кеүек бүрәнәнән һалынған ағас өйҙәр, ни тиһәң дә, билдәле ойошманың турбазаһы шул!
Хәҙер инеп урынлашырбыҙ ҙа рәхәт­ләнеп мунса төшөп сығырбыҙ, үҙебеҙҙең ҡайын миндеген дә һалып алғанмын (путевкала бассейн, сауна, мунса ҡаралған). Яңы йылды ҡаршыларға әле ваҡыт бар, йылынып, кейенеп-яһанып барырбыҙ, юл мәшәҡәттәре лә онотолор, тип һөйләнә-һөйләнә килеп индек. Беҙҙең менән эйәргән һалҡын һауа бүлмә эсен томанға ҡаплағандай булды. Ул да булманы, алдыбыҙҙа һылыу ҡыҙ пәйҙә булды. Саф башҡортса: “Һаумыһығыҙ, рәхим итегеҙ! – тине лә, шунда уҡ урыҫсаға күсеп, теҙеп алып китте: – Һеҙҙең путевкалар ағас өйҙәргә билдәләнгән, ләкин унда һалҡы­ныраҡ, мин һеҙҙе корпустарға ебәрәм. – Бик күп асҡыстар эленгән ҡумтанан өшөгән ҡулдары менән берәр асҡыс тотторҙо. – Унда йылыраҡ булырға тейеш, бөтә уңайлыҡтары ла бар, бүл­мәләрегеҙ ҙә ҡапма-ҡаршы, рәхәтләнеп ял итегеҙ. Мин һеҙҙе оҙатып ҡуя алмайым инде, хужабыҙ минут һайын шылтыратып хәлде белешеп тора. Хәҙер Толикты ебәрәм, бер ыңғай йылылыҡты ла тикшерер...”
Ҡыҙыҡай коридорға башын тығып саҡырыуға, ялт итеп, сумаҙанын тотоп, ҡыҙарып бөткән бер егет килеп сыҡты. Етди ҡиәфәттә, йөрөйһөгөҙ инде эт тә йөрөмәгән көндө тигәндәй, әйҙәләп ишек төбөнә тиклем оҙатты.
Бүлмәләргә урынлашып, аҙыраҡ йылынып, кейемдәрҙе алмаштырып алғас, шау-гөр килеп банкет залына барып индек. Ҙур, яҡты. Уртала түшәмгә етер-етмәҫ шыршы балҡып ултыра. Һый-хөрмәттән һығылып торған оҙон өҫтәлдәр теҙелгән. Тағы тәүҙән үк күҙгә салынғаны шул булды: зал бөтөнләй буш, тик мөйөштәрәк өҫтәл башында биш-алты кеше урын алған. Түшәмдән төшкән уттарға ҡойоноп, шыршы төбөндә бер матур пар, өҫ кейемдәрен дә һалмайынса, буш залға ҡарап аптырап баҫып тора. Беҙ килеп инеүгә, ниндәйҙер йәнлелек барлыҡҡа килде.
Яңы йылды ҡаршыларға ла бер сәғәт ваҡыт ҡалды. Ләкин беҙ түҙемһеҙләнеп көткән тамашаны алып барыусы тамада ла, Ҡарһылыу менән Ҡыш бабайыбыҙ ҙа юҡ, әллә аҙашып килеп етә алмайҙар, әллә инде һалҡындан ҡурҡҡандар, белмәҫһең. Тик беҙме һуң күңелһеҙләнеп ултыра торған кешеләр! Нисек Яңы йыл Ҡыш бабайһыҙ була инде? Кемдер Ҡыш бабай кейемен тапты. Әҙерләп ҡуйған бер ҡап бүләктәрен килтереп сығарҙы. Әмиргә шул ғына кәрәк, тиҙ генә кейенә һалып, Ҡыш бабай ролен үҙенә алды. Гөлиәһе лә түҙеп ултыра торған ҡатын түгел. Ялт итеп аш бүлмәһенән ашхана мөдиренең ап-аҡ халатын алып кейеп, крахмалланып ҡатырылған йоҡа ғына марля башлығын башына һалып, иренең һул яғына барып та баҫты.
Ҡыш бабайыбыҙ сәғәт ун икелә килештереп тантаналы рәүештә телмәр тотто — барыбыҙҙы ла ҡотланы. Унан уйын-көлкө, йыр, бейеү китте. Һәр кем үҙенең һәләтен күрһәтеп, Ҡарһылыуҙан бүләктәр алды. Бер-беребеҙ менән яҡындан танышып, ишле ғаилә кеүек гөрләшеп, бер табында күңел астыҡ...
Таңға табан йоҡларға тип бүлмәләргә таралыштыҡ. Ҡайтып инһәк, түҙеп торғоһоҙ һалҡын. Йылытыу системаһы бөтөнләй һүнгән икән. Бик аптырап торманыҡ, ҡышҡы кейемдәребеҙҙе ҡат-ҡат кейеп, яңынан шыршы янына ашыҡтыҡ. Килһәк, барыһы ла йыйылған, беҙҙе генә көтөп йөрөйҙәр, имеш. Китте яңынан уйын-көлкө. Етмешләп кешегә әҙерләнгән табынға йыйылған ун биш кешенән торған иң сыҙам, йыр-бейеү яратҡан ҡунаҡтарҙың тауышынан тирә-яҡ гөрләп торҙо.
Ошо кистә танышҡан дуҫтар менән хәҙер оҙаҡ йылдар аралашып йәшәйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840