Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡым тип йәшәне…
Һүҙем Балтас районының Имән ауылында тыуып үҫкән Фәнәүи Ирғәли улы Шәйбәков тураһында. Ул 1930 йылдың 12 апрелендә тыуа. Йәшләй етем ҡала. Унан инде 80 йәшлек атаһын, ғәрип апаһын ҡарау уның иңенә төшә. Егет ҡорона ингәс, ауылдағы мәктәп уҡытыусыһы Йәннәт Ғиззәтуллина менән тормош ҡора. 1951 йылда Фәнәүи армия сафына алына. Йәш килен өс айлыҡ сабый менән ҡайны йортонда ҡала.
Фәнәүи сержант дәрәжәһендә Грузияның Потп ҡалаһында хеҙмәт итә. Шунда машина йөрөтөргә өйрәнә, профессиональ водитель һөнәрен үҙләштерә, ә 1955 йылда хәрби хеҙмәтен тамамлап ауылға ҡайта.
Фәнәүи Ирғәли улы тураһында тормош иптәше Йәннәт апай бына нимәләр һөйләй: “Бик уңған, булдыҡлы кеше ине. Ауыл халҡы уны ихтирам итте. Ун биш йыл дауамында колхозда бригадир булып эшләне. Нәҡ шул йылдарҙа Ленин исемендәге колхоздың “Имән” бригадаһы юғары уңыштарға өлгәште”.
1955 йылда өй күтәрәләр. Шул арала ғаиләне тулыландырып, шатландырып икенсе улдары Хәнәфи донъяға килә.
Ул йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз ҡеүәтле хужалыҡтар иҫәбендә була. Етәкселек иһә Фәнәүиҙең тырышлығын, йыйнаҡлығын тиҙ абайлай, һәм ниндәй ауыр участок бар, Шәйбәковты шунда ебәрәләр.
1959 йылдың апрель айында Фәнәүи Ирғәли улы КПСС ағзаһына ҡабул ителә. Үҙе йәшәгән дәүерҙә ауыл Советына күп тапҡыр депутат итеп һайлана. Нәҡ шул йылдарҙа Нөркә ауылында милли батырыбыҙ Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалына. Ул музей бинаһын ремонтлауҙа, экспонаттар йыйыуҙа ла ҙур өлөш индерә. Үҙе гел генә: “Беҙ тарихта үҙ урынын алған халыҡ”, – тиер була.
Фәнәүи Шәйбәковтың тағын бер яҡты сифатын күрмәй мөмкин түгел: ул халыҡтың ышанысын аҡлай белде. Ҡайһы тармаҡҡа килә, унда күтәрелеш, тәртип һәм яҡшы һөҙөмтә күренә башлай. Мәҫәлән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә колхозда 20 урынлыҡ гараж, Нөркә һәм Имән ауылдарында кирбестән клуб төҙөлә. Ауылда балалар баҡсаһы асыла, тирмән сафҡа инә. Уны маҡтап халыҡ “Фәнәүи – ул өс ауылға бер кеше” тип баһалаған. Күкрәген “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл”, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалдары биҙәй. 1973 йылда Ф. Шәйбәков “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләре менән бүләкләнә.
Йәннәт Ниғмәтулла ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Береһе – педагог, икенсеһе – нефтсе, ә өсөнсөһө – эшҡыуар. Ата-әсәһенә оҡшап улар ҙа ҡулдарынан килгәнсә ауылға, районға ярҙам итеп тора. Үҙҙәре уҡыған мәктәпкә компьютерҙар, яңы парталар бүләк итеп, яңы йыһаздар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙеләр. Ауылыбыҙҙағы зыяратты ла кәртәләп ҡуйҙы уңған егеттәр. Һуңғы өс йылда “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамын да улар үткәрҙе.
Аталары тураһында иһә улар бер тауыштан: “Атай беҙҙең өсөн өлгө булды. Иң яҡын кәңәш­себеҙ, ярҙамсыбыҙ, дуҫыбыҙ ине, кешелекле булырға ла өйрәтте. Ул беҙҙең хәтерҙә мәңге тере!” – ти.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840