Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман технологияларына таянып
Заман технологияларына таянып Бөгөнгө энергетика тармағы замандың яңы ҡаҙаныштарына ҡоролған сәнәғәт инфраструктураһы булып тора. Шуға ла энергетика өлкәһендәге һәр предприятие үҙ эшмәкәрлеген шундай юғарылыҡта ойошторорға ынтыла. “Бишбүләк энергосервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хаҡында шулай тиергә мөмкин. Уның үткәне һәм бөгөнгөһө республика энергетика тармағының үҫеше менән үрелеп бара. Бишбүләк энергетиктары заманға аҙымдаш булыуы менән айырылып тора. Предприятие үҙ тарихын 70-се йылдарҙа “Сельхозэнерго” берләшмәһе булараҡ башлай һәм ауылдарҙы электрлаштырыу менән шөғөлләнә. Төрлө осорҙарҙы кисерергә тура килә уға. Хатта ил сәнәғәте өсөн ауыр һынау булған үҙгәртеп ҡороу осоронда ла оҫта ойоштороу һәм техник саралар һөҙөмтәһендә коллектив үҙенең киләсәген ышаныслы ҡора.
Предприятие хеҙмәтләндереү мөмкинлектәрен йылдан-йыл үҫтерә бара. 90-сы йылдар аҙағында, хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, социаль-мәҙәни объекттарҙа электр селтәрҙәре һуҙыуҙы һәм эске электр йыһаздарын ремонтлауҙы ла яйға һалалар. Ошо осорҙа предприятиеға “Энергетик” муниципаль предприя­тиеһын ҡушалар. Ҡеүәттәр арта, эш майҙаны тағы ла киңәйә. Район үҙәгенән тыш, Сухоречка һәм Михайловка ауылдарын да хеҙмәт­ләндерә башлайҙар.
Электр энергияһына ихтыяж йылдан-йыл үҫә. Шуға бәйле селтәрҙәрҙе киңәйтеү, техник һәм технологик мөмкинлектәрҙе үҫтереү бурысы алға баҫа. Был йәһәттән Бишбүләк энергетиктары һәр саҡ башҡаларҙан алдараҡ бара. Һуңғы ике тиҫтә йылда ғәмәлдәге селтәрҙәрҙе яңыртыу, яңыларын төҙөү буйынса күләмле эштәр башҡарылған. Был – төрлө быуын энергетиктарының фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Етәкселәрҙән дә уңды коллектив. Предприятиеға оҙаҡ йылдар дауамында етәкселек иткән Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Миниғәзим Хәсәнов хаҡында айырып әйтеү урынлы булыр. Нәҡ уның оҫталығы, дөрөҫ иҡти­сади сәйәсәт алып барыуы, киләсәкте күҙаллап эшләүе һөҙөмтә­һендә райондың энергетика тармағы ныҡлы үҫеш ала, техник ҡеүәткә ирешә. Коллектив белемле, һәләтле йәштәр менән тулылана. Районда электр селтәрҙәренең иң әүҙем үҫеше лә Миниғәзим Бәҙретдин улы етәкселек иткән осорға тура килә. Әйтәйек, “Бишбүләк” ярҙамсы стан­цияһы ҡорола, Боголюбовка ауылында электр селтәрҙәре яңыртыла, Уҫаҡ-Кисеү ауылындағы линияларға реконструкция яһала һ.б. Ғөмүмән, Миниғәзим Хәсәнов үҙенән һуң ғорурланып һөйләрлек эштәр ҡалдырып китә донъялыҡтан.
Предприятие коллективы бөгөн дә һынатмай. Хәҙер уны үҫешкә ҡоролған, тотороҡло эшләгән, юғары технологиялар менән эш иткән заманса компания тип әйтергә мөмкин. Техник-етештереү мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланыу өсөн хеҙмәт­ләндереү төрҙәрен арттыралар. Электр селтәрҙәрен эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү төп эш йүнәлештәре булып һанала. Бынан тыш, электр тапшырыу һауа линияларын һуҙалар, ярҙамсы станциялар ҡоралар, торлаҡ йорттарҙа һәм биналарҙа селтәрҙәр төҙөү-монтажлауҙы башҡаралар. Төҙөлөш-монтаж эштәре үҙҙәрендә һәм республиканың башҡа төбәктәрендә лә алып барыла.
Предприятиеның матди-техник базаһы ныҡлы. Электр селтәрҙәрен эксплуатациялау һәм төҙөлөш-монтаж участкалары ҙур теүәллек менән эшләй.
Ҡулланыусыларҙы сифатлы электр энергияһы менән тотороҡло тәьмин итеү төп бурыс һанала. Әгәр предприятиеның, миҫалға, һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлегенә күҙ һалһаҡ, был маҡсатта мөһим саралар күрелгән. Атап әйткәндә, 45 километр оҙонлоҡта һауа электр тапшырыу линиялары төҙөлгән һәм реконструкцияланған, ун биш ярҙамсы станция монтажланған. Төҙөлөш-монтаж һәм ремонт эштәрендә заманса ҡорамалдар һәм материалдар файҙаланыла. Был эштең юғары сифатын һәм энергия һаҡсыллығын тәьмин итә.
Ғөмүмән, заман ҡаҙаныштары энергетика тармағына башҡа өлкәгә ҡарағанда әүҙемерәк үтеп керә. Бишбүләктәр шул тиҙлеккә өлгәшеү өсөн производствоны модернизация­лауға ныҡлы йүнәлеш тота. Әйтәйек, ҡыҫҡа ғына осорҙа ете ярҙамсы станцияны ҡороп эшкә ҡушҡандар, 35 километр оҙонлоҡта һауа линияларын төҙөгәндәр һәм яңыртҡандар. Ғәмәлдәге йөҙҙәрсә дана яҡтыртыу лампаларын энергия һаҡлаусы төрҙәренә алыштырғандар.
– Ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән ышаныслы тәьмин итеү тәү сиратта һауа һәм кабель линияларының техник торошона бәйле. Шуға алдынғы технологиялар буйынса уларҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыларын һуҙыу буйынса эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Киләсәктә ун биш километрҙа селтәрҙәрҙе реконструкциялау һәм биш яңы ярҙамсы станция төҙөү көнүҙәк бурыс булып тора, – тип һөйләй предприятие директоры Азат Хәсәнов.
Әйткәндәй, ул энергетик Хәсә­нов­тар династияһын дауам итә. Атаһы һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған белгескә ҡасандыр ул етәкселек иткән коллективты ышанып тапшыр­ғандар. Атаһына лайыҡлы алмаш, тиҙәр предприятие хеҙмәткәрҙәре Азат Миниғәзим улы хаҡында.
Коллектив бөгөнгө иҡтисади ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, үҙ алдына яңы маҡсаттар ҡуйып эшләй. Коллектив ҙур түгел, 21 кешенән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы – белемле, тәжрибәле, ауыр һәм яуаплы, хатта ҡайһы саҡ хәүефле лә энергетик хеҙмәтен яратып һайлаған һөнәр эйәһе. Энергетика өлкәһендә 40 йылдан күберәк хеҙмәт һалған баш инженер Алексей Захаров, участка мастеры Валерий Антонов кеүек хеҙмәткәрҙәр – коллективтың ғорурлығы. Энергетиктарҙың фиҙакәр хеҙмәте донъяға яҡтылыҡ, йәшәйешкә ҡыуаныс өҫтәй.
Форсаттан файҙаланып, республиканың барлыҡ энергетиктарын һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайбыҙ! Хеҙмәт уңыштары, сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ.

Бишбүләк энергетиктары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518