Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылды һайлаһындар
Ауылды һайлаһындар “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ринат Хәйбрахманов) малсылары өсөн бөгөн тынғыһыҙ осор, бында мал ҡышлатыу бара. Һәр ерҙәгесә ауыл эшсәндәре яуаплы миҙгелгә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫҡан.
Ихаталарға көҙҙән бесән-һаламы ҡайта­рылып, эҫкерттәргә һалынған, силос соҡорҙары ла тулы, тимәк, мал алдына һалырлыҡ аҙыҡ етерлек буласаҡ. Районда алдынғыларҙан һаналған хужалыҡта ике меңгә яҡын ҡара-сыбар һәм бестужев тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 500-ҙән ашыуы – һауын һыйыры.
Көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулыланғас, бында һөт һатыуҙан һәйбәт табыш алалар. Алты тоннаға яҡын юғары сортлы аҡты көн һайын Дүртөйлө һөт комбинатына оҙаталар. Уны һатыуҙан килгән аҡса, нигеҙҙә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола.
Программаға ярашлы, һөтсөлөк фер­малары заманса, ҡеүәтле ҡорол­малар менән йыһазландырылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәргестәр урын­лаштырылған. Бында шулай уҡ күп һыйҙырышлы һыуытҡыстар ҙа бар, был үҙ сиратында яңы һауылған продукцияны әсетмәйенсә генә, сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә. Бөгөн малсыларҙың хеҙмәте күпкә еңеләйгән, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Етәкселек уларҙың хеҙмәтен артабан да еңеләйтеү өҫтөндә уңышлы эшләй, әле хужалыҡҡа яңы ҡоролмалар ҡайтарыуға килешеүҙәр төҙөлгән.
– Беҙ уңғандарҙы, тырыштарҙы баһалай беләбеҙ, шуға ла ҡайһы саҡ йәмғиәт ҡаҙнаһынан күп кенә аҡса сығып китһә лә, борсолмаҫҡа тырышабыҙ, сөнки уңайлы шарттар булғанда ғына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә була бит, – ти хужа­лыҡтың Борай һөтсөлөк фермаһы мөдире, баш зоотехник Айҙар Данис улы Рәхимов. Әйткәндәй, “Урожай” хужалығының Борай һөтсөлөк фермаһы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса районда беренсе урынға лайыҡ булған. Тимәк, ауыл эшсән­дәренең тырышлығы бушҡа кит­мәгән, киләсәктә лә улар хужалыҡ данын йыраҡтарға таратыр әле.
Бында дүрт ауыл халҡы эш менән мәшғүл. Йыраҡ ауылдарҙан йөрөп эшләгәндәр көн дә тиерлек өйҙәренә ҡайта алмай, шуға ла етәкселек уларҙың хәлен еңеләйтеү маҡса­тында дөйөм ятаҡ та төҙөп ул­тыртҡан. Унда, нигеҙҙә, йәш ғаи­ләләр, йәш белгестәр һәм малсылар йәшәй. Бушлай ашатыу ҙа ҡаралған. “Шөкөр, етәкселек һәр яҡлап иғтибарлы, ярҙамдарын йыш тоябыҙ. Әле бына ятаҡлы булғас, айырыуса ҡыуаныс кисерәбеҙ, эшкә дәрт-дарман ташып тора”, – ти малсылар.
Әлбиттә, йәштәр хужалыҡта бөгөн аҙ, мәктәпте тамамлағас, күбеһе ҙур ҡалаларға юллана. “Ауылды һайлаһындар ине, сөнки уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Хеҙмәт хаҡы ла 15 мең һум тирәһе. Ә ауыл ерендә был ярайһы ғына табыш”, – ти етәкселек.
Алдынғы һауынсылар Гөлүзә Фәхруллина, Илүзә Мөхәмәтшина, көтөүселәр Альберт Сафин, Шәйхинур Шәфиғуллиндың эшенән бөгөн етәкселек ҙур ҡәнәғәтләнеү кисерһә, бергә эшләгән хеҙмәттәш­тәре уларҙан өлгө алырға тырыша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518