Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хеҙмәт ветераны”н нисек юлларға?
“Хеҙмәт ветераны”н нисек юлларға? Быйыл Рәсәйҙә “Хеҙмәт ветераны” исемен тапшырыуға ҡарата талаптар үҙгәргәйне. Хәҙер бындай дәрәжәгә өлгәшеү өсөн ирҙәргә – 25, ҡатындарға 20 йыллыҡ эш стажына эйә булырға кәрәк. Шулай уҡ министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ветеранлыҡ хоҡуғын алыуға нигеҙ биргән наградалар, түшкә таҡмалы билдәләр исемлеген яңынан ҡарап сығырға ҡушылды. Әйҙәгеҙ, әлеге закон буйынса һорауҙарға яуап эҙләйек.

Юғары исемде биреүгә ҡарата талаптарҙы үҙгәртеү нимәгә кәрәк булды икән?

Хеҙмәт ветеранының статусы хаҡында 1995 йылдың 12 ғинуарында сыҡҡан “Ветерандар тураһында” Федераль закондың 7-се статьяһында әйтелгән. Ул документҡа ярашлы, “Хеҙмәт ветераны” дәрәжәһенә СССР-ҙың йәки Рәсәйҙең ордендары йәки миҙалдары менән бүләкләнгән, СССР-ҙың йәки Рәсәйҙең маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған кешеләр хоҡуҡлы. Шулай уҡ был иҫәпкә хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн ведомстволарҙың отличие билдәләре менән бүләкләнгән, ир икән – 25, ҡатын булған хәлдә 20 йыллыҡ эш стажы туплаған кешеләр индерелә.
Әммә элекке ҡануниәттә ведомство кимәлендәге ниндәй наградаларҙың “Хеҙмәт ветераны” исеменә хоҡуҡ биреүе хаҡында асыҡлап әйтелмәгән. Шун­лыҡтан илебеҙҙең бер төбәгендә әһәмиәтле булып һаналған түшкә таҡ­малы билдәнең икенсе республика, өлкә йәки крайҙа бөтөнләй кәрәкһеҙ тип табылыуы ла ихтимал ине.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, “Хеҙмәт ветераны” дәрәжәһенең абруйын һаҡлап ҡалыу маҡсатында бөтөн ил буйынса бер талап булдырырға, ведомство наградаларының ҡайһылары юғары исем алыуға нигеҙ биреүен аныҡ билдәләргә ҡарар ҡылынған. Һөҙөмтә булараҡ, 2015 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән 388-се Федераль закон был йәһәттән төшөнсәләрҙе һәм талаптарҙы бер аҙ үҙгәрткән.

Ведомство наградаларының берҙәм системаһы барлыҡҡа килерме?

Эйе. Яңы ҡануниәттә “Хеҙмәт ветераны” исемен алыу өсөн нигеҙҙәр тураһында аныҡ әйтелгән. Уға ярашлы федераль кимәлдә ведомство наградаларын раҫлау буйынса вәкәләттәргә власть органдары, шул иҫәптән барлыҡ федераль министрлыҡтар, дәүләт корпорациялары эйә.
Хәҙер ундай хоҡуҡты алған һәр власть органы үҙенең “Хеҙмәт ветераны” дәрәжәһен юллауға нигеҙ биргән ведомство әһәмиәтендәге отличие билдәләрен раҫларға бурыслы. Был хаҡта барлыҡ норматив акттар белешмә системаларында урынлаштырыласаҡ. Әле, мәҫә­лән, “Консультант плюс”та Ауыл хужа­лығы һәм Мәҙәниәт министрлыҡтарының, Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмә­тенең фармандарын табырға була. Башҡа министрлыҡ һәм ведомстволар ҙа оҙаҡламай үҙҙәренең иң өҫтөнлөклө наградалары исемлеген раҫлау тура­һында документтарын баҫып сығарырға тейеш.

Кешеләр әлеге үҙгәрештәр булмаҫ борон алған наградаларҙың баһаһы төшөп киткән хәлдә ни эшләргә?

Ведомстволарҙың “Хеҙмәт ветераны” дәрәжәһен юллауға хоҡуҡ биргән отличие билдәләре буйынса яңы талаптар 2016 йылдың 1 июленән генә ғәмәлгә инде. Тап шул ваҡыттан бирле төбәктәрҙә әлеге юғары исем хаҡында ҡарар сығарғанда үҙгәртеп раҫланған исемлеккә таянырға тейештәр.
Граждандар тарафынан быйылғы 1 июл­гә саҡлы алынған наградаларға һәм маҡтаулы исемдәргә килгәндә, ҡануниәттә һаҡлаусы норма ҡаралған: хеҙмәткә бәйле ведомстволарҙа тапшы­рылған барлыҡ отличие билдәләре, әгәр 2016 йылдың 30 июнендә лә “Хеҙмәт ветераны” дәрәжәһен юллауға хоҡуҡ биргән булһалар, ғәмәлдә ҡала. Тик бер шарт менән: юғары исемгә дәғүә итеүсе ирҙәрҙең – 25, ҡатындарҙың 20 йыллыҡ эш стажы булыуы мотлаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510