Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Чума (Юмореска)
Чума (Юмореска)
– Чума таралған!
– Африка тағуны был яҡтарға яҡынлай!
Ай, ҡәһәрең, был тағун ауырыуын күптән оноттоҡ тип күкрәк һуғып йөрөһәк, юҡ икән шул. Әүәле миллионлаған әҙәмдең ғүмерен ҡыйған сир хәҙер мырҡылдаҡтарҙы боғаҙынан алмаҡсы, ти. Ошо зәхмәт бөтә ерҙе айҡап-байҡап беҙҙең яҡтарға яҫҡына, имеш. МВД, прокуратура, силсәүит, ветхеҙмәт, ветнадзор, роспотребнадзор кеүек бик талапсан органдар бөтә көстө ошо ләғнәткә ҡаршы тоҫҡаған.
Ауылдарҙа, район үҙәктәрендә, баш ҡалаларҙа ҙур-ҙур залдарға халыҡты тыңҡыслап тултыралар ҙа башлана кәңәшмәләр, йыйылыштар. Бәй, шулай булмайса! Чума яҡынлаша! Тағун! Уяу булырға, ойоп йөрөмәҫкә кәрәк.
Төп ҡалала эреле-ваҡлы етәкселәрҙең йәнен алып баралар.
– Ҡарағыҙ уны, берәй ЧП остоғо ғына булһа ла, урынығыҙҙан осасаҡһығыҙ!
Районда силсәүиттәргә көн юҡ.
– Эшләмәйһегеҙ! Бушҡа аҡса алып ятаһығыҙ!
Эшһеҙ ҡалыуҙан йөрәге табанына төшкән силсәүиттәргә был әмер аяҙ көндә йәшен атҡандан да нығыраҡ тәьҫир итте. Улары хәҙер өй беренсә халыҡтың үҙен тотоп ашарҙай булып һажлап йөрөй.
– Урам буйында бер ҡаты морон да донъя һаҫытып, сир таратып йөрөргә тейеш түгел. Ишетһен ҡолағығыҙ! Сусҡаларығыҙҙы тота ҡалһаҡ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Һыйлы саҡта мырҡылдаҡта­рығыҙҙы теге донъяға оҙатып ҡалығыҙ!
Бындай ҡурҡыныс мәлдә хәбәрсе һынлы хәбәрсе нисек инде ситтә ҡалһын. Беҙ ҙә яңылыҡты ваҡы­тында түкмәй-сайпылтмай еткерергә, халыҡты хәүеф-хәтәрҙән алдан ҡурсаларға бурыслы. Ошо ниәттән яуаплы ойошманың телефон һандарын йыям.
– Хужабыҙ әле генә “пятиминутка”ға китте, – тине сымдың теге башынан бик ихлас тауышлы ҡыҙыҡай.
– Улайһа, зинһар өсөн, Фәлән Фәләнов менән тоташтырығыҙ. Ул да ошо уҡ өлкә буйынса тир түгә. Теге мәл дә бер ултырышта сығыш яһағайны.
– Юҡ. Беҙҙә был һорау буйынса бары директор ғына яуап бирә ала. Бер сәғәттән була ул. – Секретарь ҡыҙ хушлашмай ҙа трубкаһын һалды.
Бер сәғәт үтте. Тағы сабырһыҙланып телефонға үреләм. Был юлы:
– Әле генә икенсе йыйылышҡа китте, – тигән яуап менән хушһындым.
Был көндө директорҙы бер нисек тә тота алманым. Күрәһең, чума тигәндәре бөтә ерҙе ялмап киләлер, шуға ҡаршы көрәшеп йөрөп бер минутҡа ла бушай алмайҙыр. Ярай, бөгөн өлгөрмәһәм, иртәгә лә көн бөтмәгән тип үҙемде тыныслан­дырҙым.
Иртән ғәҙәттәгенән алдараҡ килдем. Өлгөрәйем. Хужалар иртә йөрөй торған. Ҡабаланып телефон һандарын йыям.
– Әле килеп етмәгән, берәй мөһим эш менән йөрөй торғандыр. Ярты сәғәттән шылтыратығыҙ. Ул саҡта мотлаҡ буласаҡ, – тине секретарь.
Эш менән мәж килеп ярты сәғәт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Уй, һуңлап ҡуймайым. Тағы телефон төймәләренә баҫам.
Был юлы ҡыҙҙың:
– Әле генә икенсе кәңәшмәгә китте, – тигән яуа­бын ишетәм. – Сәғәт икенән һуң булыр, ахырыһы.
Төштән һуң да телефонға тынғылыҡ бирмәнем. Һуңғыһында:
– Ул сығыуын сыҡты ла, поликлиникаға китте бит әле, – тинеләр. – Булһа ла иртәгә генә була инде.
Эй, Хоҙайым! Был чума тигән зәхмәт теге ауы­рыуға ҡаршы көрәш башлаған кешеләрҙең үҙҙәренә йоға башланымы икән?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498