Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ВӘЛИДИГӘ ЙЫР Ошо исем менән донъя күргән йыйынтыҡтағы уҡыусы балалар ижадына бер ҡараш
Рәссам булһынмы ул, әллә яҙыусымы, шағирмы, һәр саҡ уның күңелендә ниндәйҙер булһа ла образ ултыра – бәлки, ул бына әле генә, ҡапыл ғына тыуғандыр, ә бәлки, иреккә осор мәлен көткән ҡош һымаҡ йылдар буйы ситлектә ҡаңғыралыр… Шул образды һүҙҙәргә, ритмға, рифмаға, төҫтәргә һалыу, уның аша ҡапма-ҡаршылыҡтың берҙәмлеген һәм алышын күрһәтә белеү ижадсының зирәклек ҡеүәтенән һәм һиҙемләү һәләтенән тора.
Был хаҡта һүҙ башлауымдың сәбәбе лә шунда… “Вәлиди уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһына ярашлы уҙғарылған “Вәлиди хаҡында уҡыусылар ижады” секцияһында сығыш яһаған уҡыусыларҙың ҡобайырҙарын, шиғырҙарын, нәҫерҙәрен туплаған йыйынтыҡты ҡулыма алғас, шунда уҡ һорау тыуҙы: “Бала күңеле һәм аңы нисек итеп Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙен йә уның рухы образын һынландыра алды икән?” Араларҙа бит – ваҡыт арауығы, сәйәси үҙгәрештәр, ҡапма-ҡаршылыҡтар, ялған тарих шауҡымы, төрлө быуын вәкилдәренең донъяны үҙенсә генә танып белеүе…
“Вәлидигә йыр” йыйынтығында бирелгән әҫәрҙәрҙе уҡыған сағымда, иң тәү сиратта, Айгөл Йәмилеваның “Бөркөт” исемле шиғырына иғтибар итеп, һыҙыҡ өҫтөнә алдым. Шиғырҙан өҙөк: “Шул саҡ иҫкән елдәр, ҡурай булып, / Йөрәгемә моңдар ураны. / Был бөркөт бит! Көслө ҡыйғыр ҡошом – / Башҡортомдоң бөйөк уланы!” Шунда уҡ: “Йылдар үткәс, рухым күккә ашҡас, / Әйләндем мин ҡыйғыр бөркөткә. / Ынтылдым мин башҡорт еркәйенә! / Ҡанатып ҡанатты, остом бар көскә!”
Бөркөт – ҡоштар батшаһы ул. Ғорур тау-ҡаялар хужаһы. Бейеклек, бөйөклөк, иреклек символы. Шул уҡ ваҡытта яңғыҙлыҡ символы ла: көтөү-көтөү бөркөт осмай. Айгөл оҫта итеп, Вәлидиҙең рухын бөркөт образы аша һынландырып, уны Урал тауҙарына ҡайтарттыра. Һүҙ, әлбиттә, бөйөк шәхестең исеме ҡайтыуы тураһында бара. Әҙәбиәтте дөйөм күҙлектән байҡағанда, ҡош образының рухты, ижадты, күңелде, ышанысты, өмөттө, хыялды, хатта кәйефте белдереүен билдәләп үтергә була. Ошо уҡ символик образды рәссамдар донъяһында ла осратырға була, мәҫәлән, Кристиан Шлоеның һүрәттәре бик ҡыҙыҡлы һәм серле. Ул үҙенең рәсемдәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәк төбөндә ҡоштар һайрата, кәйефкә ҡарап, унан күгәрсендәр, ҡарлуғастар, ҡарғалар осора.
Ҡош образына бәйле рәүештә тағы ла Миләүшә Гәрәеваның “Зәки Вәлиди йәнтөйәген һағынғанда…” тигән шиғырын миҫал итеп килтерергә була: “Тыуған яҡҡа ҡайтһаң ине / Ҡош булып осоп ҡына. / Өй янындағы ҡойонан / Һыу эсергә уртлап ҡына”. / Ололарҙың, кешенең йәне күгәрсен сүрәтендә ҡайтып күренеп китә, тип ышаныуҙарына шаһит булдым бер нисә тапҡыр. Борон башҡорттарҙа ҡоштарға бәйле ым-ишараға ышаныуҙар көслө булған. Миләүшә лә, бәлки, ошондай ышаныуҙарға мөрәжәғәт итеп образ тыуҙырғандыр…
Айгөл Йәмилеваның шиғырында үҙем өсөн тағы ла бер образ астым. Ул тойолор-тойолмаҫ ҡына, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә… Мәҫәлән: / “Шыҡыйҙы ла бөркөт, ҡанаттарын / Ел иркенә ҡуйып бәүелде. / Һәм ҡунды ул имән ағасына, / Әкрен генә ботаҡ һелкенде”. Шунда уҡ: “Шунан, ҡапыл бөркөт юҡҡа сыҡты, / Бары имән генә һелкенде./ Ә мин, әҫәрләнеп, ҡарап торам, / Булырмы тип дауамы төшөмдөң…” Ботағы һелкенгән имәнде ир-ат образы менән сағыштырыр инем. Тимәк, был шиғырҙа Вәлидиҙең рухы үҙ башҡортона ҡағылған, үҙен уға тойҙортҡан…
Ә бына Фәнүзә Әпсәләмова “Мәңге йәшәр күңелдә” шиғырында Вәлидиҙең үҙен урман уртаһында тамырын йәйгән имән итеп сағылдырған. “Йөҙйәшәр был имән тулы быуат / Ғорур һаҡлап тора урманды”, – тип тамамлай шиғырын.
Айгөл Мырҙабулатованың “Башҡорт-остан йәшәй бөгөн дә!” шиғырынан бер өҙөк килтерәм: “Уралымдың тәбиғәтен һағынып, / Әү(е)релерҙәй булып болотҡа, / Нисә йылдар, тауҙар, сүлдәр аша / Ынтылғанһың һаман башҡортҡа”. Бында болот образына иғтибар иттем. Болот ул бөйөк сер кеүек. Уны тотоп тойоп та, тәмен татып та булмай, әммә уның ямғыр яуҙыртыу өсөн тәғәйенләнеше – һоҡланғыс күренеш. Бөйөк шәхес тә – ундайҙар йөҙ йылға бер тыуалыр – тап шул болот һымаҡ. Күктәр тарафынан бөйөк эштәр ҡылыу өсөн һайланған һәм яратылған. Уның күңел сикһеҙлегенә, ҡеүәтенең асылына бер ҡасан да төшөнөп бөтөп булмаясаҡ. Һәр саҡ һоҡланырға ғына мәжбүр итәсәк ул.
Зәки Вәлиди әсәһенең образы “Өмөлхаят ҡәбере янында” шиғырында сағылыш таба. Авторы – Рәзилә Фатеева. Был әҫәрҙә башҡорт шиғриәтендә әсә кешенең ябай, әммә бөйөк образын тыуҙырған Ирек Кинйәбулатов шиғырҙарындағы һымаҡ, әсә күршеләргә киткән сағында ла, бына-бына улым ҡайтып төшөр, тип ҡапҡаһын, ишеген асыҡ килеш ҡалдырып китмәй… Ғәзиз улы, бергә шулай һаман миндек бәйләп, йыл да етһәк ине майҙарға, тип әсәһенә өндәшмәй… Рәзиләнең шиғырында әсә рухы улының рухын алыҫ Төрки иленән саҡырып ала. Әсә менән ул, бер ҡасан да айырылмаҫ өсөн, мәңгелеккә яҡты йондоҙ булып ҡабына. Шиғырҙа – бөйөк һағыш, бөйөк тойғо.
Йәш ижадсылар араһында мистикаға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Ап-аҡ ҡар юҡ, ҡара ер… Әсе ел уҫаллашып һыҙғыра… Ошондай декабрь айы Зәкиҙе донъяға алып килә… Был һүрәтләүҙе Алһыу Фәйзуллина “Декабрь елендә” оҫта файҙалана. Әйтерһең дә, декабрь айы үҙе Зәки Вәлидиҙең яҙмышын, тәҡдирен билдәләп, һынауҙар ҡуя. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та шулай бит… Һынауҙар, һыҙланыуҙар, һағыштар ғына кеше рухын үҫтерә, көслө итә, урау-урау юлдар аша Юғары аң тигән бөйөк көскә килтерә…
Ләйсән Садиҡованың “Ғәфү ит, Зәки” тип аталған шиғыры ошо һүҙҙәр менән башланып китә:
Башҡортом, тиеп
Йән атҡан өсөн,
Халҡыңды артыҡ
Яратҡан өсөн,
Тыуған илеңдән
Ваз кисергәндәр.
Кешенең иң оло һағышы – Тыуған илемде мәңгелеккә юғалттым тигән уйҙан һыҙланып, ғазапланып йәшәү, ошо хәлдән сығыу юлын таба алмайынса, ауырыуға әйләнеү. Революция осоронда күптәр ситкә сығып китергә мәжбүр булһа, Советтар осоронда яҙыусыларҙы, рәссам­дарҙы, артистарҙы сәйәси шантаж юлы менән илдән ҡыуып сығаралар: баш эйергә теләмәһә, һағынһын, һыҙланһын, мәңге үкенһен… Тыуған ил – ата-әсәңде, йортоңдо, ҡәрҙәштәреңде, тауҙарыңды, ҡырҙарыңды, һыуҙарыңды, һауаңды һәм ҡояшыңды бер бөтөнгә берләштереүсе бөйөк төшөнсә ул! Ләйсәндең: “Тәмһеҙ булһа ла, ят һыу эскәнһең” тип әйтеүе лә ошо хаҡта.
“Халыҡ тарихын данлап” исемле ҡобайырын яҙған Рәмилә Мөхәмәҙиева ла ошо темаға ҡағылып китә: “Һыуын, йырын һағынып / Тыуған яҡҡа тартылып, / Ят ерҙәрҙең тауҙарын, / Моңға күмеп, зар­ланып, / Бер ҡайтырға талпынып, / Күпме йылдар интеккән”.
Лена Гәрәева “Яҡшы эш ҡайҙа – яҡшы исем шунда (Әхмәтзәки яҙмышы хаҡында уйланыуҙарым)” тигән иншаһында был һағышты бына нисек итеп һүрәтләй: “Салауат та, Зәки Вәлиди ҙә ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә тиклем Тыуған илдәрен һағынып йәшәй. Әсе, үҙәкте өҙгөс һалҡын диңгеҙ еле бәғерҙәрен өҙгәндә Салауат: “Их, тыуған яҡтың ҡарына ятып бер йылынаһы ине”, – тип хыялланғандыр. Зәки Вәлиди иһә: “Их, Уралыма ҡайтып, уның ҡарын тотоп, бер йылынһаң ине”, – тип әйтер булған”.
“Вәлидигә йыр” тигән йыйынтығын төҙөгән билдәле шағирә Ғәлиә Кәлимул­лина: “Вәлиди образын һынландырырға тырышыусылар араһынан киләсәктә әҙәби майҙан түгел, ә сәйәси майҙан тотоусылар үҫеп сығыр”, – тигән ышаныс белдерә. Йыйынтыҡта баҫылған әҫәрҙәрҙең һәр береһе үҙенең стиле, лирикаһы, авторҙың эске донъяһы, образдар сағылышы менән айырылып тора. Өгөт-нәсихәткә ҡоролған ҡобайырҙар, Вәлиди рухы образын һынландырған шиғырҙар, хикәйәләр, нәҫерҙәр уҡыусы балалар тарафынан әҫәрләнеүсәнлек, хислелек кеүек йылы, изге тойғолар менән туҡылған. Ошондай йыйынтыҡты туплау һәм баҫып сығарыуҙың әһәмиәте лә ҙур: художестволы әҫәр генә бит кешене уйланырға, тормош күренештәренә анализ яһарға, донъяға ҡараш булдырып үҙ фекереңде тупларға өйрәтә, ахыр сиктә талап та ҡуя. Ә Вәлидиҙең рухы мәңгелек…

ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИГӘ

Башҡортостан автономияһының
100 йыллығын ҡаршылап

Башҡортостан ожмах илкәйенә
Тәүге нигеҙ ташы һалғанһың,
Иң беренсе булып Рәсәйемә
Ярҙамға тип ҡулың һуҙғанһың.

Һинең өлгө менән Ватанымда
Өлкәләр, төбәктәр төҙөлдө,
Хәҙер инде Оло Рәсәй булып
Бер еңелмәҫ көскә өйөлдө.

Юрматының сая улы Зәки
Башҡортомдоң милләт батыры,
Халҡың күңелендә урын алдың
Изге ғәмәлдәрең арҡылы.

Юрматының Көҙән ауылында
Ҡалған бала сағың эҙҙәре,
Үтәктәге мәҙрәсәлә һаман
Иҫләйҙәрҙер һинең һүҙҙәрҙе.

Милләтеңә тоғро булған өсөн
Нахаҡ бәләләр ҙә яҡтылар,
Һинең исемеңде буярға тип
Услап-услап бысраҡ аттылар.

Ғәзиз халҡың сабыр йөрәгенән
Барыһын да түҙеп үткәрҙе,
Бысраҡтарын йыуып исемеңдең,
Ил маяғы итеп күтәрҙе.

Киләсәккә ғорур атлай халҡым
Батырҙарын данлап, ололап,
Үҙ һүҙҙәрен һөйләп, динен тотоп,
Үҙ телендә моңло йыр йырлап.

Заман башҡорттары һис теләмәй
Быуат арттарында ҡалырға,
Беҙ тейешбеҙ Зәки ағай һымаҡ
Алғы сафта бөгөн барырға!

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840