Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлең нисек, көнлөксө?
Хәлең нисек, көнлөксө?
Иҡтисади көрсөк менән ҡулайлаштырыуҙы сәңгелдәктә бәүелгән сабый ғына һиҙмәйҙер. Икеһенең дә бер осорға тап килеүен нисек аңлатырға? Уларҙы йәнәш ҡуйыу маҡсатында берәй уйын үткәрһәң, моғайын да, бер нисек тә беҙ теләгәнсә килеп сыҡмаҫ ине. Тәүгеһе буйынса тағы ла сираттағы “тулҡын” яҡынлашыуы менән ҡурҡыталар, ә инде икенсеһенең йылына бер нисә тапҡыр ҡабатланыуына өйрәнеп тә бөттөк, ахырыһы.

Тимур һәм уның командаһы

Сатирик әйтмешләй, насар тойғоларҙы таратыу өсөн көләмәс уҡыйым. Шуның шикелле хәтергә бер уймаҡ хәл уйылған. Имеш, уларҙың береһен дә иҫенә төшөрөргә теләмәгән инженер егет театрға аяҡ баҫҡас та, ҙур гардеробты бер генә кеше хеҙмәтләндергәнен күргән һәм “ҡулайлаштырыу еле сәнғәткә лә ҡағылған икән” тигән фекергә килгән. Бында тормош үҙенсә ҡайнай, кемдер килә, икенселәр китә. Бәләкәй генә сират хасил булған хатта, ә уның алдында – сал сәсле ағай. “Әгәр ҙә әбей ҡулайлаштырыу схемаһын үҙ итһә, уның номерогын ҡулыма тотторорға тейеш, шунан минең бәлтәмде алып китеп, тегенең урынына эләсәк, уға кейемен килтереп бирәсәк”, – тип уйлаған, ти ул. Баҡтиһәң, әбей ҡулай­лаштырыуҙы һис кенә лә уныңса түгел, ә үҙенсә еңел генә бойомға ашырған – өлкән ағайҙың номерогын егеткә биргән дә уның бәлтәһен тегегә һонған...
Йәшермәйек, иҡтисади көрсөк менән ҡулайлаштырыу үҙенән-үҙе көнлөксө тигән төшөнсәне “тыуҙырҙы”. Бөгөн ул халыҡ теленән төшмәй икән, был тиккә түгелдер. Уның төбөндә, әлбиттә, ниндәй ҙә шөғөлдөң булмауы, эштән ҡыҫҡартылыу менән бәйле билдәле сәбәптәр ятыуында һис кенә лә шик юҡ. Эше юҡтың ашы ла юҡ, тибеҙ. Ҡайһылай итергә? Һәр кемдең ғаиләһе бар, бала­ларҙы аяҡҡа баҫтырыу бурысы менән яна киләсәкте хәстәрләү­селәр, тегеһе етмәй, быныһын алыу зарур, һәр хәлдә, әпәйлек кенә аҡса табырға кәрәк тә инде.
Мәсьәләгә яҡыныраҡ килеү өсөн социаль селтәрҙәр аша әллә күпме егәрленең теге йәки был хеҙмәткә йәлеп ителеүен, тимурсылар командаларының артҡан­дан-арта барыуын дәлил итеп килтерергә мөмкин. Асылда ниндәй эште башҡаралар һуң? Мәҙәниәт тармағын күтәрергә маташҡан Зәкиәне ҡулайлаш­тырыу еле сафтан алып осорғас, үҙенең һөнәренә кире ҡайтып торманы, ә байҙарҙың өйөн таҙартыу менән булыша башланы, шулай итеп, донъя ығы-зығыһы хеҙмәтсе роленә индерҙе. “Миңә дүрт-биш ғаилә етә, артығы кәрәкмәй. Әлбиттә, төрлө осор була – артып та киткеләйҙәр йәки, киреһенсә, кәмеп тә алалар. Бөтәһе лә бер тирәлә урынлаш­маған, ҡайһы саҡта ҡаланың бер осонан икенсеһенә йүгергеләйем, уның ҡарауы, мул ғына аҡса төшә. Мәҫәлән, уртаса алғанда, ауыл балаһына бер нисә сәғәт эсендә йортто ялтыратып ҡуйыу нимә инде, пүстәк. Түләү һуң­латып та түгел, иртә лә түгел, ә нәҡ шул мәлдә башҡарылғас, ифрат уңайлы. Бындай ысул алдағы көндәргә дәртләндерә, көс өҫтәй. Йомарттары йыш ҡына ашҡа саҡыра, артҡанын биреп тә ебәрә, ә һаран кешенең холоҡ-фиғелен һуҡыр ҙа һиҙә”, – тип һөйләй ул.
Пенсия мәсьәләһе тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, әҙ генә уйланды, йөҙөн моңһоулыҡ баҫты, шунан, әллә күпме реформаны үткә­рер­беҙ әле, тип кенә көлдө. Һәр хәл­дә, әсе тир түгеп тапҡаны мәктәп йәшендәге балаһын ҡарарға артығы менән етеүенә шатланды. Ундай өлгөрҙәргә ниңә һоҡлан­маҫҡа? Урлашып, кеше алдап һәм талап көн итмәйҙәр, ә хәләл көсө менән мал табалар. Уның һүҙҙәренә ҡа­рағанда, алыҫ туғанының өлгөһө­нә эйәреп, тиҙҙән хеҙмәтләндереү компания­һы (компания етәксеһе таҙалау-йыйыштырыуға ситтән бисәләр йыя, үҙе ҡыл да ҡыбырҙатмай, ләкин төшөмдөң күп өлөшө уныҡы) асмаҡсы. Теге ҡатын ише йылыла ғына аҡса һуғыусы­лар­ҙан айырмалы, Өфө ҡалаһының бер нисә урынында, халыҡса әйткәндә, “пятачок”та әзмәүерҙәй ир-аттың зарығып эш һорап тороуын осратҡанһы­ғыҙҙыр. Ярай, йәйгеһен йылы, хет көнө буйы үләндә ятып көт, ә бына ҡышҡы­һын өшөтә-ҡалтырата.
“Тимуровцы” һәм “Работяги здесь!” тигән ат башына тиң эре яҙыуҙы тап итһәгеҙ, шул була инде көнлөксөләрҙең һуңғы таянысы. Уларҙы бер нисә төргә бүлергә мөмкин. Беренсенән, аҡса табыусылар исемлеген ғаилә ҡаҙнаһын тулыланды­рыуҙан өмөтөн өҙмәгән, бер үк ваҡытта аш өҫтәлендә ҡоро икмәктән тыш май-колбасаһы ла булһын өсөн тырышҡан ир-ат тулыландыра. Ысынлап та, улар кеҫәһенә төшкәндең барыһын да ҡырып-һепереп кәләшенең ҡулы­на тапшыра. Кем әйтмеш­ләй, өйҙән түгел, ә, киреһенсә, өйгә ташый.
Икенсе төркөм – студенттар. Билдәле, стипендияға ҡайҙандыр өҫтәмә аҡса килеүенә кем ҡаршы? Дөрөҫө шул: 18-20 йәшлектәр аслы-туҡлы йөрөһә йөрөй, әммә тешен ҡыҫып бар михнәткә түҙә, һәр ҡушҡанды еренә еткереп үтәй, эш айырмай, һүҙгә килмәй, ҡыҫҡаһы, тау күсерергә әҙер.
Өсөнсө төркөм тураһында фекер төйнәүселәрҙең күпселеге шу­ны аңлай: былар бары тик тамаҡ хаҡына йөрөй. Һуңғыла­рының бөтәһе лә тиерлек аҡсаны алыу менән шунда уҡ эсеп бөтөрә. “Иртәгәһен ишәк ҡайғырт­ҡан” тип ғүмер итеүҙән ни мәғәнә?! Ашҡаҙан ашарға һорай, баш сатнап килә, ҡояш арҡан оҙонлоғо күтәрелеүгә уны был урын тағы тарта. Сараһыҙ көндән килеп сығыусылар, дуҫ-иштәренә эйәреүселәр ҙә етерлек. Бында ла төрлө хужалар осрай, тиҙәр, изге күңеллеләре ашата-эсерә, хатта өҫтәп түләй, аҡсаһын мөмкин тиклем ҡыҫып тотҡандар ҙа юҡ түгел, ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы. Шул иғтибарға лайыҡ, һәммәһенә лә көнлөксө мөһөрө һуғылған. Ирмәктән ишеткәнде һеҙгә лә еткерәйек.
– Сибай ит комбинаты ябыл­ғас, бер нисә урында эшләп ҡара­ным, ләкин уларҙа хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнмәне, ике уйламай ғаиләм менән Өфөгә сығып киттек, – тине осраҡлы танышым. – Ҡатыным – балалар баҡсаһында ашнаҡсы, ә мин тәүҙә “шабаш­ка”ла йөрөнөм – миҙгелдең нин­дәй булыуына ҡарамаҫтан, байҙарға йорт төҙөнөк. Бында ла майлы ҡоймаҡ әҙерләп ҡуйма­ғандар шул. Коттедждарҙың бере­һен ваҡы­тында ҡалҡытһаҡ та, был әҙәм тейешле хаҡты ике айҙан һуң ғына инәлтә-инәлтә саҡ түләне – дүрт ай буйы көттөк. Аванс һораныҡ – баш тартты. Улай булмай ҙа инде. Шунан “Тимур командаһы”н белеп ҡалдым да “пятачок”ка көн дә сыға башланым. Ер ҡаҙаммы, таш түшәйем­ме, иҙмә болғайыммы, тоҡ ташыйыммы – иҫәп-хисап кис эш тамамланғандан һуң башҡа­рыла. Шулай итеп, аҡса менән эре генә йортома ҡайтам. Бер тапҡыр төп башыма ултырттылар шулай ҙа. Һаҡалтай ҡаланан яҡынса 20 саҡрым алыҫлыҡтағы ер участ­каһына алып барып ҡалдырҙы. Маҡсат – һалына башлаған бина нигеҙен емереү. Ҡарауылсыға – төн, көнлөксөгә көн оҙон тигәндәй, ҡояш урынынан шылмаған кеүек тойола. Ҡола ялан, һыуҙың тамсыһын да ҡалдырмай эсеп бөттөк, үҙем алып барған икмәк менән йомортҡаны шунда уҡ ашап ҡуйҙыҡ, ғәләмәт ныҡ итеп һыуһаттырҙы. Перфоратор юҡ, барыһы ла ҡул көсө менән башҡарылғас, хәл тиҙ бөтә. Күпме шылтыратһам да телефонды алманы хужа. Ахырҙа туғаным ҡотҡарҙы әжәл тырнағынан. Шулай ҙа була, әммә алдан ныҡ итеп һөйләшеү күпте хәл итә...
– Хеҙмәт стажы тураһында уй­ланғаның бармы? – тип һорайым. – Ә социаль йәһәттән яҡланыу...
– Эш хаҡын конвертта алыуҙы хуплайһыңмы тимәксеһеңме? Стаж тултырырлыҡ эш эҙләйем, әлбиттә.
“Пятачок”ка килеп туҡтаған “Hyundai” хужаһы менән әңгәмә­ләштек. Ислам билдәләүенсә, ниндәйҙер бригада яллағансы, егет-елкенсәкте йәлеп итеү күпкә отошло. Ни өсөн? Тәүгеһе менән килешеү төҙөргә бурыслыһың. Түләү, әлбиттә, норматив буйынса башҡарыла. Тимәк, бик ҡыйбатҡа төшә. Ә уға нимә, күпме эшләне, шунсама бирҙең дә вәссәләм. Бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ юҡ. Ҡала янына һалған өйөндәге ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе көнлөксөләргә ҡушып эшләттергән. Шунан ғына сығып, көнлөксөнө арзан эш көсөнә тиңләмәү мөмкин түгел.

Үҙаллы аҡса таба беләһеңме?

Шулай ҙа әле көнлөксө кем ул? Ошо һорауға яуап эҙләп ҡа­ра­йыҡ. Картинаны асығыраҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн Мәжит Ғафуриҙың “Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын” хикәйәһенән өҙөк менән танышайыҡ. “Мин тора торған шәһәрҙең уртаһында баҙар булып, ул баҙарҙың да уртаһында бер ерҙә һәр ваҡытта эш эҙләп, эш көтөп торған ярлылар була торған ине. Кем ниндәй эш ҡуша? Ниндәй хеҙмәт тура килә, улар шуны дүрт күҙ менән көтөп кенә торалар ине. Бер кешегә утын ярҙырыу, ҡар көрәтеү кеүек ҡара эштәрҙе эшләргә кеше кәрәк булһа, шул эш көтөп тора торған ярлылар янына килеп, уларҙың береһен алып китә ине. Бында эш көтөп тора торған ярлыларҙың ҡулда­рынан килә торған эш: утын ярыу, ҡар көрәү, бысраҡ сүптәрҙе таҙар­тыу кеүек бик аҡ булмаған эштәр генә булып, ҡоралдары ла көрәк, балта кеүек нәмәләр ине. Былар шул һөнәр вә шул ҡорал­дары илә ҡул көстәре арҡаһында тамаҡ­тарын туйҙыралар ине...”
Әйткәндәй, аҡса эшләүҙең был алымы борондан килә. Рәсәйҙә элек ваҡытлыса эшкә ҡушыу­сыларҙы шулай атағандар, йәғни аҡса сәғәтләп түгел, ә баш­ҡарылған эш буйынса ғына бирелгән. Икенсе төрлө әйткәндә, “көн үтһә булды” тиеүсе­ләрҙән арыныр өсөн әлеге ысулды ҡул­ланғандар. Ундайҙарҙың бер ниндәй һөнәре лә, белеме лә булмаған, барыһы ла ауыр эш башҡарған. Баярҙар халыҡтан иген сәстергән, ашлыҡ урҙырған, юл һалдырған, күпер төҙөткән, урман ҡырҡтырған, ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ҡара эш – уларҙы саҡыр­ғандар.
Хоҡуҡтары шул тиклем сиклән­гән булғас, революцияға тиклем бәхетһеҙҙәр төркөмөнә индергән­дәр, хатта ҡолға тиңләгәндәр. Пушкиндың “Шағир һәм күмәк кеше” шиғырында был хаҡта туранан-тура телгә алынған. СССР-ҙа иһә индустриалаштырыу йылдарында ул шулай уҡ киң ҡулла­нылған – ауылын ташлап ситкә сы­ғып киткән крәҫтиәндәр социа­лизмдың эре төҙөлөш­тәрендә күпләп ҡатнашҡан.
“Иҡтисади тотороҡлолоҡ” тигән һүҙбәйләнеш менән даими осра­шабыҙ. Уйлап ҡараһаң, мәҙәниәт тә, мәғариф та, медицина ла, спорт та, матбуғат та, йыйып әйткәндә, ҡайһы ғына тармаҡты алып ҡарамайыҡ, һәммәһе лә илебеҙҙең социаль-иҡтисади хәле менән тығыҙ бәйләнгән. Иҡтисади күрһәткес­тәр шаҡтай яҡшы икән, тимәк, халыҡҡа шөғөл бар, өр-яңы эш урындары асыла, үҙ сиратында лайыҡлы эш хаҡы ла түләнә, ҡыҫҡаһы, был хәлле донъя көтөүгә бәрәбәр.
Йәшәү кимәле юғары икән, кемдең көнлөксө хәлендә ҡал­ғыһы килһен ти. Заман менән бергә атлаусылар, иманым камил, фәҡирлектә көн итмәҫ. Берәҙәк­тәрҙең күпмелеген белә­һең дә, көнлөксөләрҙең сүп-сар өйөмөндә ҡаҙынып йөрөмәүе бер аҙ күңелде тынысландыра, ә үҙҙәренең көсө менән аҡса табыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Иң уңайлыһы – үҙаллы аҡса табыу, тиҙәр бит. Был фекер менән килешмәү – ахмаҡлыҡ. Дөрөҫ йәшәргә һәм шуны белергә: быны һин тик үҙең булдырҙың, ә берәү­гә лә бәйлән­мәгәнһең.
Ирекһеҙҙән бәләкәй саҡтар­ҙағы күренештәр күҙ алдынан китмәй. Ауылыбыҙҙа урта йәш­тәр­­ҙәге яңғыҙаҡ бер ағай бар ине. Ул бына ысынында көнлөксө исемен йөрөткән. Гөрләп торған хужалыҡҡа һары таңдан ҡара кискә хәтлем бил бөгөргә теләмәне. Уның ҡарауы, колхоз рәйесенең булһынмы, мәктәп директорыныңмы, ауыл советы рәйесенең тиһеңме, шуның ише абруйлы хужаларҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрен тамаҡ хаҡына ғәмәлгә ашырҙы. Хәйер, хәлле йәшәгәндәр ҙә урыҡ-һурыҡ уны үҙҙәренә саҡырып алыуҙы ғәҙәткә әйләндерҙе. Ғүмер буйы “арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит” принцибы менән көн итте...
Ә һин, гәзит уҡыусым, тик бөгөнгө менән генә йәшәүселәргә ниндәй ҡарашта? Ошо хаҡта фекер алышайыҡ.

Роза КУЗЬМЕНКО, Башҡортостан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе:
– Ошо ҡырҡыу мәсьәләне тулыһынса аңлап, 2014 йыл­дың аҙаҡтарында илебеҙҙә “күләгәле баҙар”ға ҡаршы ҡаты көрәш башланды. Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә был мәсьәләне мөмкин тиклем ыңғай хәл итеү буйынса аныҡ бурыстар йөкмәтте. Башҡортостанда иһә 2015 йылда был йәһәттән Республика ведомство-ара комиссия төҙөлдө, 2015 – 2017 йылдарға иҫәпләнгән саралар планы раҫланды.
Беренсенән, эш биреүселәр үҙҙәренең бурысына намыҫлы ҡараһын тигән теләк бар, икенсенән, күптәр аҡса эшләүҙең был ысулын һайлап, күп нәмәнән мәхрүм ҡала, иң отошлоһо – рәсми эшкә урынлашыу. Шуны дөрөҫ аңлаһындар ине.
Республикабыҙҙа Пенсия фондында страховкаланған эшкә яраҡлы 2,5 миллион кешенең 400 меңе рәсми иҡтисадҡа (уға өй шарттарында йүнселлек иткән 116 мең граждан да инә) йәлеп ителмәгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509