Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡотолайыҡ был сирҙән
Ҡотолайыҡ был сирҙән
Алдымда – гәзиттәр. Туған телемдә. Исемдәре генә ни тора! “Йәнтөйәк”, “Ҡурай”, “Етегән”, “Сарманай”, “Йәйғор”... Ғорурлыҡ бармы күңелдә? Бар ҙа ул, тик шом күберәк. Был шом әлеге гәзиттәрҙең тиражы менән бәйле.
Былтыр ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙың тиражы кәмей башлағас, айырым төбәктәр өсөн уртаҡ гәзиттәр сығарырға ҡарар ителгәйне. Әлбиттә, бәхәстәр ҙә булды, фекер алышыу ҙа, кәңәштәр ҙә... Төрлө кимәлдә һөйләшеүҙәрҙән һуң ярашлы һәм тейешле концепция барлыҡҡа килде һәм “боҙ ҡуҙғалды”. Ҡуҙғалды һымаҡ ине... Баҫмаларҙың йөҙө үҙгәрҙе, йөкмәткеһе бермә-бер яҡшырҙы. Тик бына тиражы...
Үҙ төбәгендә, үҙ туған телендә сыҡҡан баҫмаға иғтибар итмәү, уға ылыҡмау ошонда йәшәгән халыҡтың мәҙәни кимәленең ни хәлдә булыуын да күрһәтә түгелме? Урындағы баҫма тап һеҙ йәшәгән төбәктең йылдар буйы йөрәкте ауырттырып килгән проблемаларын күтәрә, шуларҙы хәл итеү буйынса һеҙҙән кәңәш һорай, һөйләшергә саҡыра бит, йәмәғәт! Әллә һеҙ уларҙы ситтән килеп кемдер хәл итер тип көтәһегеҙме? Телеви­зорҙан күп ағай һәм апайҙар ауыҙ асып тыңлаған “Әйҙә, өйлә­нешәйек” тапшырыуында һеҙҙе борсоған мәсьәләләр тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. “Әйҙә, һөйләһендәр” тапшырыуын алып барған Андрей Малахов, ниндәй генә һәләтле шоу оҫтаһы булмаһын, һеҙҙең төбәктең донъяла барлығын да белмәйҙер, моғайын.
Хөрмәтле уҡытыусылар! Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙең көндәлеккә баһа ҡуйыуға ғына ҡайтып ҡалмауын беҙҙән дә яҡшыраҡ беләһегеҙ. Туған телгә, халҡының мәҙәниәтенә һәм тәрбиә йолаларына тоғро булып үҫерме кескәйҙәр, әллә вайым­һыҙ бер быуын булырмы – һеҙҙең ҡулда. Был фиҙакәр эшегеҙҙә һеҙгә ошо төбәк гәзите ышаныслы ярҙамсы була ала һәм тейеш тә.
Хөрмәтле хакимиәт етәксе­ләре! Уңыш гектарҙар һәм проценттарҙа ғына үлсәнмәйҙер ул, халыҡтың рухи торошо һәм эшлекле кәйефе бөтә ҡаҙаныш­тарҙың нигеҙе икәнен һеҙ үҙ тәжрибәгеҙҙә нисә тапҡыр һынап ҡарағанһығыҙҙыр инде. Урын­дағы баҫма – урындағы властың абруйын күтәреүсе сара.
Хөрмәтле аграрийҙар! Хужа­лыҡ етәкселәре һәм уңған фермерҙар булараҡ, оло йәштәге яҡташтарығыҙға ла иғтибар итһәгеҙ ине, бәлки, уларҙың матбуғатҡа яҙылырға аҡсаһы етмәйҙер? Элекке колхозсылар ер яҙмышы өсөн һәр саҡ борсолоп йәшәй бит, ә ауыл хужалығы – район матбуғатының төп темаларының береһе. Йәштәр ауылда ҡалмай тибеҙ, тыуған яҡҡа мөхәббәт һәм техникаға һөйөү тәрбиәләү ҙә барыбыҙҙың уртаҡ бурысы булып тора.
Бөгөнгө менән генә йәшәмәйек, йәмәғәт. Битарафлыҡ – һәр замандың иң ауыр сире. Унан ҡотола барыу сараһын тап бөгөн эҙләргә кәрәк, ә иртәгә һуң буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509