Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һөйөү усағы һаламдан түгел, имәндән булырға тейеш.

* * *

Һәр йәштең үҙ матурлығы, үҙ сибәрлеге. Беҙҙә “аҙау бал” тигән төшөнсә бар – яҡшы ҡорт балы йылдар буйы ултыра-ултыра көсәйә, үткерләнә генә бара, шифаһы арта. Бына шул аҙау бал көсө – оло йәштәге матурлыҡта!

* * *

Динебеҙҙә Аллаһ хаҡына һөйөү тигән ғибәрә бар. Никахлашҡан ир менән ҡатын араһында тап шундай һөйөү булыуы зарур, сөнки йәшәй-йәшәй күңел ҡайтыуҙар ҙа, ниндәйҙер ауыр сирҙәрҙең йығып һалыуы ла, кемдеңдер яҙа баҫыуы ла һәм башҡа хәлдәр була – ҡыҫҡаһы, кешегә төрлө ҡатмарлы һынау үтергә тура килә. Үҙем өсөн түгел, Хаҡ Тәғәлә хаҡына тигәндәр сабырлыҡ менән дөрөҫ юл таба.

* * *

Ир кеше ҡатынын үҙенән бер аҙым артта йөрөтөргә түгел, ә үҙе ҡатынынан бер аҙым алда барырға тейеш. Айырмаһы бар! Аңлаған кешегә.

* * *

Балам – йөрәгемдән тамған ҡаным...
Иң татлы һәм әсе күҙ йәшем...
Көҙгөм, ҡайһы саҡта – ҡыйыш көҙгөм...
Йә киреһе – кәк(е)ремде тура күрһәткән көҙгөм...
Туғыҙ ай йөрәк аҫтымда, шунан инде ғүмерем буйы йөрәгемдә йөрөтә торған ҡиммәтем.
Баламдың бармағы ҡана­ғанда минең йөрәгем ҡан­һырай.
Бала көйөктәре күрһәт­мәһен, тигән ололар. Балам­дың шатлыҡтарына һөйөнөү­ҙән дә ҡурҡам – күҙ тейә күрмәһен, тим.
Ә баламдың балаһына ҡағылышлы былар барыһы ла икеләтә кисерелә.
Баламдың балаһы өсөн балама ла асыулана алам.

* * *

Бер билдәле һылыу милләт­тәшебеҙҙең фотоһы аҫтына “Красотка” тип яҙып ҡуйғандар. Яратмайым шул һүҙҙе! “Красоткалар”, ана, кабарела һәм башҡа шундайыраҡ ерҙәрҙә һикерәнләй ул. “Күҙҙәр аҡыллы булғанда ғына күренә ул матур­лыҡ! Фотола – матурлыҡ!” – тип яҙып ҡалдырҙым.

* * *

Бала – бала, тибеҙ. Бала – фәрештә, тибеҙ. Тик әйтә бит әле беҙҙең халыҡ: “Эттән эт тыуа, беттән бет тыуа”. Алма ла ағасынан бик һирәк йыраҡ тәгәрәй. Ә шулай ҙа яҡшынан – яман, ямандан яҡшы ла тыуып ҡуя.
Йәшлектә уйламағанды
Йылдар үткәс аңлайбыҙ:
Хәләл ефет һайлағанда
Беҙ бала ла һайлайбыҙ.

* * *

Заманаларҙың ауыр сағы, еңел сағы бар. Замана ауыр тип илеңде, халҡыңды хурлай башлау хәйерселеккә төшкән атаң-инәңде яманлау менән бер.
Ил башҡа, илде талаусылар башҡа... Илеңде яратыу илде талаусыларҙы яратыу тигәнде аңлатмай.

* * *

Өйләнешкән көндө онотто тип ғауға сығарған бисәләрҙе, ғөмүмән, аңламайым. Онотоп та китә инде кеше. Йыл әйләнәһендә күренмәйме ни хәләлеңдең мөнәсәбәте, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торамы-юҡмы икәне... Эт менән бесәй шикелле йәшәп, шул бер көндө берәй бүләк биреүе нимәне үҙгәртә? Йыл буйы ғаиләһе өсөн йәнен бирерҙәй булып йәшәгән ир бер шул датаны иҫенән сығар­ған икән – шулмы үпкәләй тор­ған сәбәп?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506