Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кавказ өсөн һуғышта башҡорт яугирҙәре
Авторҙың “По зову Родины” тигән китабы яугирҙең күп йыллыҡ хеҙмәт емеше икән.
Был әҫәрендә ул Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Суворов, Богдан Хмельницкий ордендары менән наградланған 389-сы Бердичев — Кельцев атамалы уҡсылар дивизияһының хәрби юлын һүрәтләгән.
Был героик дивизия нисек барлыҡҡа килгән һуң?
Был ваҡытта немец ғәскәрҙәре Киевҡа, Ленинградҡа, Одессаға табан ябырыла. 1941 йылдың 9 авгусында СССР хөкүмәте Урта Азия хәрби округында яңы дивизиялар ойошторорға тотона. Шулар менән бергә 389-сы дивизия ла булдырыла.
Ошо уңай менән китапта яҙылған түбәндәге юлдарҙы тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел: “Военкоматтарҙың йыйылыу пункттарында, вокзалдарҙа — бөтә ерҙә лә кешеләр ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнай. Гармун илай, оркестрҙар гөрһөлдәй. Ҡәҙерле кешеләрен баҫыу кәртәләренә, разъездарға, вокзалдарға тиклем оҙата барған әсәләр, ҡатындар һәм балалар үкһеп һәм иңрәп илай. Һуғышҡа алынған меңәрләгән ирҙәр поезға ултырып та, ылауҙар менән дә, йәйәүләп тә саҡырылған урындарға ағыла”.
Былар үзбәктәр, тажиктар, төркмәндәр һәм ҡырғыҙҙар. Улар — Андижан, Ташкент, Дүшәмбе, Сәмәрҡәнд, Фирғәнә, Коканд ҡалаларынан һәм ҡышлаҡтарҙан килгән эшсе-крәҫтиәндәр. Әлбиттә, әлеге дивизия составында беҙҙең бик күп яҡташтарыбыҙ — башҡорттар ҙа була. Әлеге ҡәрҙәштәребеҙҙе Урта Азияға замана шауҡымдарына бәйле күп сәбәптәр алып килгән. Байтағын Башҡортостандағы 1921 йылғы аслыҡ килтергән. Ҡалғандары 1937–1938 йылдарҙа НКВД-ның һәм башҡа махсус хеҙмәттәр башкиҫәрҙәренең башҡорт халҡына ҡарата ҡулланған ҡанлы террорынан һәм эҙәрләүҙәренән ҡасып килгән. 389-сы дивизияла башҡорттарҙан тыш татарҙар һәм урыҫтар ҙа була. Унда Башҡортостандан саҡырылған бик күп ир-егеттәрҙе лә килтерәләр. Дивизияны ойоштороу 1941 йылдың 23 авгусынан 10 октябренә тиклем, йәғни 57 көнгә һуҙыла. Ошо ваҡыт эсендә Ташкентта дүрт полктан торған ҡеүәтле подразделение барлыҡҡа килә. Октябрь урталарында дивизияны Совет-Иран сигенә күсерәләр, сөнки беҙҙең командованиела немецтар Иран аша ла СССР-ға һөжүм итмәгәйе тигән хәүеф көслө була.
Дивизия сик буйында ҡул ҡаушырып ятмай, унда һалдаттарҙы һуғыш һөнәренә өйрәтеү эше бер туҡтауһыҙ дауам итә. Бөтәһе лә үҙгәреш көтә. Яугирҙәр тиҙҙән тыныс көндәрҙең бөтәсәген һиҙенә.
Оҙаҡламай ундай көндәр ҙә етә. 1942 йылдың 28 апреле һалдат һәм офицерҙар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ була. Дивизияны тревога менән күтәреп, тимер юл станцияһына алып киләләр ҙә, вагондарға ултыртып, поезд менән Красноводскийға алып китәләр. Унда ғәскәрҙе теплоходтарға ултыртып Каспий диңгеҙе аша сығаралар ҙа Баҡы ҡалаһына килтереп төшөрәләр һәм, яңынан вагондарға ултыртып, Кутаиси ҡалаһына алып киләләр. Был хаҡта үҙенең иҫтәлектәрендә генерал А.И. Штеменко ошолай тип яҙа:
“Элегерәк, В.И. Ленин менән Ата Төрөк замандарында уҡ, СССР менән Төркиә араһында йылы мөнәсәбәттәр урынлашҡан була. Шуның тәьҫире арҡаһында Гитлер Төркиәне бер нисек тә үҙ яғына ауҙара алмай, һәм төрөктәр Советтар Союзына ҡаршы һуғыштан баш тарта. Ә 389-сы дивизия 1942 йылдың 19 июненән 31 июленә тиклем Кутаиси ҡалаһында була. Бында ла һалдаттар хәрби әҙерлекте көсәйтеү һәм камиллаштырыу буйынса тырышлыҡ күрһәтә. Ә был ваҡытта, йәғни 1942 йылдың июль аҙағында, немец ғәскәрҙәре Донды аша сығып, Төньяҡ Кавказға үтеп инә. Баҡыға һәм Грозныйға табан үтергә тырышып, гитлерсылар беҙҙең ғәскәрҙәрҙе ҡаты ҡыҫымға ала. Ставрополь һәм Краснодар йүнәлешендә Ҡыҙыл армия, ҙур юғалтыуҙарға дусар булып, артҡа сигенә. Кавказ артына һәм Грозныйҙың нефтле районына гитлерсыларҙы үткәрмәҫ өсөн Терек һәм Урух йылғалары буйында Совет командованиеһы ашығыс рәүештә оборона рубежын булдырырға мәжбүр була. Унда армия генералы И.В. Тюленев етәкселегендәге 9-сы армия немец ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡуйыла.
Уның составында 389-сы дивизия ла була. Ул үҙе 1942 йылдың 6 авгусында Кутаисиҙан сығып китеп, тимер юл буйлап Грозныйға барып етә. Был ваҡытта ҡаланы немец авиацияһы бомбаға тота. Немец ғәскәрҙәре килеп еткәнсе дивизия үҙенә билдәләнгән оборона һыҙығына урынлаша. Полктар 60 километр участканы биләй һәм уның аша немец ғәскәрҙәрен Кавказ аръяғына үткәрмәҫкә тигән бойороҡ ала. Сал Урал улдарының фашистар менән батырҙарса һуғышыуын күрер өсөн китаптың ҡайһы бер өҙөктәренә күҙ һалайыҡ. “Был хәл Кавказда була: немецтарҙың пехотаһы танктар һәм самолеттар менән берлектә контратакаға ташлана, — тип яҙыла унда. — Ут ярҙамында уларҙың пехотаһы туҡтатыла. Ә бына дошман танктары беҙҙең утҡа артыҡ ыжлап бирмәй, нығытмаларҙы емереп алға барыуын белә. Уларҙы беҙҙең бронебойщиктар туҡтатырға тейеш була.
Окобы өҫтөнә менеп килгән танкка ҡаршы Башҡортостан егете Муса Исламғолов бронебойканан бер-бер артлы ике тапҡыр ата. Икенсе тапҡыр атҡандан һуң фашист танкының броняһында зәңгәр ут күренә һәм танк, һөрөнөп киткән кеүек, туҡтап ҡала. Өсөнсө тапҡыр атып, Муса икенсе танкты ла туҡтата. Әммә ләкин яугирҙең өҫтөнә өсөнсө танк менеп килә башлай. Был ваҡытта Исламғолов ныҡлы яралана, егеттең тәненән ҡан аға. Етмәһә, уның эргәһендә генә снаряд шартлап, суйын киҫәктәре һәм ярсыҡтары ҡулындағы мылтығын бәреп төшөрә. Шул саҡ Исламғолов ерҙән ҡалҡынып тора ла, гранаталар бәйләмен күкрәгенә ҡыҫып, башняһына тәре төшөрөлгән тимер аждаһаға ҡаршы бара. Дошман танкы ла уның кәүҙәһе өҫтөндә мәңгелеккә тынып ҡала”...
Ниһайәт, гитлерсылар Кавказдан һөрөп сығарыла. Ә дивизия ҡаты һуғыштар менән немецтарҙы сигендереп алға барыуын дауам итә. Кавказ, Украина, Рәсәй ерҙәре азат ителә. 1944 йылдың аҙаҡтарында немец-фашист ғәскәрҙәре илебеҙ территорияһынан ҡыуып сығарыла һәм 1945 йылдың башында маршал И.С. Конев етәкселек иткән 1-се Украина фронтына Висла-Одер операцияһын үткәреп, Польшаны азат итергә һәм Одерға сығырға тигән бурыс йөкмәтелә. Шул фронт составында 389-сы дивизия ла һуғыша. Польша ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеү башлана. Был илдә немецтар Ҡыҙыл Армия килеүгә һәр бер ҡаланы крепосҡа әйләндерә. Беҙҙең ғәскәрҙәргә ул ҡала-крепостарҙы ғәйәт ҙур ауырлыҡтар һәм юғалтыуҙар менән алырға тура килә. 389-сы дивизия барған йүнәлештә Польша ҡалаһы Кельце ятҡан була. Кельце ҙур әһәмиәтле мөһим административ-хужалыҡ үҙәге булған. Уның халҡын немец оккупанттары, әсирлеккә төшөрөп, аяуһыҙ эшләтә. Ҡала халҡы элек-электән металл ҡойорға, төҙөлөш материалдары эшләргә оҫта була. Унда йәшәгән 7900 полякты немецтар Германияға эшкә ҡыуа. Облавалар ваҡытында гитлерсылар бик күп йәш егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы атып үлтерә, күптәре “хәбәрһеҙ юғала”, тимәк, улар ҙа фашистар тарафынан юҡ ителә. Поляктар беҙҙең ғәскәрҙе ҡыуанып ҡаршы ала. Армияға уларҙы тиҙерәк ҡотҡарыу бурысы ҡуйыла. Шул йүнәлештә ҡыйыу хәрәкәттәр яһап, 389-сы дивизия Белянка, Чорна Нида йылғаларын аша сыға һәм, немецтарҙың ике оборона һыҙығын өҙгәс, Кельце ҡала-крепосына яҡынлай. Немецтар ҡаланы еңел генә бирергә теләмәй, сөнки унда дошмандың бик күп көстәре тупланған була. Уны бирмәҫ өсөн улар ике пехота, ике механизацияланған, ике моторлы, ике танк дивизияһын һәм башҡа хәрби көстәрен совет ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡуя.
Гитлерсыларҙың өсөнсө һәм ныҡлы оборона һыҙығын беҙҙең 3-сө армия частары, шул иҫәптән 389-сы дивизия өҙөргә тейеш була. Дошман менән Кельце ҡалаһы өсөн һуғыш ҡаты бара. Улар һәр урамды, һәр йортто дошмандан азат итеү өсөн ғүмерҙәрен аямай.
Ниһайәт, немецтарға ҡаланы ҡалдырып сигенеүҙән башҡа сара ҡалмай. Башҡортостан егеттәре был ҡаты һуғыштарҙа батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. “По зову Родины” тигән китапта был турала асыҡ яҙылған. Башҡортостандан һуғышҡа алынып, билдәһеҙ һалдат булып ҡалған яугирҙең батырлығы шул саҡтағы йонсоу һәм болотло көндәрҙе, әйтерһең дә, ҡояш үҙенең нурҙары менән балҡытып ебәрә. 1277-се полкта хеҙмәт итеүсе яугир була ул. Разведчик Д.С. Новиков дивизияның тарихын, хәрби юлын өйрәнеүсе эҙәрмәндәргә ошоларҙы хәбәр итә: “Сигенеп барыусы немецтар маскировкаланған үҙ йөрөшлө орудиеларға ышыҡланып артҡа сигенәләр. Бер самоходка юлда барышлай пушканан һәм пулеметтарҙан ата-ата беҙҙең яҡҡа килә башланы. Ул беҙҙең пехотасыларға яҡынлашҡас, улар араһынан бер ҡыҙылармеец айырылып сыҡты ла шәп-шәп атлап самоходкаға ҡаршы китте. Яугир өҫтөнә аҡ маска-халат кейгәйне. Уның танктар шартлата торған өс гранатаһы ла бар ине. Ул кәүҙәһен төҙ тотоп, ышаныслы аҙымдар менән самоходкаға яҡынлашты һәм уға ҡаршы бер гранатаһын ырғытты. Тирә-яҡҡа көслө шартлау тауышы яңғыраны. Гранатаның шартлау көсөнән дошман машинаһының башняһы ҡыйралып сафтан сыҡты. Әммә самоходка һаман да алға барыуын дауам итте. Шул саҡ һалдат ике гранатаһы менән дошман машинаһының гусеницаһы аҫтына ташланды. Икенсе тапҡыр шартлауҙан гитлерсыларҙың машинаһы ҡыйралып, бер урында ҡатып ҡалды. Шулай итеп, ҡаһарман йөрәкле һалдат үҙенең ғүмере иҫәбенә броняланған хәшәрәтте туҡтата. Был яугир дивизияға яңы ғына килгән булғас, беҙ уның исем-шәрифен дә хәтерләй алманыҡ. Әммә шуныһы аныҡ: ул һалдат милләте буйынса башҡорт ине”.
С.И. Емельяновтың үткән һуғыш хаҡында яҙылған “По зову Родины” китабы бөгөн дә үҙенең көнүҙәклеген юғалтмаған. Әҙип үҙенең әҫәрендә күп факттарға таянып, шул осорҙағы хәрби быуындың яҙмышы, яугирҙәрҙең батырлығы, дуҫлығы, үҙ-ара ярҙамлашыуы хаҡында яҙған. Әйткәндәй, яҙыусы тарафынан һүрәтләнгән түбәндәге эпизод төрлө милләт яугирҙәренең үҙ-ара ярҙамлашыуына асыҡ миҫал булып тора: “Бронебойщиктар Ҡадир Гөләмов һәм Степан Ильяхин дошман танкын атып ҡыйрата. Ләкин икенсе немец танкы ҙур тиҙлектә быларҙың өҫтөнә яҡынлашып килә. Иң һуңғы секундта Ҡадир окобынан сығып ситкә һикерергә өлгөрә. Ә Степан окоп эсендә ятып ҡала. Танк, уның окобы өҫтөнә менеп, бер урында әйләнергә керешә, окопты ер менән тигеҙләй...”
(Дауамы. Башы 55-се һанда).
Марс НУРИЕВ,
РФ һәм БР Яҙыусылар
союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512