Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дала халыҡтары “ҡырағай”мы?
Һуңғы өс быуатта Европа ғалимдары, барлыҡ халыҡтарҙың үткәнен тикшереп, евроцентризм төшөнсәһен юғары сөйҙө, ә Көнсығышта һәм Азияла йәшәгәндәргә хас ориентализм тенденцияһын асыҡтан-асыҡ түбән төшөрөп, “мәҙәни вәхшилек” тигән ярлыҡ таҡты. Уларға ҡарата “ҡырағайлыҡ” йәбештерелде.
Урта быуаттарҙағы колониализм дәүерендә идеологик ҡаршы тороу киҫкенләште. XVIII быуат уртаһында, XX быуаттың беренсе һәм икенсе яртыһында Европа һәм Америка ғалимдарының хеҙмәттәре расистик идеялар менән һуғарылып, аҡ расаның өҫтөнлөгө хаҡында яҙмалар күбәйҙе. Асыҡтан-асыҡ нацизмды пропагандаларға маташыуҙар, Гитлерҙың II Бөтә донъя һуғышы алдынан яһаған сығыштары ни менән бөткәнен барыһы ла белә. XX быуаттың аҙағында ла шул уҡ идеялар ҡабат ҡалҡып сыҡты. Был юлы ла расалар теорияһы “цивилизациялар бәрелеше” тигән төшөнсәне күтәрҙе.
Мал аҫраусылар буйынса белгес Л. Кредер һәм антрополог-этнолог А.М. Хазанов фекеренсә, далала мал үрсетеүселәр оҙаҡ быуаттарға консервацияланған. Шунлыҡтан, йәнәһе, уларҙың йәмғиәте ныҡ артта ҡалған. Европа тарихсыларының фаразынса, Евразия далаларында йәшәгәндәрҙе “ҡара таптар” итеп күрһәтәләр. Француз тарихсыһы Ф. Бродель, “Анналдар мәктәбе”нә нигеҙ һалыусы булараҡ, был “вәхшиҙәр цивилизацияға ҡурҡыныс тыуҙыра” тигән идеяны алға һөрөүҙән дә тартынмай. А. Тойнби кеүек Европаның башҡа тарихсылары һәм философтары ла агрессивлыҡ яғынан был ғалимдан ҡалышмай.
Ҡыҫҡаһы, мәҙәни мөмкинлектәре яғынан Евразияның Бөйөк дала халыҡтары хаҡында Европа ғалимдарында кире ҡараш формалаша. Көнбайыш фәнендә Европа һәм Американың ғына үткән юлын “культура һикереше” тип атайҙар. Йәнәһе, “цивилизация” тигән һүҙ боронғо халыҡтарҙың мәҙәниәтенә түгел, ә уларға ғына бирелгән. Көнбайыш ғалимдарының фекеренсә, ергә берегеп үҫкәндәрҙең донъяһы дала халыҡ­тарыныҡынан күпкә өҫтөн тора.
Ҡытайҙа ла шул уҡ хәлде күҙәтәбеҙ. Унда ошолай тип әйтәләр: “Төньяҡ вәхшиҙәре” Ҡытайҙан башҡа йәшәй алмай. Хәҙерге ваҡытта “Европа-Ҡытай” үҙәген (центризм) ҡабартып күрһәтәләр. Европаларҙы Ҡытай менән берләштергән нәмә – ул дала мәҙәниәтен танымауҙа. Бында төрки халыҡтар күҙ уңында тотола, ләкин был ҡараш әле бер нимә лә аңлатмай. Ни генә тиһәң дә, аҙ һанлы дала кешеләре заманында ултыраҡ тормошло илдәрҙе баҫып алып, улар өҫтөнән хакимлыҡ иткән. Мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклем 225 йылда Ҡытайҙа үҙәкләштерелгән империя барлыҡҡа килә. Ә төрки халыҡтар иһә 926 йыл буйына уларҙы буйһондороп тота. Етмәһә, ҡытайҙар төркиҙәргә бик күп хәрби контрибуция түләй. Ғәмәлдә, төньяҡ халыҡтары Ҡытай дәүләте тарихының яртыһына яҡын дәүере буйына улар өҫтөнән хакимлыҡ итә.
Төркиҙәр VIII быуат баштарында Бағдад хәлифәтенең хәрби гвардияһында хеҙмәт итә, ә 961 йылда улар Хорасан дәүләтен баҫып ала. 1055 йылда төрки халыҡтары – сәлжүктәр Иран дәүләтен яулай. 550 йылға яҡын улар илде буйһондороп тота. Һиндостан менән дә шул уҡ хәл ҡабатлана. Унда төрки халыҡтары Дели солтанатын ойоштора. Аҙаҡ тимуридтар Бөйөк Монгол империяһын төҙөй. Ә 1250–1517 йылдарҙа төрки халыҡтары Мысыр өҫтөнән хакимлыҡ итә.
Хәҙерге тарихсылар донъяға цивилизаторлыҡ күҙлеге аша ҡарай. Дала халыҡтары ултыраҡ тормошло халыҡтарҙы еңгән икән, был уларҙың “ҡырағайлығын” иҫбат итә, йәнәһе. Ләкин бер нисек тә улай була алмай, сөнки ул халыҡтарҙың өҫтөнлөгөн хәрби технология, ҡорал етештереүҙең үҫеше, ғәскәрҙәренең һуғыш эшенә өйрәтелеүе тәьмин иткән. Социаль структураның да, рухи мәҙәниәттең дә юғары кимәлдә булыуы быға булышлыҡ иткән. Йылҡысылыҡтағы оҫталыҡ, халыҡтың ҡырағай тәбиғәт шарттарында тормош ҡора алыуы ла өҫтөнлөк биргән.
Евразия кешеләре артта ҡалған булһа, был уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Хурлаусылары ла Европа тарихсылары булып, кәмһетелеүселәрҙең төп массаһы мосолмандар икәнлеге көн кеүек асыҡ. Быны үҙенә күрә уларҙы ситкә тибеү тип тә ҡарарға мөмкин.
Ергә йәбешеп ятыусылар бикләнеп йәшәгән. Уларҙың донъя тураһындағы белемдәре сикләнгән булған. “Ябыҡ ишектәр” сәйәсәте менән шөғөлләнгән бит Рим империяһы, Цин Ҡытайы һәм Япония. Ә бына дала халыҡтары ундай тормошто күҙ алдына ла килтермәгән. Улар гел хәрәкәттә булған, донъялағы һәр яңылыҡты белеп торған, хәрәкәтһеҙлек үлемгә тиң һаналған. Ошо уңайҙан этнограф А.В. Головнев былай тигән: “При этом мироощущение кочевника – это движущая картина мира, изменение состояния и событий, а у оседлого земледельца ничего не меняется”.
Ниндәй шарттарҙа ла бер төркөм Евразия кешеләре һәр ваҡыт ултыраҡ тормош алып барған. Улар ер эштәре һәм һөнәрселек менән шөғөлләнгән. Мәҫәлән, башҡорттар ғүмер буйы Уралда тимер, баҡыр рудаһы сыҡҡан урында йәшәгән һәм металлургия менән мәшғүл булған. Быны Радик Вахитов, Йәдкәр Бәширов кеүек тарихсылар ҙа раҫлай.
Татар ғалимы Камил Әбләзев иһә “Историческая судьба татар” тигән китабында бына нимәләр яҙа: “Цивилизация степных народов была серьезным барьером на пути продвижения различных завоевателей из стран оседлого мира. Один за другим рушились попытки персов, греков, арабов и китайцев подчинить степь. Примерами успешного противостояния степняков (тюрков) натиску разных цивилизаций могут служить продвижение на восток Александра Македонского, а также две битвы на Таласе, когда тюрки с арабами остановили продвижение китайцев на запад”.
Ошоларҙан күренеүенсә, Евразия халыҡтары һәр баҫҡынсыға кәртә булып торған. Улар ултыраҡ тормошҡа ла үҙаллы аяҡ баҫҡан. Башҡорт халҡында ла ошо күренеш күҙгә салына.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840