Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында бәхет өләшәләр
Бында бәхет өләшәләр Әсәләр көнө алдынан республикала ҙур, әһәмиәтле сара булып уҙҙы: баш ҡалала Республика перинаталь үҙәгенең яңы акушер-неонаталь корпусы асылды. Башҡортостанда медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яңы кимәлгә күтәргән мөһим сарала Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, төҙөлөштөң заказсыһы – “Ростех” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов ҡатнашты.

Бында бәхет өләшәләр – Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан әсәлекте, балалыҡты һаҡлау йәһәтенән алға табан гигант аҙымдар эшләне. 2014 йылдан төбәктә сабыйҙарҙың үлеме 20 процентҡа кәмегән һәм әле 5,8-5,9 процент тәшкил итә. Был Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән түбән. Әсәйҙәргә килгәндә, төбәктә 100 мең бала табыусыға ете үлем осрағы теркәлгән – был да сағыштырмаса аҙ. Республиканың өҫтәмә мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса резервы бик ҙур, яңы перинаталь үҙәк ошоға булышлыҡ итәсәк, – тине Вероника Игоревна, тантананы асып.
Шау-шыулы ҡала үҙәгенән ситтә (бында – урман, һауа ла саф), Аврора урамында урынлашҡан үҙәктең майҙаны – 24,3 мең квадрат метр, 130 пациентҡа иҫәпләнгән. Корпус 2014 йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү программаһы сиктәрендә төҙөлә башлаған. Рәсәй Президенты ҡарары менән, төҙөлөш буйынса заказсы һәм сафҡа индереүсе ролен “Ростех” дәүләт корпо­рацияһы үтәгән. Объекттың проект хаҡы – 2 миллиард һум, шуларҙың 1,5 миллиарды – федераль, 500 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. 106 медицина белгесе махсус әҙерлек үткән.
– Үҙәк барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, бында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән пациенттар юғары квалификациялы медицина ярҙамы аласаҡ, – тине Сергей Чемезов. – Был “Ростех” өсөн генә түгел, бында бала табасаҡ ҡатындар, тыуасаҡ сабыйҙар өсөн дә иҫтәлекле ваҡиға.
Рөстәм Хәмитов перинаталь үҙәктәге йыһаз-ҡоролмаларҙың күп өлөшө Рәсәйҙә етештерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бында йылына 4 – 4,5 мең сабый – илебеҙҙең граждандары донъяға киләсәк. Юл аша ғына 4-се бала табыу йорто урынлашҡан. Унда йылына 7,5 – 8 мең сабый тыуа. Тимәк, ошо бәхетле кварталда йылына 12 – 13 мең бала донъяға ауаз һаласаҡ. Әммә өлгә­шелгәндәр менән туҡтарға йыйынмайбыҙ, яңы объекттар төҙөләсәк. Кардиоүҙәк, онкоүҙәк буйынса пландарыбыҙ бар, был эштәрҙе мотлаҡ башҡарасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында.
Ҡунаҡтар перинаталь үҙәктең эше менән танышты, Белорет һәм Бөрө райондарынан килгән тәүге пациенттар менән аралашты. Әйт­кәндәй, үҙәктә тәүге сабый 21 ноябрҙә донъя­ға килгән, Ләйсән Вәлинурова өсөнсө тапҡыр әсәй булыу бәхетенә өлгәшкән. “Элекке тәжрибә менән сағыштырғанда, әлбиттә, бындағы мөмкинлектәр күпкә юғары, әсә һәм бала өсөн барлыҡ шарттар булдырылған”, – ти Ләйсән.
Яңы корпус нигеҙендә ҡеүәтле республика телемедицина үҙәге һәм локаль медицина селтәре булдырылған. Ул беренсе һәм икенсе кимәлдәге бала табыу йорттарының эшен берләштереүсе өс кимәлле балалар табыу системаһын координацияларға ярҙам итә, республиканың һәммә төбәгендәге ауырлы ҡатындарҙың һәм донъяға килгән сабыйҙарҙың яҙмышы хаҡында һәр ваҡыт хәбәрҙар булыуҙы нигеҙләй.
Әйткәндәй, Аврора урамындағы перинаталь үҙәкте башҡа бер нәмә менән дә бутау мөмкин түгел – көндөҙ ул үҙенең асыҡ төҫтәге күркәм бинаһы менән ылыҡтырып торһа, төнөн үҙәктең махсус яҡтыртыу системаһы уны тылсымлы һарайға әүерелдерә: ҡыҙыл, күк, аҡ, йәшел төҫтәге мең уттар күҙе ҡамаштыра, йыраҡтан уҡ күренеп, саҡырып тора. Хәйер, перинаталь үҙәк киләсәктә ысынлап та меңәрләгән ғаилә өсөн бәхет йортона әйләнәсәк: улар донъялағы иң ҙур ҡыуанысы – көтөп алған сабыйҙары артынан тап ошонда киләсәк.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509