Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүздәк уттары балҡый
Бүздәк уттары балҡый Бай тарихҡа эйә Бүздәк РЭС-ы коллективы алдында ҡуйылған төп бурыс булып ҡулланыусыларҙы тотороҡло рәүештә электр энергияһы менән тәьмин итеү тора. Ут район буйынса 346 предприятие һәм ойошма, учреждениеға бирелә, шәхси секторҙа 12 407 көнкүреш абоненты иҫәпләнә. Был йәһәттән РЭС үҙ йөкләмәләрен тулы күләмдә һәм тотҡарлыҡһыҙ үтәп килә.
Шул уҡ ваҡытта иҫкергән электр селтәрҙәрен яңыртыу, ауылдарҙағы яңы йорттар һәм ҡасабаларға ут керетеү буйынса ла эш дауам итә, заманса предприятиелар, магазиндар асылып тора. Уларҙың һәр ҡайһыһын электр энергияһы менән тәьмин итеү талап ителә.
Бүздәк энергетиктары был йүнәлештә лә эштәрен киң йәйелдерҙе. Атап әйткәндә, район үҙәге Бүздәк ауылында күп ҡатлы йорттарҙан торған яңы ҡасаба барлыҡҡа килде. Ғөмүмән, һуңғы өс йылда ғына ла унға яҡын күп фатирлы йорт төҙөлдө. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө лә киң ҡолас менән бара.
Район үҙәгендә республика күләмендә тиңе булмаған инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла башланы. Ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүгә махсуслашҡан “Бүздәк” теплица комплексы төҙөлөшө – шуларҙың береһе. Былтыр файҙаланыуға тапшырылған “Ғафури” ярҙамсы станцияһы хәҙер теплица комплексын тулы күләмдә электр энергияһы менән тәьмин итә. Яҡындағы “М-5 Урал” автомагистраленән балҡып күренә ул. Әйткәндәй, Бүздәк РЭС-ының эре ҡулланыусылары араһында киң танылған предприятиеларҙан Башҡортос­тан ит компанияһы, Бүздәк консерва комбинаты ла бар.
Шәхси эшҡыуар Фәүил Хәбиб­рахманов­тың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Бүздәк” теплица комплексы үҫешә, уның дөйөм майҙанын алдағы йылдарҙа 12 гектарға еткереү күҙҙә тотола. Тимәк, йәнә ҙур күләмдә электр энергияһы талап ителәсәк. “Ғафури” ярҙамсы станцияһының техник ҡеүәттәре был ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндереү мөмкинлегенә эйә.
Быйыл Ташлыкүл ауылында “Нерал-Бүздәк” йәмғиәте тарафынан ашлыҡты эшкәртеү һәм һаҡлау комплексы сафҡа инде. Уны электр энергияһы менән тәьмин итеү маҡсатында Бүздәк энергетиктары селтәр һуҙҙы һәм заманса яңы комплектлы трансформатор ярҙамсы станцияһы төҙөнө. Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Рәмил Сәлихов етәксе­легендәге эшселәрҙең хеҙмәте һәр саҡ юғары кимәлдә.
Энергетик хеҙмәте үтә яуаплы һәм хәүефле. Шуға ла бында эшләгән һәр кемдән тәрән белем, ҙур теүәллек һәм яуаплылыҡ талап ителә. Коллективта шундай бурыстарҙы иңләрҙәй һәләтле һәм намыҫлы кешеләр тупланған. Һуңғы 20 йылда Бүздәк РЭС-ы Башҡортостан электр селтәрҙәре тармағында гелән алдынғы урындарҙы биләй, алдынғы тәжрибә мәктәбенә әүерелде.
Хеҙмәт династиялары – айырым ғорур­лыҡ. Был йәһәттән аталы-уллы Мөсәлим һәм Рәмил Сәлиховтарҙы алайыҡ. 40 йыл ғүмерен энергетикаға бағышлаған Мөсә­лим ағайҙың даны һәм абруйы ҙур. Бүздәк РЭС-ына ул етәкселек иткән йылдар ысын-ысындан күтәрелеш, үҫеш осоро була. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Атай юлын дауам итеп, Рәмил Мөсәлим улы бына 30 йыл инде тармаҡта хеҙмәт итә
Абруйлы династиялар берәү генә түгел. Заһир Мостафин, Владимир һәм Виктор Яхно аталары өлгөһөндә эште дауам итә.
Ағалы-ҡустылы Хисаметдиновтарҙан Флорид Ғәли улы диспетчер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Радик Ғәли улы иһә (һүрәттә) 26 йыл фиҙакәр хеҙмәт итеп, абруй ҡаҙанған. Ул Бәләбәйҙәге техникумда электрик һөнәрен алғас, электромонтажсы булып эш башлай, Совет Армияһында бурысын үтәгәндән һуң районда төрлө ойошмаларҙа тәжрибә туплай, ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр институтын тамамлай. Ә бөгөн иһә ярҙамсы станция бүлеге мастеры Радик Хисаметдинов – иң яуаплы бурысты атҡарырға һәләтле абруйлы белгес. Новаторлыҡ, уйлап табыу йәһәтенән дә күптәргә өлгө ул. Үҙенә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” исеме бирелеүе лә күпте һөйләй.
Бүздәк республикабыҙҙың ныҡлы үҫешкән алдынғы төбәге булһа, бында хаҡлы рәүештә энергетиктарҙың да хеҙмәт өлөшө ҙур. Уларҙың көндәлек фиҙакәр хеҙмәте райондың социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519