Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яңғыҙҙарға ярҙам итке килә”
“Яңғыҙҙарға ярҙам итке килә”
Элегерәк һәр урында тиерлек яҡшы дан алған димселәр булған. Ә бына буйҙаҡтар, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар һирәк осраған. Бөгөн нимә күрәбеҙ: айырыуса ауылдарҙа ир-ат өйләнә һалып бармай, яңғыҙ ҡыҙҙар ҙа быуа быуырлыҡ. Тәүгеләре, ҡыҙҙар юҡ бит, тип аҡланһа, һуңғылары йүнле егеттәрҙең аҙлығына һылтана. Ғаилә ҡормау, уны тиҙ тарҡатыу йәмғиәттең бер бәләһенә әйләнеп бара. Димсе тигән бик тә кәрәкле “һөнәр”ҙе ҡайтанан тергеҙеү талап ителә түгелме?
Замана яңғыҙаҡтары проблемаларына битараф булмағандар бар ул бөгөн. Шундайҙарҙың береһе – Белоретта йәшәгән Айгөл Ниғмәтуллина. Ул ойошторған “Аулаҡ өй” клубы биш йыл эсендә 260-ҡа яҡын парҙы ҡауыштырып, никахлы иткән. Димсе Көньяҡ Урал райондарында әүҙем эшләй, хатта Ғафуриҙан, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан да клуб эшенә ҡыҙыҡһыныу белдереп, ҡушылыусылар бар икән. “Беҙҙең клуб үткәргән сараларҙа танышып ҡауышыусыларҙың туйҙарында ҡатнашабыҙ, һәр 50-се парға алтын балдаҡ та алып бирәбеҙ. Хәҙер һәр 25-се парға бүләк итергә уйлап торабыҙ. Бәпес туйҙары үткәрәбеҙ. Теләгебеҙ – яңғыҙаҡтар кәмеһен, өлгөлө ғаиләләр артһын, халҡыбыҙ ишәйһен. Киләһе йылдың 14 февралендә беҙҙең “Аулаҡ өй”гә биш йыл була. 300-ләп кисә үткәрҙек, Аллаға шөкөр, парһыҙҙарға ярҙам итеү йәһәтенән эшебеҙ алға бара”, – ти Айгөл Ниғмәтуллина. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән булдырылған “Башҡорт ғаиләһе” ассоциацияһы етәксеһе итеп тә һайланды ул. Кешегә уңышлы булыу өсөн нимә кәрәк, тигән һорауҙы ла бирҙек Башҡортостандың иң шәп димсеһенә. Түбәндә уның яуаптары.

Кешелекле булыу
– Минең өсөн был сифат бик мөһим, сөнки заманыбыҙ ғәйеплеме икән, кеше бер аҙ тупаҫланды, ихлас аралашыу һирәгәйҙе, бер-береһенә былай ғына, бушлай ярҙам итергә бик атлығып та тормайҙар. Айырыуса ҡалала хатта күршеләрен белмәүселәр бар. Яман кешеләр күбәйгән һымаҡ. Ниндәй генә хәлдә лә кешелекле булып ҡалыу мотлаҡ.
Насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу
– Эскелек бер ҡасан да яҡшыға килтермәй. Уның аҙағы фажиғә менән тамамланыуы ихтимал. Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәмәкегә ылығыуы эсемде бошора. Балалар күреп үҫә бит. Эсеү-тартыу – киләһе быуынға битараф булыу ул. Насар ғәҙәттәрҙе ташлағыҙ һәм үҙегеҙгә еңеллек килеүен аңларһығыҙ, тип әйткем килә.
Ялҡауланмау
– Эш юҡ тиеүселәргә мин ышанып етмәйем. Һәр ерҙә эш табырға була. Тырышлыҡ, ынтылыш, маҡсат кәрәк. Ялҡаулыҡтан ҡотолорға кәрәк. Һис юғында ауылда ҡош-ҡорт аҫрап та килем алырға мөмкин.
Ғаиләңде күҙ ҡараһы кеүек һаҡлау
– Бөгөн ата-әсәле була тороп та, етем иҫәпләнгән балалар күп. Ниңә? Сәбәбе – әлеге лә баяғы эскелек. Минең уйымса, ауылдарҙа айыҡ тормош булһа, халҡыбыҙ бөтөнләй икенсе төрлө йәшәр ине. Ғаиләләр тарҡалмаҫ, балалар атайһыҙ йә әсәйһеҙ ҡалмаҫ ине.
Көнсөллөктән ҡотолоу
– Шундай күренеш йыш осрай: мул, етеш, уңышлы йәшәгән кешене күрә алмайҙар. Көнсөллөктән был. Һөҙөмтәлә көнсөл кеше бер нисек тә уңышлы була алмай. Татыу йәшәргә, матур уйлы булырға кәрәк. Иң ҙур теләгем – халыҡ эсмәһен һәм дуҫ булһын. Бергә беҙ әллә ниндәй ҙур эштәр атҡара алабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840