Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсә хәстәре хәсрәттән ҡурсалай
Әсә хәстәре хәсрәттән ҡурсалай Билдәле шағир Риф Мифтаховтың күптәргә таныш тос шиғыр юлдары бар: «Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул!» Бындай сағыштырыу менән бәхәсләшеү ҡыйын, унан тыш, әсәләр иңенә бала бағыу ғына түгел, ир ҡарау, ғаилә мәшәҡәттәрен теүәлләү, етмәһә, эшләп тә йөрөү кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъяуи вазифалар һалынған. Рухи мәркәзебеҙҙең һағында ла – әсәләр, улар милләт киләсәген тәрбиәләй, халҡыбыҙҙы данлар ул-ҡыҙҙарҙы бәпләй.
...Өфөнөң былай ҙа даланлы, күр­кәм урындары­ның береһе Конгресс-холл уғата яҡтырып, балҡып тор­ғандай күренде: ошо шаршамбыла бында республи­ка­­ның төрлө төбәк­тәренән 500-ләгән әүҙем ҡатын-ҡыҙ, уңған әсәләр йыйылды. Ноябрҙең һуңғы йәкшәм­беһендә билдәләнгән күркәм байрам – Әсә көнө айҡанлы, улар өсөн матур тантана ойошто­ролғайны.
Рәсми сығанаҡтар буйынса, әлеге көндә республикала ярты миллиондан ашыу (551,9 мең) балалы ғаилә бар, улар 850 мең бала үҫтерә. Ошолар иҫә­бенән, 46,3 мең ғаиләлә (8,4 процент) өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнә. Был күрһәткес буйынса Баш­ҡортостан Рәсәйҙә Ады­гей Рес­публикаһы, Став­рополь крайы, Еврей автономиялы округынан ҡала дүртен­се урында.
Республика әсәләрен Баш­ҡортостан Башлығы исе­менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрик­ләне:
– Донъяның барлыҡ дин­дәрендә лә төп ҡанундарҙың береһе булып әсәләрҙе ололау тора, – тине ул. – Из­ге яҙмаларҙа юҡҡа ғына, ожмах әсә­ләрҙең аяҡ аҫтында, тиелмәгән. Көндәлек мәшә­ҡәттәр араһында яҡын­дарыбыҙға йылы һүҙ әй­тергә, уларҙы ни тиклем яратҡаныбыҙҙы белдерергә онотабыҙ. Әсә көнө – ошоно төҙә­теүҙең бер сараһы.
Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, байрам тантанаһына килгән Хәйбулла һылыуы Розалия ла “әсә” һүҙенең ни тиклем мөһим һәм баһалап бөткөһөҙ әһәмиәт­кә эйә икәнен үҙ миҫалында белә: ағалары-апалары ҡанат нығытып, һа­ры сәсле һылыу ҡыҙсыҡ үҫмер ҡорона аяҡ баҫҡан саҡта яҡындары бер-бер артлы донъя ҡуй­ған. Ярай апаһы ситкә типмәгән – Розалияны ҡаҡмай-һуҡмай ҡарап үҫтер­гән, тәрбиәләгән, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған...
Бала саҡтың ауыр хәти­рәләре күптән инде офоҡ артында. Уның ҡарауы, бөгөн Розалия Шәрипованан да бәхетле кеше юҡ. Ире Марат менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр, Сибай ҡалаһында гөрләтеп донъя көтәләр, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша­лар. Был моңло ғаиләне күптәр белә – барыһы ла йырлай, бейей, дәрт-дармандары ташып тора. Өлкән улдарына 18 йәш, ул армия сафына йыйына, 8, 5, 2 йәшлек бәлә­кәстәр мәктәпкә, баҡсаға йөрөй.
– Ирем – полиция хеҙ­мәткәре, үҙем Учалы тау-ба­йыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында эшлә­йем. Тормо­шобоҙ бөтөн, уйҙарыбыҙ уртаҡ, Аллаға шөкөр. Ҡала хакимиәтенең иғтибарын тойоп йәшәйбеҙ, торлаҡ, ер участкаһы алыу, балаларҙы баҡсаға урынлаштырыу кеүек мәсьәлә­ләрҙе үҙ яйы менән хәл итә барабыҙ. Иң мөһиме – иҫән­лек-һаулыҡ булһын, ул саҡта кәйеф яҡшы, дәрт-дарман ташып тора, – ти Розалия Рәғип ҡыҙы.
Эйе, әсәйҙәр – йылытып-ҡурсалап, өй усағын һаҡла­ған йәшәү сығанағы, донъя­быҙҙың тотҡаһы. Һәммәбеҙ­ҙең балалары имен-һау, аҡыллы булып үҫһен, әсә­ләр­ҙең сикһеҙ хәстәре, күңел йылыһы сабыйҙа­рының изгелеге булып кире әйләнеп ҡайтһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513