Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Радио һөйләй, телевизор күрһәтә
Радио һөйләй, телевизор күрһәтә Халыҡ-ара телевидение көнөндә республиканың Милли музейында тәүге тапҡыр “Башҡортостанда радиотапшырыуҙар һәм телевидение тарихы” тигән күргәҙмә асылды.
Экспозиция залындағы стендтарҙа 1920 йыл­дарҙан башлап беҙҙең көндәргә тиклем ил тарихы менән тығыҙ бәйле булған этаптар сағылдырылған. Радиотапшырыуҙарҙың эфирға сыға башлауы, яңы ғына төҙөлгән Почтамт бинаһына күсеү, тәүге дикторҙар, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эшләү, телевидение булдырыу, төҫлө тапшырыуҙарға күсеү... Уйлаһаң, уйылып китерлек, ә бит ҡасан ғына үҙебеҙ ҙә аҡлы-ҡаралы “Рекорд” телевизорын ҡарап үҫкән быуынбыҙ. Пульттың нимә икәнен белмәнек... Хәйер, эх, берәйһе килеп икенсе каналға бороп бирһә ине, тип хыялланған саҡтар аҙ булманы. Ә өләсәйемдең: “Өйөбөҙгә тәүге тапҡыр радиоалғыс үткәргәндәре һаман хәтерҙә. Уның тауышын кәметә алмай бер булдыҡ. Мендәр менән ябып ҡуя торғайныҡ”, – тип һөйләгәндәрен тыңлап, рәхәтләнеп көлөүҙәр. Үҙе бер тарих һәм ысын­барлыҡ... Экспозицияға ҡуйылған камера­ларҙы, диктофондарҙы, төрлө ҡоролмаларҙы күреп, ирекһеҙҙән тормошобоҙҙоң ни тиклем үҫешеүенә, заман технологияларының шул тиклем алға китеүенә аптырап ҡуяһың. Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә, тиҙәр, күргәҙмә ысын мәғәнәһендә телевидениеның үҫеш осорон һынландыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, сара матур башланғыстарға нигеҙ һалмаҡсы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, артабан экспонаттар “Баш­ҡортостан” телерадиоком­панияһының бинаһында асыла­саҡ музейҙан урын аласаҡ.
Әйткәндәй, күргәҙмәнең асылыуы тағы бер мөһим ваҡиға менән тап килеүе осраҡлы түгелдер – кисә Өфөлә “ТЭФИ-Төбәк” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы асылды. Мәртәбәле конкурстың төп призы өсөн Башҡортостан телевидениеһы вәкил­дәре лә көрәшә: “Балалар өсөн тапшырыу” номинация­һында “Ҡымыҙ юлы” (Башҡортос­тан юлдаш телеканалының “Тамыр” студияһы), “Мәғлүмәт сығарылышын алып барыусы” – Айгөл Кантюкова (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпа­нияһының Башҡортостандағы филиалы); “Танып-белеү тапшырыуы” – “Уфимский городовой” проекты (“Бөтә Өфө” телекомпанияһы). Шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының республикалағы филиалының “Яңы йыл мөғжи­зәһе” тигән эше финалға сыҡты. Репортаж “Еңеп сығыу” махсус номинацияһында тәҡдим ителгән.


Автор: Д. ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506