Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсә тирәләй – һәр саҡ изгелек
Әсә тирәләй – һәр саҡ изгелек Ҡояш янында — йылылыҡ, әсә янында — изгелек, ти халыҡ мәҡәле. Күп балалы ғаиләләрҙә әсә наҙына, иғтибарына төрөнөп үҫкән, тәүфиҡлы, рухлы сабыйҙарҙың булыуы һөйөндөрә.
Республика Хөкүмәте йортонда күп балалы әсә­ләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урын­баҫары Салауат Сәғи­тов биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.
— Ошо матур иртәлә беҙ иле­беҙҙең ихтирамға лайыҡ оло йө­рәкле кешеләрен бергә туплаған ҙур һәм ябай, матур сараға йы­йылғанбыҙ. Был тантана беҙҙең һәм һеҙҙең өсөн икеләтә ҡыуа­ныслы, сөнки тиҙҙән илебеҙ Әсә көнөн билдәләй. Ошо уңай менән һеҙҙе республика етәксе­леге исеменән ихлас күңел­дән ҡот­ла­йым. Яҡты килә­сәктә йөрәгегеҙҙән сыҡҡан йылылыҡ балаларығыҙҙың иғтибар-хөрмәте, улар өл­гәш­кән уңыштар, рәхмәт һүҙҙәре булып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын, – тине Салауат Тәлғәт улы, ҙур ҡыуаныс менән тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп.
Был күркәм сара 1998 йылдан алып үткәрелә. Ошо ваҡыт ара­уығында күп бала тәрбиәләгән ете меңгә яҡын гүзәл зат дәүләт наг­радаһына лайыҡ булған. Респуб­ликабыҙҙың ҡала һәм райондарынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар ара­һын­да ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар, хужабикәләр һәм шәхси эшҡыуарҙар күп.
Тантана залында булған әсәләр Башҡортостан Башлығы ҡотлауын тыңлай, бер аҙ тулҡынланыу һәм шатлыҡ хистәре менән рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Уларҙың йөҙҙә­рендә иңгә алған оло яуаплылыҡ той­ғоһо менән бергә әсә булыу бәхетенән һәм бөгөнгө байрамдан кисергән ҡыуаныс сатҡы­лары ла сағыла. Бала тапҡан түгел, баҡҡан әсә тигәндәй, гүзәл зат иңенә төшкән балаға ғүмер бүләк итеү тәҡдире менән бергә уны бағыу, уға аҡыл-зиһен, матур тәрбиә биреү, ҡотло туған телгә өйрәтеү күпме йән сабырлығы, йоҡоһоҙ төн­дәр, оло йөрәк талап итә.
Бөрйән районынан кил­гән Са­жи­ҙә Билалова биш балаға – Илнар, Илсур, Саръян, Cәлим һәм Ибра­һим исемле батыр булып үҫер улдарға ғүмер биргән. Тормош иптәше менән Кил­деғол ауылында матур итеп донъя көтәләр. Күп балалы йүнсел ғаилә, эштә­рендә ҡыҫҡартыуға эләккәс, зар­ланып тормай, үҙҙәре­нең шәхси эшен асып ебәргән.
Әлеге ваҡытта бишенсе бала­һын бағып ялда ултыр­ған Гөлфиә Иҫәнғәлиева – Хәйбулла районынан. “Ғаи­ләлә балаларыбыҙҙы ир­кәләп-наҙлап, етеш тәрбиә биреп, кешенән кәм-хур булмаҫлыҡ итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Балалар — беҙҙең ҡыуанысыбыҙ ҙа, ғорурлығыбыҙ ҙа”, — ти ул.
Туймазы районынан Римма Муллағәлиева оло шатлыҡ менән рәхмәт һүҙ­ҙә­рен еткерҙе: “Беҙҙе шулай ҡәҙерләгән республика Хөкү­мәтенә, етәксебеҙ Рөстәм Зәки улына рәхмәт. Киләсәктә бала­ларыбыҙҙы һау-сәләмәт һәм иле­беҙгә кәрәкле кешеләр итеп үҫтерергә тырышырбыҙ”.
Ҡатын-ҡыҙға бирелгән иң оло бәхет, иң ҙур шат­лыҡ әсә булыу­ҙыр, моға­йын. Сабыйҙарының һау­лығы, рухи үҫеше хаҡында даими хәстәрлек күргән әсәләр ихтирамға һәм данлы исемдәргә лайыҡ. Ил-йорт именлеген ҡайғыртҡан ир-егеттәр­гә иңдәш булыр оло йөрәк­ле, бала йәнле әсәләр, бәхетле сабыйҙар тауышынан нурға тулған ҡотло ғаиләләр барында илебеҙ ырыҫлы булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518