Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатын-ҡыҙға ярҙам иткән кеше бар донъяға ярҙам күрһәтә...
Ҡатын-ҡыҙға ярҙам иткән кеше бар донъяға ярҙам күрһәтә... Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” тип аталған халыҡ-ара форум башланды. Рәсәй Федерация Советы, Башҡортостан Хөкүмәте, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды ойошторған йыйын – II Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумына әҙерләнеү сиктәрендәге иң ҙур сараларҙың береһе, унда ике тиҫтәгә яҡын илдән, Рәсәй төбәктәренән 400-ҙән ашыу делегат килгән. Мәртәбәле сараның эшендә Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республиканан сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
– Башҡортостанда хәйриә эштәре бик күп башҡарыла – был йәһәттән беҙҙең төбәк өлгө булырлыҡ. Тыныс­һыҙ, ҡатмарлы заманда ҡоласҡа һый­маҫлыҡ изгелек ҡуласаһының әйлә­не­үе, уның йылдан-йыл сиктәрен киңәйтә барыуы ҡыуаныслы. Мәрхә­мәтлек бар, эшләй, йәшәй, һәм уның дилбегәһе – ҡатын-ҡыҙҙарҙың ышаныслы, һиҙгер ҡулдарында, – тине төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов үҙенең форумдағы сығышында.
Галина Карелова Рәсәйҙә әлеге көндә ете меңдән ашыу хәйриә фонды, 15 мең самаһы коммерцияға ҡара­ма­ған ойошмаларҙың эшләүен, уларҙың эшмәкәрлеген 2,5 миллиондан ашыу ирекмәндең тормошҡа ашырыуын билдәләне. Галина Николаевна: “Мәр­хәмәтлек социаль, мәҙәни, мәғариф өлкәләрендә генә ярҙам күрһәтеүгә ҡайтып ҡалмай, сиктәре киңәйә бара, йүнәлешкә ҡарата дәүләт иғтибарының артыуы ла ҡыуаныслы. Хәйриә эшмә­кәр­легенең федераль кимәлдә норматив нигеҙе бар, һәм ул камиллаштырыла”, – тип билдәләп үтте.
Былтыр Санкт-Петербургта Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумының уңышлы үтеүен, унда мәрхәмәтлек темаһының көнүҙәк булыуын, Өфөләге форум төплө һөйләшеүҙең дауамы икәнлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алып, Галина Карелова хәйриә сиктәренең күптән инде ил сиктәрен үтеп, икенсе юҫыҡҡа кү­сеүен, был өлкәлә халыҡ-ара хеҙмәт­тәшлектең уңышлы икәнлеген миҫал­дар менән йөпләне. Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән “Йылмайыу операцияһы” – быға бер дәлил: уға ярашлы, юғары квалификациялы донъя табиптары бит-яңаҡ дефекттары менән тыуған ба­лаларға бушлай хирургия ярҙамы күрһәтә.
Сығыш яһаусыларҙың береһе, ҡатын-ҡыҙға ярҙам иткән кеше бар донъяға ярҙам итә, тине. Ысынлап та, ирҙәр ил ҡоролошо, ҡорал тип ҡайғырғанда, әсәлек, балалыҡ (тимәк, киләсәгебеҙҙең) проблемалары, изгелек итеү, мәрхәмәтлек күрһәтеү кеүек төшөнсәләр гүзәл заттарға яҡыныраҡ та, мөһимерәк тә. Сит илдән килгән, оҙаҡ йылдар хәйриә менән шөғөллән­гән, ошо эшмәкәрлеген йәшәү рәүеше­нә әйләндергән арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың сығыштары ла был хәҡиҡәтте тағы берҙе иҫбатланы.
Сарала хәйриә өлкәһендә ҙур эштәр башҡарған ҡатын-ҡыҙҙарға Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың рәхмәт хаттары тапшырылды. “Йөрәк ҡушыуы буйынса” һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фондын ойоштороусы, дәүләт эшмәкәре, танылған йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Диана Гурцкая иһә иң юғары наградаға лайыҡ булды: уға Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумының абруйлы премияһы тапшырылды.
– Диана ижады һәм изге эштәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ, ул үҙе – ҡаһарманлыҡ һәм маҡсатлылыҡ миҫалы, – тине Галина Карелова тантаналы минуттарҙа.
Артабан форумда ҡатнашыусылар “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә йәмғиәтебеҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, үҙ-ара хеҙмәттәшлек, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙең ысулдары һәм мөм­кинлектәре, мәрхәмәтлек нигеҙе, хәйриә акциялары һәм башҡа темалар буйынса фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519