Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Йәшел кейемдәре тап-таман килеп торған егеттәргә һоҡланып, һорай ҡуйҙым:
– Хәҙер кирза итек, сылғауҙар юҡтыр инде?
– Күптән инде барыһына ла берцы (шнурлы оҙон ҡуңыслы ботинкалар) би­релә. Юл биштәре лә сумкаға алмашынды.
– Хәрби хеҙмәткә саҡыры­лыу­сыларға SIM-карталар ҙа ҡаралған шикелле? – тип һорайым тағы.
– Район военкоматтарында уҡ улар­ға льготалы икешәр SIM-карта тап­шы­ры­­ла. Береһе – ата-әсәлә­рен­дә, икен­сеһе үҙҙәрендә ҡала. Хәрби хеҙ­мәт­кә саҡырылыусыға тағы ла ВТБ 24 банкыһының картаһы бирелә...
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың республика йыйылма пунктына килеп еткәндә, ишек алдында байтаҡ ҡына егет тапанып тора ине. Шул арала бер сержант сығып исемлек уҡый башланы. Үҙҙәренең фамилияларын ишеткәндәр иһә эскә уҙа. Арттарынан беҙ ҙә эйәрәбеҙ. Бинаға үтеү менән улар эскәмйә янына теҙелеп баҫты. Бер нисә йыл элек үҙемә лә ошонда торорға тура килгәйне. Ул саҡта сумкаларыбыҙҙы астырып, рөхсәт ителмәгән әйберҙәр булыу ихтималлығын тикшергәйнеләр. Шул урындан иһә артабан йүнәләһең. Хәҙер инде был егеттәргә лә хәрби хеҙмәткә бер нисә генә аҙым ҡалған. Тик уларҙы бөгөн ни көтә икән? Призывниктар янына ошо һорауға яуап эҙләп килдек тә инде.

Хәрби комиссариаттың беҙҙе оҙата килгән матбуғат үҙәге белгесе Гүзәл Исмәғилева шул арала бәйән итә: “Был егеттәргә бөгөн хәрби медицина комиссияһын үтергә кәрәк буласаҡ. Унан инде шәхси эштәренә, был йәһәттән һаулыҡ категорияларына ҡарап, уларҙы төрлө ғәскәргә бүләсәк­тәр”.
Икенсе бүлмәгә ингәндә, егеттәр бында өҫ һәм аяҡ кейеме, башҡа кәрәк-яраҡ алып тора ине. Улар бүленеп, ҙур ғына ике тәҙрә алдына баҫҡан. Гүзәл Риф ҡыҙы шунда уҡ хәбәрен дауам итә:
– Медицина тикшереүен үтеп, билдәле бер ғәскәргә туплан­ғастары, икенсе көнөнә ошонда инәләр. Ә берәйһе хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла ҡалһа, ул ин­де кире ҡайтарыла. Һирәк булһа ла, бындай осраҡтар ҙа күҙәтелә.
Кейемдәренең төҫө иһә ғәскәр төрөнә ҡарап айырыла. Мәҫәлән, ҡоро ер ғәскәрҙәренеке – йәшел, һауа-йыһан, һауа-десант ғәс­кәр­ҙә­ренеке – зәңгәр, ә хәрби-диңгеҙ флоты, диңгеҙ пехотаһы ҡараһын ала. Дөйөм алғанда, бер кешегә 14 160 һумлыҡ әйбер тапшырыла. Әйткәндәй, быйыл милли гвар­дия­ға ла план бар. Уларға Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренә ҡуйылған кеүек талаптар бил­дәләнә.
Йәшел кейемдәре тап-таман килеп торған егеттәргә һоҡланып, һорай ҡуйҙым:
– Хәҙер кирза итек, сылғауҙар юҡтыр инде?
– Күптән инде барыһына ла берцы (шнурлы оҙон ҡуңыслы ботинкалар) бирелә. Хәрби юл биштәре лә сумкаға алмашынды.
– Хәрби хеҙмәткә саҡырылыу­сыларға SIM-карталар ҙа ҡа­ралған шикелле? – тип һорайым тағы. Гүзәл Исмәғилева ла һүҙҙе эләктереп алды:
– Район военкоматтарында уҡ уларға льготалы икешәр SIM-карта тапшырыла. Береһе – ата-әсәләрендә, икенсеһе үҙҙәрендә ҡала. Хәрби хеҙмәткә саҡыры­лыусыға тағы ла ВТБ 24 банкы­һының картаһы бирелә.
Шул арала эргәгә өлкән лейтенант килеп баҫты. Белешкәс, ошо егеттәрҙе алып китергә ки­леүе асыҡланды, призывниктар телендә уларҙы “һатып алыусы” тип атайҙар. Уға ла һорау табылды:
– Ҡайһы тарафҡа һәм нисә кеше юлланаһығыҙ?
– Беҙ, илле кеше, Алыҫ Көн­сығыштағы Биробиджан ҡалаһы­на йүнәләсәкбеҙ. Юл арауығы алты тәүлеккә һуҙыла, – тип яуап­лай ул. Гүзәл Исмәғилева ла һүҙен өҫтәй:
– Тимәк, юлға эшелон менән сығасаҡтар. Ғөмүмән, көнөнә йө­ҙәрләгән һалдат оҙатыла. Баш­ҡортостан Республикаһы көҙгө хәрби хеҙмәткә алыу мәлендә 6 меңдән ашыу егетте оҙатырға тейеш.
Ә мин иһә өлкән лейтенантҡа һорауҙарымды яуҙырам:
– Унда телефон менән ҡул­ланыу мәсьәләһе нисек?
– Хәрби часҡа барып еткәс, улар телефондарын командирға тапшырып, буш ваҡыттарында ял көндәрендә рәхәтләнеп һөй­ләшә аласаҡ.
– Әгәр инде берәй призывник һеҙҙең менән барыуҙан баш тарт­һа, ниндәй сара күрәһегеҙ? Әйтә­йек, кешенең элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт иткеһе киләлер, бәлки?..
– Беренсенән, ундай ғәскәргә эләгеү өсөн тормош рәүешен дөрөҫ алып барырға кәрәк. Мәҫә­лән, спорт менән шөғөлләнгәндәр өсөн элиталы ғәскәргә эләгеү мөмкинлеге бермә-бер арта. Икенсенән, ҡайҙа ла шул хәрби хеҙмәт, шуға ни айырма? Кейем төҫөндәме? Былай иһә беҙҙең менән Рәсәйҙе күреү мөмкинлеге бар. Әлеге егеттәрҙән өсәүһе шулай ҡоро ер ғәскәрҙәренә барыу­ҙан баш тартып маташҡайны, ошо әйткәнемсә аңлатҡас, был уйҙарынан кире ҡайттылар.
Шул ваҡыт призывниктарға биреләсәк сумкаларҙағы әйбер­ҙәрҙе теүәлләгән сержант күҙгә салынды. Ул да ошо офицер менән бергә булһа кәрәк. Ә минең баш ниҙәр ятҡанын ҡарарға тип сумка эсенә һонола. Сержант бармағы менән стенаға эленгән ҡағыҙға төрттө:
– Бына бында барыһы ла әйтелгән.
Унда иһә аҡҡа ҡара менән теҙелеп китә: таҫтамал, тапочка, көрөшкә, ҡалаҡ, һабын, ҡулъ­яулыҡ, ҡайыш, билбау, бирсәткә, йылы кейем, йыуғыс.
Кейем алырға егеттәр бер-бер артлы керә торҙо. Был ағым тамамланғас, икенсеһе эркелде. Уларына зәңгәр төҫтәге кейем эләкте. Командирҙарынан белеш­кәс, ете тиҫтәләп һалдаттың Ха­ба­ровскиға юлланасағы асыҡ­ланды.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Оҙаҡ тормай, йыйылма пунк­т­тың ашханаһына йүнәлдек. Өҫтәл тирәләй урынлашҡан призывниктар алдындағы батмуста һурпалы аш, ҡарабойҙай бутҡа­һы, винегрет, май, һут, икмәк телемдәре күренә. “Тәмлеме?” тигән һора­уыма барыһы ла бер тауыштан “эйе” тип яуап ҡайтар­ҙы. Бер ситтә ултырған капитанға ла өндәштем:
– Ә һеҙҙең хәрби часта бын­дағы кеүек ашаталармы?
– О, унда ашау тағы ла яҡшы­раҡ!
Артабан иһә, аралашырға тип, ашхананан сыҡҡан ерҙә егеттәрҙе һағалап торам. Тәүгеһе Мәсетле районынан Рәмзил Вәхитов ине. Ул әрмегә барғыһы килеүен, хәҙер инде хеҙмәт итәсәк часына тиҙерәк йүнәлергә теләүен белдерҙе.
– Тәүҙә толҡа тапмай инем, кейем алғас иһә тынысландым, хатта кәйеф күтәрелеп китте, – тип өҫтәп тә ҡуйҙы һуңынан.
Фидан Сафуанов иһә Белорет районынан булып сыҡты. Был йә­һәттән ул дәүләт хеҙмәтенә эш­кә урынлашыуҙа хәрби билет­тың кәрәге тейәсәген билдәләне. Шунда уҡ кемдәр менән хеҙмәт итәсәге, алда ниҙәр көтәсәге хаҡындағы һорауҙар борсоуын йәшермәне.
Киләһе йүнәлгән еребеҙ казарма ине. Ҡасандыр, беҙ әрмегә алынған саҡта, теҙелеп ятҡан ҡаҡ таҡталар хәҙер карауаттарға алмашынған икән. Әле иһә бында буласаҡ һалдаттар артынан килгән офицер һәм сержанттар шәхси составтары менән танышыу эшен алып бара. Ошо уҡ ерҙә ғибәҙәтхана ла күренә. Ул ике бүлмәнән ғибәрәт: береһе – христиандар, икенсеһе мосолмандар өсөн. Унда шулай уҡ китаптар, намаҙлыҡ та бар. Шул ваҡыт Биробиджандан килгән баяғы сержант та эргәгә килде.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
– Һеҙҙең часта намаҙ уҡыу өсөн айырым бүлмә бармы? – тип һорайым үҙенән.
– Айырым ғибәҙәтхана юҡ, әммә намаҙға баҫыусылар бай­таҡ, һәм улар бының өсөн уңайлы урынын да таба.
– Ә һалдаттар араһындағы мөнәсәбәт нисек? “Бабайлыҡ” бармы? – сержантты тиҙ генә ебәргем килмәне. Ул да яуабын ҡайтара һалды:
– Ундай кире күренеш күптән юҡ инде. Кис һайын һалдат­тарҙың тәнен тикшерәләр. Берәй ере күгәрҙеме, бының буйынса тикшереү үткәреләсәк. Был йәһәт­тән мөнәсәбәттәр ҙә яҡшы.
Үҙем уның яуабынан тыныс­ланһам да, һуңғы ваҡытта яңы­лыҡтар теҙмәһендә күренгән мәғлүмәт күңелде өйкәп ҡуя.
Призывниктарҙың республика йыйылма пунктына сәйәхәтебеҙ бының менән генә тамамланманы. Был көндә шулай уҡ митинг та ҡаралған икән, шуны ҡарар өсөн тышҡа йүнәләбеҙ.
Беҙҙе бәләкәй генә майҙансыҡ ҡаршылай. Уның уртаһында – күккә талпынған ракета, икенсе яғында хәрби техника теҙелгән. Майҙансыҡта шулай уҡ ял урыны ла булдырылған. Ә шул ракета менән бронетехника араһында иһә һалдаттар ҙа ни аралалыр сафҡа теҙелгән, ситтәрәк оркестр баҫҡан. Егеттәрҙе оҙатырға кил­гән хәрби комиссариат, дин әһел­дәре теләк-вәғәздәрен еткергәс, көн инде кискә ауышты. Ә һалдаттарҙы иртәгә алыҫ юлдар көтә, ә әлегә кире казарма эсенә йүнәләләр.

Игорь ХАРЧЕНКО,
запастағы генерал-майор, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары сығышынан:
– Ҡәҙерле призывниктар, хәҙерге ваҡыттан иһә һалдаттар! Һеҙҙе оло Ватаныбыҙҙы һаҡларға ғорурлыҡ менән оҙатҡы килә. Әлеге мәлдә ошо сафҡа баҫҡан һәммәгеҙ ҙә ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайтыр, тип ышанабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тупланған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ҡасандыр ошолай һеҙҙең кеүек сафта баҫып торған. Хәҙер иһә һеҙ ил һағына йүнәләһегеҙ!.. Һау-сәләмәт килеш, ысын ир-егет һынына инеп ҡайтырға яҙһын!
***
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу мәлендә граждандар өсөн мәғлүмәт телефондары эшләй:
= Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариаты – 8(347) 228-02-92 (консультация пункты, иртәнге туғыҙҙан киске алтығаса көн дә эшләй), 8(347) 276-65-76 (юридик бүлек), 8(347) 253-13-48 (хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм әҙерләү бүлеге).
= Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8(347) 250-05-10 (Өфө гарнизоны прокуроры).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840