Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткәнде иҫкә төшөрәбеҙ, йәнә фәһем алабыҙ
Үткәнде иҫкә төшөрәбеҙ,  йәнә фәһем алабыҙ Борон-борондан халыҡ хат яҙышып йәшәгән. Бөгөнгө заманда интернет, электрон почта булһа ла, олораҡ быуын кешеһе был матур йоланы ташламай. Әүҙем авторҙарыбыҙ был юлы ла беҙҙе фәһемле яҙмалары, мәҡәләләре менән һөйөндөрҙө.
Мәҫәлән, Сибай ҡалаһынан Дилә Билалованың хатына күҙ һалайыҡ: “Баймаҡтағы “Сиҙәм” театры 1931 йылда барлыҡҡа килә. Уның беренсе режиссеры һәм художество етәксеһе Арыҫлан Мөбәрәков була. Һуғыш башланғас, ир-егеттәр яуға алына. Ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр ролен башҡарып, бер шаршаулы әҫәрҙәр әҙерләп, ат йә үгеҙ егеп, концерт номерҙары менән ауылдан ауылға йөрөп, халыҡтың күңелен асҡан. Ғәшиә Абыҙгилдина, Биби Мәһәҙиева, Ғәшүрә Ирназарова, Йәмилә Абитаева апайҙар театрҙы тарҡатмай алып ҡалған. Бер нисә йыл ул Баймаҡ колхоз-совхоз театры булып йөрөй, 1957 йылда Сибайға күсә. 2004 йылда театрға яңы бина төҙөйҙәр, хәҙер ул Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтә. Сибай халҡы үҙ артистарын ярата, улар менән ғорурлана”, – тип яҙған автор.
Күмертау яҡтарынан килгән хатты Люциә Урманшина ебәргән. Гәзит уҡыусыбыҙ Ағиҙел йылғаһы өсөн борсола. “Йәйгеһен беҙ Көйөргәҙе райо­нының Ковалевка ауылында Ағиҙел буйында бал ҡорттарын ҡарайбыҙ, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Күңелемде өйкәп торған бер хәл тынғы бирмәй: Ағиҙел буйында карьер асып, көнө-төнө таш, ҡом ташыйҙар. Йылға буйы йәмһеҙ­ләнеп ҡалды. Тирә-яғыбыҙҙы сүплек баҫты”, – тип әсенеп яҙған ул.
Сираттағы хат та ошо юҫыҡтан сығып яҙылған: “Мин бөтөнләй урамда тороп ҡалдым. Миңә “аҙ тәьмин ителгән, йәшәү урыны юҡ” тигән документ йыйып, район хакимиәтенә тапшырырға ҡуштылар. 2006 йылдан 2016 йылға тиклем алты тапҡыр документ йыйҙым, әммә сара күрелмәне. Нисә йыл буйы юлда йөрөргә дусар итәләр. Һаулығым хәҙер насар, аҙ ғына пенсиямды ла юлға тотонам”, – тип күңеле әрнеп яҙған Белорет райо­нынан Нәҙер Сөләймәнов.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәргә арнал­ған хаттар ҙа байтаҡ килде. Уларҙың күбеһе гәзит биттәрендә урын алды. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Зөһрә Кашапова былай тип яҙған: “Башҡорт телен һәм милли матбуғатты үҫте­реүгә арналған мәҡәләләрен уҡып, тынғыһыҙ журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Нияз Сәлимовтың тормошон күҙ алдына баҫтырыу ҡыйын түгел. Илһөйәр һәм телһөйәр шәхес шулай булырға тейештер ҙә. Шуларға өҫтәп уның шәп ойоштороусы, кеше­лекле булыуын да билдәләргә кәрәк”.
Матбуғат баҫмаларына яҙылырға өндәгән хаттар ҙа күп. Мәҫәлән, Бай­маҡ ҡалаһынан Рәүил Байрамғолов: “Башҡортостан” гәзите бик оҡшай. Уны уҡып, күңелде күтәрәбеҙ”, – тип яҙған. Өфө ҡалаһынан Фәнүзә Зәһи­ҙуллина иһә: “Башҡортостан” гәзите башланғыс класта уҡығандан алып беҙҙең өҫтәлдә булды. Атай-әсәй матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләне. Баҫма аша республи­кабыҙҙың, райондаш­тарыбыҙҙың хәлен белеп торабыҙ. Үткән ғүмерҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ, йәнә фәһем алабыҙ”, – тигән.
“Эш буйынса төрлө райондарға ба­ра­быҙ. Былтырғы уҡыу йылында Тә­тешле районында булдыҡ. Бында мәк­тәпкәсә белем биреү эшмәкәрлеге – көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт һөҙөм­тәһе. Балалар баҡсаларында тәрбиә­лә­неүселәр, шул иҫәптән мөмкинлек­тәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған”, – тиелгән Өфө ҡалаһынан Людмила Букрееваның хатында.
Редакцияға шулай уҡ талантлы шәхестәр, һоҡланғыс кешеләр хаҡында ла яҙалар. Шундай авторҙарыбыҙҙың береһе Ҡыйғы районынан Айҙар Ғәзизов Рөстәм Хәбибйәнов тура­һын­да хәбәр иткән. “Ауылыбыҙҙа Рөс­тәм Хәбибйәновтың урамы мал-тыуар менән тулды. Бесәне лә ихатаға үҙе кереп ятмай, уны сабырға, әйлән­дерергә, йыйырға, өйөргә, алып ҡай­тырға кәрәк. Рөстәм Хәбибйәнов үҙе уйлап табып, үҙ ҡулдары менән йыйған ҡорос ат – шәхси хужалығында ҙур ярҙамсы”, – тип яҙа ул.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Беҙҙең менән бәйләнеште артабан да өҙмәгеҙ. Кәңәш-тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡла­шығыҙ, йөкмәткеле, уҡымлы яҙмалары­ғыҙҙы ебәрегеҙ. Һеҙҙән хат-хәбәр, шылтыратыуҙар көтәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840