Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 26 март – 1 апрелгә йондоҙнамә
Үткән аҙналағы көсөргәнеш һаҡланасаҡ. Үҙ-ара аңлашыу, уртаҡ тел табыу ҡыйынлашыр. Өй һәм эш араһында өҙгөләнерһегеҙ. Етәкселәр ярҙамсылары һәм хеҙмәткәрҙәре менән мөнәсәбәттә ҡыйынлыҡ кисерер. Аҙна башында ниндәйҙер аҙым эшләүгә этәргән, һеҙҙән нимәлер талап иткән кешеләр менән аралашыуҙан тыйылығыҙ. Ҡалған көндәрҙә башҡарған эшегеҙгә баһа бирегеҙ, теләктәрегеҙҙе һәм мөмкинлектәрегеҙҙе аныҡлағыҙ.
Дүшәмбе – шәхси тормошоғоҙҙа тыуған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итер мәл. Шишәмбе икеләнеүҙәр көслө булыр. Бер яҡтан, ул – әллә күпме эште атҡарыу өсөн һәйбәт көн, кәртәләр осрамаясаҡ, тик һеҙҙе ялҡаулыҡ еңеүе ихтимал. Шаршамбы – эшлекле даирәләр өсөн көсөргәнешле көн. “Ҡараңғы бүлмәләге ҡара бесәйҙе эҙләп”, хәлегеҙ бөтөр. Кесе йома электр йыһаздары менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Йома барыһынан да ситләшеп тороуығыҙ хәйерле. Эштәге әңгәмәләргә, бәхәстәргә ҡыҫылмағыҙ, сөнки һуңынан үкенергә тура килеүе бар.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).


Ашығыу ҡамасаулаясаҡ. Тормошоғоҙҙо үҙгәртеп ҡора башламаҡсыһығыҙ. Бер яҡтан, был һеҙгә файҙаға ғына буласаҡ, тик яулаған азатлыҡ яуаплылыҡ та өҫтәй бит әле. Быға әҙер булһағыҙ, тәүәккәлләгеҙ.

БУҒА (21.04 — 21.05).


Күп аралашырға тура килер. Үҙегеҙҙе ҡулда тотоу өсөн тырышлыҡ һалығыҙ. Мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк буласаҡ. Артыҡ икеләнмәгеҙ, сөнки эске тойомлауығыҙ алданыуға юл ҡуймаҫ. Эштән һуң яңғыҙ ҡалып, ял итергә тырышығыҙ, аҙна һеҙҙән күп көс талап итә.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).

Тәүәккәллек етмәй. Бер нәмәгә лә ҡыҫылмай, етди ҡарарҙар ҡабул итмәй генә йәшәү мөмкин булһа, был аҙнаны шулай үткәрегеҙ. Дуҫтарығыҙ менән аралашыу өсөн уңайлы ваҡыт. Сәбәп табып, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырырға ла мөмкин.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).

Эштәрегеҙ уңышлы барһын өсөн нимәнәндер баш тартырға тура килер. Был аҙнала һеҙҙе ҙур үҙгәрештәр көтә. Башлыса улар карьераға бәйле булыр. Ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Әҙерәк көтөү хәйерлерәк.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08)
.

Мөмкинлектәр киң, тәҡдимдәр күп буласаҡ. Тик барыһын да һаҡсыллыҡ менән ҡабул итегеҙ. Артабанғы тормошоғоҙҙа мөһим урын тотасаҡ кеше менән танышырһығыҙ.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).


Һәр эште кем менәндер килешеп атҡарырға тура килер. Хатта үҙаллы шөғөлләнгән хәлдә лә. Был әҙерәк кәйефегеҙҙе ҡырыр. Юлда йөрөгәндә, электр йыһаздары менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).

Ҙур проекттарға тотонмайыраҡ тороғоҙ. Тиҙ һәм еңел башҡарыла торған эш алығыҙ. Шәхси тормошта эргәгеҙҙәге кешенең азатлыҡҡа ынтылыуы йәнегеҙгә тейер. Ләкин уның был теләген сикләмәгеҙ. Яйлап барыһы ла үҙе юлға һалыныр.

САЯН (24.10 — 22.11).

Был осорҙа еңел юл эҙләмәгеҙ. Ул, киреһенсә, көтөлгәндән ҡатмарлыраҡ булып сығыр. Һаулыҡты ҡайғыртыр мәл.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).


Башҡаларға оҡшамаған уй-фекерҙәрегеҙ шәхси тормошта һәйбәттер ҙә, ә бына эштә нимә ҡушһалар, шуны үтәргә кәрәк. Баш-баштаҡлыҡ күрһәтмәгеҙ. Балаларығыҙ бар икән, уларҙы сикләп маташмағыҙ. Ошо осорҙа яңы һәләттәре асылыр. Уларҙы үҫтерергә кәрәк.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).

Һәр аҙымды алдан уйлап, үлсәп ултырыр ваҡыт түгел. Ҡарарҙарҙы шунда уҡ ҡабул итеү мотлаҡ. Эштәрегеҙҙе ни тиклем шәберәк хәл итһәгеҙ, уңыш та шул тиклем тиҙерәк килер. Көтмәгәндә ремонт башлауығыҙ бар.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).

Эшегеҙҙә килеп тыуған ҡыйынлыҡтар арҡаһында бар нәмәгә ҡул һелтәү теләге тыуыр. Ләкин төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).


Кем өсөндөр ҡатмарлы эш йөкмәтергә самалайҙар. Алдан уҡ баш тартырға әҙерләнегеҙ. Кредит йә бурысҡа аҡса алыуҙан тыйылығыҙ. Яҡын кешегеҙ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы ихтимал. Ҡысҡырып, бер-берегеҙҙе кәмһетеүгә юл ҡуймағыҙ. Һеҙҙең түҙемлек араларҙы көйләүсе нигеҙ булыр.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505