Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мажаралы юл (Юмореска)
Мажаралы юл (Юмореска)
Бер көн тыуған ауылыма ҡарай сәфәр сыҡтым. Кеше маши­наһында, йәғни такси менән. Нух заманынан тороп ҡалған был техника мөғжизәһенә социаль селтәрҙәге “Юлаусы” сайтында юлыҡҡай­ным: “Өфө – Баймаҡ. Такси. Иномарка. Тиҙ һәм сифатлы! 800 һум. Руслан. Тот та шылтырат!” Шулай тигәс ни, оҙаҡ уйлап торманым: тот та шылтырат тегегә! Үҙәк баҙар янына кил, ти был, тиҙҙән ҡуҙғалып китәбеҙ, ти. Килдем. Сәләм алыу урынына теге маҡтана башланы.
– Машина түгел был! Ен-арба! Выжть! Һәм һин Баймаҡта!
Теле телгә йоҡмай, әммә йөҙө борсоулы. Тиҙҙән батасаҡ “Титаник” карабына юлаусылар йыямы ни?
– Ағай, ҡурҡма! Мин хәйер биреп сыҡтым!
Машина бик иҫке, руле лә бахырҙың уң яҡтан, ҡабырғалары бер нисә урындан йәмшәйгән. Өҫтәүенә капотындағы туҙанға малай-шалай ҡулы менән оятһыҙ һүҙ яҙылған. Иҫке булһа ла бирешерлек түгел, тип белдерҙе шоферыбыҙ. Һүҙен иҫбатлар өсөндөр инде, “Мазда”һының артҡы тәгәрмәсенә килтереп типте. Бындай этлекте көтмәгән авто ҡартлас бер ҡарыш сүгәләне, уф-ф-ф тигәнерәк тауыш сығарҙы. Егет иһә саҡ ҡына ишетелерлек итеп өҫтәп ҡуйҙы:
– Ағай! Мин бит уны 70 меңгә генә алдым!
Барыһы ла аңлашылды. Бөгөн Баймаҡҡа барып етеп булмай.
Минән башҡа йәнә өс юлаусы бар. Өс-дүрт йәштәрҙәге ҡыҙ бала һәм уның өләсәһе. Былар минең янда, артта ултыра. Әбей ҡыҙыл дерматин сумкаһына ике ҡуллап йәбешкән. Әйтерһең дә, шыплап аҡса тултырылған инкассатор муҡсаһы. Заманында ул, әйтеүе буйынса, судта эшләгән, шуғалыр инде һәр саҡ һаҡ һәм абай. Кем булып хеҙмәт иттегеҙ тип һорағайным, уратып-суратып оҙон итеп яуап бирҙе. Бер нәмә лә аңламаным. Шулай ҙа был йә баш судья булған, йә иҙән йыуған тигәнерәк тәьҫорат ҡалды.
Ейәнсәре лә тик тормаҫ зат булып сыҡты. Шыптыр пакеттан Барби ҡурсағын һөйрәп сығарҙы. Сығарҙы ла тырт-мырт хәрәкәттәр яһап сәсен йолҡҡолай башланы. Был уның иң яратҡан шөғөлө шикелле.
Шофер эргәһендә, алда йәғни, бер ир кеше ҡунаҡлаған. Ул сабый кеүек иҙрәп китеп рәхәтләнеп йоҡлай. Инйәрҙә төшә, тине шоферыбыҙ. Юҡ, Темәстә, тине әбей. Бер аҙ бәхәсләшеп алдылар. Унан теге иптәште уятып һорағайнылар, йә Темәстә, йә Инйәрҙә тигән яуап алдылар. Баҡһаң, уға барыбер. Ике ауылда ла элекке ҡатындары йәшәй икән...
Шулай итеп, һәммәһен дә Хоҙайға тапшырып, ҡуҙғалып киттек. Мажаралы сәфәр булды был. Баймаҡҡа тиклемге туғыҙ сәғәт эсендә (ә беҙ теүәл туғыҙ сәғәт барҙыҡ) һәр кем үҙ холҡон – яҡшыһын да, яманын да күрһәтеп өлгөрҙө. Теге ғәйепһеҙгә рәнйе­телгән тәгәрмәс юл буйына үс ала килде. Ҡырмыҫҡалыға етмәҫ борон уҡ тәүге тапҡыр бушап ултырҙы. Аҙаҡ был уға оҡшап ҡалды шикелле: һәр илле саҡрым һайын фетнә күтәреп, эш ташлай башланы. Егетебеҙ уны өрҙөртә-өрҙөртә тамам хәлдән тайҙы. Был эштәрҙе атҡарғанда ул тәгәрмәстең әсәһенә ҡарата бул­ған сәйер теләктәрен ишеттерҙе.
Хәҙер юлаусыларға күсәйек. Улар ҙа бик күңелле, үтә үҙенсәлекле кешеләр булып сыҡты. Бигерәк тә теге ҡыҙсыҡ – кәкес танау, оҙон тел. Ул ҙу-у-у-р үҫкәс, һис шикһеҙ, тәфтишсе буласаҡ. Следователь. Юл буйынса өләсәһен ҡаңғыртып, доп­рос алып сыҡты. Уға күңелһеҙ, уға барыһы ла ҡыҙыҡ, уға туҡ­тауһыҙ ләпелдәү кәрәк. Радио эшләмәй, әммә ҡыҙсыҡ уны уңышлы алыштырҙы. Был икәү­ҙең әңгәмәһе бик мәҙәк яңғырай:
– Өләс (өләсәй, йәғни)! Баймаҡ ҙурмы, Өфөмө? Ә? – Бына ошо урында иғтибар! Ҡыҙсыҡ һорауына яуап талап итә. Унан ҡапыл тауышын биш-алты октаваға күтәреп, хәтәр тауыш менән “ә-ә-ә-ә?” тип ҡысҡыра. Минең күҙ алдына усын ҡолағына терәгән һаңғырау бабай килеп баҫа. Ә-ә-ә-с?
– Баймаҡмы, Өфөмө? (әлегә тыныс тауыш менән), Ә?(тыныс һаман да, ләкин йәшен ялтлап үтеп, дөһөр дөһөрләр ал­дындағы һиллек был). Ә-ә-ә-ә?! (дөһөр дөһөрләне). – Әбей терт итеп ҡала. Ейәнсәренә ябырыла:
– Уй, ошоно!!! Нишләп аҡы­раң?
– Баймаҡмы? Өфөмө?
– Баймаҡ та ҙур ул, йәйәү йөрөһәң...
Ҡыҙсыҡ бер миҙгелгә тыма, күрәһең, үҙе ҡунаҡҡа китеп барған хәтәр ҙур Баймаҡты күҙ алдына килтерергә тырыша. Һәм йәнә һорау яңғырай:
– Өләс! Анау ағастың башында ҡуян йәшәйме? Ә? Ә-ә-ә-ә?!
– Уй, ошоно!!! Ниңә аҡыраң? Ҡуяндың башына ат типкәнме ни, ағас башында йәшәргә?
– Ә нишләп мультикта күрһәтәләр, ҡуян ағас башында ултыра тип? Ә? Ә-ә-ә-?
Уй, ошоно!!!
Бына ошондай һорауҙар, яуаптар ҙа шул сама. Әбей, элекке судья (бәлки, завхоздыр) булараҡ, ярайһы уҡ һөрһөгән бюрократ булып сыҡты. Күпселек һорауҙар буйынса “тәфтишсене” юғарыраҡ инстанцияларға ебәрә башланы:
– Хоҙай ғына белә уныһын, балам! Хоҙай ғына белә!
Инәйебеҙ был тынғыһыҙ баланан күптән биҙрәп бөткән, әммә алда ла еңел булмаған һынауҙар көтә. Әсәһе килеп алғанса кескәй тәфтишсе унда ҡунаҡ буласаҡ. Теле генә түгел, ҡулы ла тик тормай бит әле. Ныҡыша торғас, ана, өр-яңы ҡурсағының башынан йәнә бер шәлкем сәс тартып алды.
“Мазда” хужаһына ҡаршы йүнәлтелгән ҡаршылыҡ көрәшен батырҙарса дауам итте. Холҡо үтә лә әшәке булып сыҡты. Архангелде үткәс, сәбәпһеҙ-ниһеҙ двигателен һүндереп ял итеп алды, унан бензинын һемереп бөттө, унан номерын төшөрөп ҡалдыра яҙҙы. Шофер егет хәҙер ен арбаһы янында өлтөрәп кенә тора. Аңланы хәҙер кемдең юлда хужараҡ икәнен!
Ошондай тынғыһыҙ юлда ваҡыт ифрат тиҙ үтә, эс бошорға урын юҡ. Йә ҡыҙсыҡ сәрелдәй, йә “ен-арба” сай-сой итә. Әммә бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, 70 мең тәңкәгә һатып алынған автоветеран таҡылдай-таҡылдай, шаҡылдай-шаҡылдай, үкерә-сөскөрә алға бара.
Водитель егет, исеме Руслан, хәбәр башлай. Ул һаҡауыраҡ, әммә күп һөйләй.
– Теге вжыть! Минең алға вжыть, подрезать итә, понял? Мин дә вжыть! Думп! Бар машина, юҡ машина! Кәпис! Шунан ошоно алдым инде, 85 меңгә.
– Нисек, 70 меңгә тигәйнең бит?
– Хәҙерге хаҡ менән 85! Инфляция!
Йәнә бер сәғәттән инфляция тамам ҡотороноп, машина хаҡын 130 мең тәңкәгә килтереп еткерҙе. Көҙгө ҡояш тауҙар итәгенә һырышты, алда Инйәр ҡасабаһы күренде.
Хозур тәбиғәт ҡосағында Инйәр йылғаһын һыулап ултыра был ҡасаба. Бейек тауҙар, ҡарурмандар, сылтырап аҡҡан йылға. Ҙур булмаған кафеһы бар, юлаусылар туҡтап ҡапҡылап ала. Машиналар күп түгел, бер-ике бәләкәй автобус тора, туристар фотоға төшә. Теләнсе эттәр йөрөй. Уларға икмәк бирһәң, аптырап китә, ҡараштарында сикһеҙ рәнйеү сағыла, йәнәһе, һин мине кемгә һанайһың? Тәғәйен йәшәр урыны булмаған берәҙәк эт бармы әллә һиңә бында? Вәт, әй... Улар күптән икмәк ашамай. Улар чебурек ашай.
Руслан егерме минутҡа тәнәфес иғлан итте лә ҡайҙалыр ғәйеп булды. Әбей менән ҡыҙсыҡ сауҙа рәттәрен ҡарарға китте. Башҡорт апайҙар миндек, әллә ниндәй мөғжизәле майҙар, йөн ойоҡтар һата. Ҡапыл теге бәләкәй зәхмәт сәрелдәп ебәрҙе:
– Өләс! Ҡара! Бәләкә-ә-ә-әй генә һыйырҙар!
– Уй, ошоно! Нишләп аҡыраң!
– Бәләкә-ә-әй генә һыйырҙар!
– Һыйыр түгел улар!
– Нимәкәйҙәр?
– Кәзәләр!
Мин тартып бөткәнсе теге ир ҙә уянды, тышҡа сыҡты. Кирелеп байтаҡ ләззәтләнеп торҙо, яй ғына атлап буфетҡа инеп китте. Илле йәштәрҙәге ябай кеше. Мин дә артынан сират баҫтым. Уртаҡ һүҙ табылды. Өфөлә төҙөлөштә эшләй икән. Һыра һемереп күңелләнеп алғас, тормошон тасуирлай башланы. Күп һөйләне, шуны ғына аңланым: ҡатын-ҡыҙҙар донъялағы иң насар әҙәмдәр икән. Бигерәк тә айырылған бисәләр, сөнки улар элекке хәләл ирҙәрен өйгә индермәй. Сөнки улар тота ла полицияға тапшыра, сөнки улар... Дүрт ҡатыны бар. Береһе – Белоретта, икенсеһе – Әбйәлилдә, өсөнсөһө – Хабаровск яғында, дүртенсеһе Баймаҡ районында тора.
– Темәстәме?
– Ну.
– Ә һин Таһирҙы беләһеңме? Темәстеке ул, элек райсоветта депутат булып йөрөнө...
– Мыйығы бар, Буденныйҙыҡы һымаҡ? Шулмы?
– Эйе! Шул!
Ошо урында яңы танышым миңә иҫәүәнгә ҡарағандай текәлде. Нимә, әллә ниндәйҙер ярамаған һорау булдымы был?
– Һин нимә, алйотмо әллә? – Көтөлмәгән яуаптан шаңҡып ҡалдым, хәбәрен тегеләй ҙә сәйнәп, былай ҙа сәйнәп үҙләштерергә маташтым. Юҡ, аңламаным. Әллә, ысынлап та, мин үтә алйот, әллә ул үтә аҡыллы.
– ?!
– Ул бит минең күршем!!!
Инйәрҙе сығып барғанда юл ситендә машина туҡтатырға маташҡан юлаусыны абайланыҡ. Шофер һорай ҡалды:
– Ултыртабыҙмы быны, юҡмы?
Әбей “юҡ!” тип ҡысҡырҙы, ҡыҙыл сумкаһын нығыраҡ ҡыҫты, ҡыҙсыҡ башын йәнфарманға борғоланы, ҡурсаҡтың бер шәлкем сәсен йолҡа тартып алды. Юҡ! Ҡалған икебеҙ “эйе” тип яуапланыҡ. Бәлки, бахыр юлаусы ата-әсәһенә йә ғаиләһенә ҡайта алмай өс-дүрт сәғәт дауамында зар-интизар булып торалыр? Бәлки, башы ауырталыр, теше һыҙлайҙыр? Бәлки, аҡсаһын урлағандарҙыр?
– Йүнле кеше юл буйында тормай, ул үҙ машинаһында йөрөй! Ошо йәшкә етеп... – тип ҡырт киҫте әбей. Шоферыбыҙ фекер айырымлығына сик ҡуйҙы:
– Алабыҙ!
Юлаусы шаҡ-шоҡ килеп туҡтаған машинаның ишеген асты:
– Юҡ, мин бындай машинаға ултыра алмайым.
– Ниндәй машинаға? – тип ҡаш төйҙө Руслан.
– Нисек әйтергә? Иҫке машинаға.
– Беләһеңме ул күпме тора? 150 мең!
– Руле лә әллә ней төрлө, уң яҡтан бит әле...
– Ә һинең... ә һинең машинаң да юҡ! Ошо йәшкә етеп!
Был ваҡиғанан һуң байтаҡ һөйләшмәй барҙыҡ. Эйе, кеше балаһын аңлауы ҡыйын. Яҡшылыҡ эшләйем тип күңелең ҡоштай талпына, ә ул... Ә уға өр-яңы текә автомобиль кәрәк. Уға “Мерседес” кәрәк! Үҙен барлыҡ ғәләм алдында түбәнһеткәндән һуң “Мазда”ның намыҫы уянды. Сөскөрөү-йүткереүҙәрен һәм башҡа алама ғәҙәттәрен ташлап, ярайһы ғына юртып китте.
Артабанғы юлыбыҙ уңай барҙы, ен-арба боҙолмай-нитмәй генә Баймаҡ сигенә, унан Темәскә килтереп еткерҙе. Хәләл ефеттәренең береһенә ҡайтып барған юлдашыбыҙҙы ошонда төшөрөп ҡалдырҙыҡ. Туҡталышта ике бала эйәрткән, береһен күтәргән тулы кәүҙәле ҡатынды абайланыҡ. Уларға юлдашыбыҙ Сермән тирәһендә үк шылтырата башлағайны, ана килеп тә еткәндәр. Икенсе боролоп ҡарағанда, тегеләр сиған өйөрө кеүек эркелешеп урам буйлап атлай ине.
Өфөнән сығыуыбыҙға туғыҙ сәғәт тигәндә Баймаҡ ҡалаһына ла килеп индек. Был мәлгә бала ҡулындағы Барби пеләшләнеп, әҙәм ҡарағыһыҙ ҡиәфәткә ингәйне.
– Ағай, ысынын әйт! Ҡурҡҡайныңмы башта?
– Юҡсы!
– Ҡурҡма бүтән, йәме? Мин бит хәйер биреп сыҡтым!
Шоферыбыҙ мине төп урамда төшөрҙө лә “Мазда”һын яратып һыйпай-һыйпай өҫтәп ҡуйҙы:
– Машина түгел был! Ен! Мин бит уны хәҙерге хаҡ менән 200 меңгә алғанмын!
“Мазда” риза булып, күңелле генә геүелдәп алды. Дуҫтарса хушлаштыҡ, ҡыҙсыҡ менән әбей ҡул болғаны. Байтаҡ ваҡыт баланың һөрәне ишетелә килде:
– Өләс! Баймаҡ төндә бәләкә-ә-әй генә, ә көндөҙ ҙу-у-рмы? Ә? Ә-ә-ә-ә?
Автоҡомартҡы ҡыҙыл уттарын асалы-йомалы килтереп хушлашты ла ярым-ҡараңғы урам буйлап китеп барҙы. Ҡала өҫтөндә сентябрь йондоҙҙары тоҡана башлағайны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511