Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тантаналы ант итәм...”
“Тантаналы ант итәм...” Федераль суд приставтары хеҙмәте – суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү, суд акттарын, башҡа органдарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең акттарын үтәү буйынса, шулай уҡ хоҡуҡ ҡулланыу функцияларын башҡарған федераль башҡарма власть
органы. Уның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында билдәләүҙәренсә, быуат ярым ваҡыт эсендә хеҙмәттең үҙ тарихы,
йолалары барлыҡҡа килгән. Идаралыҡтың шәхси составы ғорурланырлыҡ геройҙары ла байтаҡ.

Суд приставтары көнө айҡанлы, идаралыҡҡа яңы эшкә ҡабул ителгән 100-гә яҡын хеҙмәткәр дәүләт һәм хеҙмәт алдында тоғролоҡҡа ант бирҙе. Матур йолаға әүерелгән тантанала ветерандар ҙа ҡатнашты.
Республика буйынса баш пристав вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарған Луиза Колошеина, тантанаға йыйыл­ған­дарҙы тәбрикләп, эшкә яңы ҡабул ителгәндәрҙе намыҫлы хеҙмәт итергә саҡырҙы, һөнәри бурысҡа яуаплы ҡарарға өндәне. Башҡортостандың төрлө райондарында хеҙмәт иткән суд приставтарына был юлы юғары наградалар тапшыр­ҙылар. Бүләккә лайыҡ бул­ған һәр хеҙмәткәрҙән йәштәр өлгө алып эшләрлек.
Әйткәндәй, идаралыҡта яңыраҡ эш башлаған суд приставтары араһында әҙер­лекле белгестәр байтаҡ. Әлегә тәжрибә етерлек туп­ланмағас, уларҙы наградаға тәҡдим итеү мөмкин түгел. Ә бына тантаналы сараға ата-әсәләрен саҡырып тәб­рикләү – идаралыҡтың тағы бер матур йолаларының береһе. Был юлы Альбина Кугубаева менән Регина Әхмәҙуллиналарҙың әсәлә­ре Асия Малик ҡыҙына һәм Лидия Әҙип ҡыҙына Рәсәй­ҙең баш суд приставы Артур Парфенчиков исеменән рәх­мәт хаттары тапшырылды.
Тантанала ант биргән йәштәрҙең береһе олпат­лығы менән айырылып тор­ғанға, саранан һуң эргәһенә бар­ҙым. Рафаил Рафиҡов идаралыҡтың Мәләүез ҡалаһы һәм районы буйынса бүлегендә өлкән суд приставы булып ҡайтанан тәғәйенләнгән икән. Хеҙмәт юлын 2002 йылда башлаған егетте икен­се урынға етәксе вазифаға саҡы­ралар. Ун йылдан иһә Рафаил Рәйес улы ҡайтанан суд приставтары хеҙмәтенә килергә була.
– Әлбиттә, бынан тиҫтә йылдан ашыу элек биргән ант менән бөгөнгө аманат һүҙҙәре араһында айырма ҙур. Анттың һүҙҙәре үҙгәр­мәгән, ә олпат­лан­ғас әйтел­гәндең мәғәнәһе шаҡтай айырыла, – ти ул.
Суд приставтарының эш күләме йылдан-йыл арта. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы – бюджеттың килем өлөшөн тулылан­дырған субъект. Йыл башынан рес­публиканың суд приставтары тарафынан бөтәһе һигеҙ миллиард һум аҡса йыйыл­ған, ҡаҙна иҫәбенә иһә ике миллиард туғыҙ миллион һум аҡса күсерелгән. Әлеге мәлдә суд приставтарында яҡынса 1,8 миллион баш­ҡарыу ҡағыҙы бар. 609 мең дәғүәсенең мөрәжәғәтен тулы кимәлдә үтәгәндәр. Алимент түләү мәсьәләһенә айырыуса иғтибарлылар, сөнки һәр эш артында – бала, ғаилә яҙмышы. Һуңғы туғыҙ айҙа ошондай “кәкүк” ата-әсәләргә ҡарата 1 148 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шуны ла билдәләп үтке килә: суд приставтарының алимент мәсьәләһен тәүге урынға ҡуйып эш итеүе һөҙөмтә бирә.


Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509