Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған ерҙең ырыҫын арттырып
Республикала йорттарға газ үткәреү, социаль объекттарҙы автономлы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа күсереү дауам итә. Сибай ҡалаһында урынлашҡан “Универсал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төбәктәге бер нисә районда газ үткәреүҙә ҙур өлөш индерә. 2006 йылда ойошторолған предприятиела бөгөн 50 кеше эшләй. Уның етәксеһе Ишкилде Ғафаров юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә ҙур, татыу коллектив туплай алған.

Бөгөн бында дөйөм эшкә тоғро, тәжрибәле һөнәрмәндәр хеҙмәт итә. “Баш инженер Игорь Лямцев, мастерҙар Сәлимйән Мортазин, Самат Төхвәтуллин, келәт мөдире Кинйәбикә Баянова, слесарҙар Илнур Сөләймәнов, Йосоп Буранбаев, иретеп йәбештереүсе Михаил Юрин фиҙакәр хеҙмәте менән ҙур абруй яуланы”, – тип телгә алды етәксе. Әйткәндәй, уның улы менән ҡыҙы ла, атай һөнәрен дауам итеп, ошо ойошмала эшләй.
Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән ябай ауыл малайына тормош аҡ балаҫтар ғына йәйеп ҡуймай. Бары тик үҙенең тырышлығы, зиһене менән юл яра. Сибай педагогия училищеһын тамамлап, хәрби хеҙмәттә бурысын үтәгәндән һуң, Сибайҙа төҙөлөш ойошмаһында мастер булып эш башлай. Үҙен эшлекле, белемле итеп таныта. Газ үткәреү, төҙөлөш өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплаған егет үҙенең эшен асыуға өлгөрөп еткәнен аңлай һәм отолмай.
Бына ун йыл инде предприятие ҙур күләмдә заказдар башҡара, йылдан-йыл эшмәкәрлек даирәһе киңәйә. Инженер селтәрҙәрен, йылылыҡ системаһын, газ ҡаҙанлыҡтарын проектлау, төҙөү һәм артабан хеҙмәт­лән­дереү менән бергә һуңғы йылдар­ҙа торлаҡ йорттарҙы, социаль әһәмиәтле объекттарҙы ремонтлауҙы ла үҙ өҫтәренә алғандар. Быйыл Сибай ҡалаһында биш ҡатлы йорттоң ҡыйығын яңырталар, Баймаҡ районының Богачевка, Күлтабан, Бикеш, Байыш ауылдарында йорттарҙа газ үткәреү менән шөғөлләнәләр.
Халыҡ та урындағы белгестәрҙең сифатлы эшенән ҡәнәғәт. Заказдарҙы ваҡытында үтәү өсөн предприятие­ның техник мөмкинлектәре етерлек. Мәктәптәрҙең автономлы газ ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәтләндереү һәр саҡ юғары кимәлдә ҡала, БР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының, Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары хакимиәттәре етәкселегенең рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыу, “Баймаҡ районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем биреү тап ошоно дәлилләй ҙә инде.
...Рухлы милләттәшебеҙ шәфҡәт­лелек күрһәтеү өлгөһө булараҡ та киң билдәле. Шәжәрә байрамдары, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” булһын­мы – бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп тора. Бына әле лә Баймаҡ ҡала­һының “Труд” стадионына газ үткә­рергә вәғәҙә биргәндәр. Тыуған ауылы халҡы күптән инде “зәңгәр яғыулыҡ” рәхәтен күрә, улар Ишкилде Фазулла улына рәхмәтле. Йәнйегет ауылына быйыл 200 йыл тулыу хөрмәтенә мәсет сафҡа инде, урамдар төҙөкләндерелде. Ҡәҙерле улының изгелекле ғәмәлдәренә һөйөнөп, уның ҡәҙер-хөрмәтендә әсәһе Сәхипьямал инәй 93 йәшкә тиклем йәшәне.
Ысынлап та, төбәктең иҡтисадына ҙур өлөш индергән, социаль тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Ишкилде Ғафаровтың фиҙакәр һәм илһамлы эшмәкәрлеге юғары баһаға лайыҡ.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512