Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәгәрмәскә тығылған таяҡ
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлекте көйләү буйынса комиссияның ултырышын үткәрҙе. Унда коррупцияға ҡаршы алып барылған көрәш алымдары һәм норматив хоҡуҡи акттарҙың коррупцияға ҡаршы экспертизаһы мәсьәләләре тикшерелде.
Республикала был комиссия бер йыл элек булдырылғайны. Уның төп маҡсаттарының береһе – бөтөн власть структуралары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт ойошмалары, матбуғат саралары араһында көйләнгән хеҙмәт­тәшлек булдырыу. Һәр район һәм ҡалала ла ошондай комиссиялар эшләй. Республика буйынса коррупцияны һәм ошо йүнәлештәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн төрлө вазифа биләгән 890 кеше билдәләнгән, уларҙың 147-һе дәүләт власы органдарында, 743-ө район һәм ҡала хакимиәттәрендә эшләй.
Башҡортостанда 13 мең кеше кор­рупцияға бирелеү мөмкинлеге булған өлкәлә хеҙмәт итә. Был исемлеккә депутаттар, дәүләт һәм муниципаль өлкәлә эшләүселәр инә. Уларҙың бөтәһе лә килеме тураһында декларация тултырған, тик 24 кеше генә төрлө сәбәптәр арҡаһында тулы мәғлүмәт бирмәгән.
Дәүләт органдарында эшләүселәр араһында коррупция осраҡтары һирәк теркәлә. Шулай ҙа, һуңғы туғыҙ ай эсендә 126 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тартты­рылған, өс кеше биләгән вазифаһынан бушатылған. Дөйөм алғанда, корруп­цияға ҡаршы енәйәттәр һаны республика буйынса 3,2 процентҡа кәмегән. Былтыр улар 715-кә етһә, быйыл 692 осраҡ теркәлгән. Коррупция илебеҙҙе артҡа һөйрәй, эшҡыуарлыҡҡа үҫешер­гә ирек бирмәй, илдә эшлекле хеҙмәт­тәш­лек алып барыуға аяҡ сала. Шуға ла беҙ был бәлә менән аяуһыҙ көрәш алып барырға бурыслы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан прокуратураһы ла коррупция мәсьәләһен иғтибар үҙәгенә ҡуя. Быйыл коррупцияға ҡаршы законды боҙоуҙың 3,5 мең осрағы теркәлгән, 1,5 мең кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған, әлеге материалдар буйынса 46 енәйәт эше асылған.
Рөстәм Хәмитов халыҡтың хоҡуҡи белем кимәленең түбән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, ниңәлер халыҡ коррупцияны ғәҙәти бер күренеш кеүек ҡабул итә. Был йәһәттән аңлатыу эше алып барыу – матбуғат сараларының эше.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов республика баҫмаларындағы коррупцияға ҡаршы пропаганда тураһында ентекле һөйләне. Мәҡәлә яҙғанда журналистарҙың белгестәр фекеренә таяна алмауына, матбуғат саралары менән эксперттарҙың хеҙмәт­тәшлек итмәүен телгә алды.
Мәғариф министры Гөлназ Шафи­ҡова мәктәптәрҙәге коррупцияға ҡаршы көрәш алымдарын барланы.
– Министрлыҡтың “ҡыҙыу телефоы”на килгән һәр шылтыратыу һәм мәғлүмәт яуапһыҙ ҡалмай, тикшерелә. Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары мәлендә ришүәт биреү һәм алыу ихтималлығы күпкә арта. Шулай ҙа телефондарҙы һүн­дереү, ентекле тикшереү һөҙөмтәһен бирә. Һуңғы йылдарҙа бындай осраҡтар теркәл­мәне тиерлек, – тине Гөлназ Радмил ҡыҙы.
Башҡортостандың Йәмәғәт палата­һы рәйесе Ольга Панчихина менән Рәсәйҙең Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Лариса Кучинаның сығыш­тарын тыңлағандан һуң сарала ҡатнашыусылар артабанғы эшмәкәр­лек алымдарын барланы. Коррупцияға ҡаршы көрәш алымдарын көсәйтеү – Рәсәй Президенты Владимир Путин­дың талабы. Шуға ла был йәһәттән эшмәкәрлек артабан әүҙемләшәсәк кенә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840