Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таһирҙың һарығы үҫә торһон
Таһирҙың һарығы  үҫә торһон Зөһрә менән Кәбир Бай­мыр­ҙиндарҙы Хәйбулла райо­нында сәләмәт тормош алып барған, спорт менән дуҫ ғаилә булараҡ яҡшы белә­ләр. Биш бала үҫтергән ғаиләлә бәләкәй саҡтан спортҡа ҡарата һөйөү тәр­биәләнә: һәр береһе үҙенә оҡшаған күнекмәләр яһай, кемдер йүгерә, икенселәре көрәш менән шөғөлләнә. Быларҙың барыһын да ғаилә башлығы Кәбир Баймырҙа улы шәхсән күҙә­теп бара, кәңәштәрен бирә.

Әйткәндәй, ул үҙе оҙаҡ йылдар Байғусҡар ауылында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, көрәш түңәрәген алып бара. Мәктәп башланғыс класҡа ҡалыу сәбәпле, әле күрше Татыр-Үҙәк урта мәктәбенә йөрөп эшләргә мәжбүр. Йортонда спорт күнекмәләре өсөн махсус урын йыһазландырылған, унда әлегә күберәк бәләкәс Таһир шөғөлләнә, Шәйнур менән Ғәлинур Сибай интернат-гимназияһында белем ала, өлкән ҡыҙҙарының үҙ ғаиләһе бар, уртансылары Фаягөл иһә медицина институтында уҡый.
Быйылғы йыл Баймырҙиндар өсөн ҡыуаныслы булды. Көрәшсе Шәйнур, Ҡазан ҡалаһында Бөтә Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, Рәсәй чемпионы булды. Иң йәш чемпион – Хәйбулланан тәүгеләр­ҙән булып милли көрәш буйынса Башҡортостан йыйылма команда­һына эләккән Рәсәй кимәлендә еңеү яулаған батыр. Ағаһының юлын ҡустыһы Ғәлинур ҙа дауам итә, киләсәктә ул да чемпион булмаҫ тимә.
– Спортта ялҡауланырға урын юҡ, – ти тренер Кәрим Баймырҙа улы. – Бер-ике көн үҙеңә бер аҙ һәлкәүләнергә мөмкинлек бирһәң, юғалтҡанды ҡыуып етер өсөн аҙна буйы шөғөлләнеү талап ителә. Ана, күрәһегеҙ бит, өйҙә лә, урамда ла турниктар, төрлө күнекмәләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Малайҙарым ингәндә лә, сыҡҡанда ла турникта әйләнә, һикерә, ырғый. Тәү ҡарашҡа ябай күренгән әйбер­ҙәрҙән спортҡа тәүге ынтылыш, еңеүгә нигеҙ һалына. Күптәр махсус спорт залында төрлө заманса тренажер ярҙамында шөғөлләнгәндә генә оло еңеүҙәр яуларға була тип тәрән яңылыша. Иң мөһиме – маҡ­сат ҡуя бел. Шул сағында еңеүҙәр ҙә, миҙалдар ҙа булыр.
Зөһрә Ғәлиән ҡыҙы сығышы ме­нән Шишмә районынан. Дала яҡта­рына килен булып төшөүенә һис тә үкенмәй. Йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, ишле һыйыр һауып, уның ағын һатып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыра. “Спорт менән шөғөл­ләнгән батырҙарыма туҡлыҡлы, файҙалы ризыҡтар әҙерләргә тырышам, уларҙың һаулығын ҡай­ғыртам”, – тип йылмая бәхетле әсә.
Бына шундай матур һәм сәләмәт тормош алып барған ғаилә йәшәй Хәйбулла тарафтарында. Ағала­рының үксәһенә баҫып килгән Таһир ҙа “көрәштә еңәсәкмен, һабантуйҙарҙа һарыҡ аласаҡмын” ти. Кем белә, Рәсәй чемпионы тәрбиәләнгән ғаилә менән йәнә осрашырға тура килер әле, тигән өмөт менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509