Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңеле тулы һөйөү
Күңеле тулы һөйөү Ер йөҙөндә һәр кеше ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдыра. Берәүҙәр яман ҡылыҡтары менән шаңҡытһа, икенселәр башҡарған изге эштәре менән халыҡ күңелендә оло абруй ҡаҙана. Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлегендә баш белгес вазифаһын атҡарған тәжрибәле хеҙмәткәр, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы Кәримованы хаҡлы ялға оҙатырға ваҡыт еткәс, уны нисек юҡһынырыбыҙҙы уйлап, бик яманһыулап йөрөнөк. Хәл белешәбеҙ тигән сәбәп менән әленән-әле телефонға үрелеп, уның менән кәңәш-төңәш итеп алыу форсаты ғына бер аҙ тынысландырҙы беҙҙе. Ә хаҡлы ялға сығыуын бер матур күренеш тип ҡабул иткән Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы үҙе һис тә бошонманы, ғәҙәтенсә бар күңел йылыһын һалып, буш ваҡытын ейәндәре Данияр менән Әмирханды тәрбиәләүгә бағышланы.
Уның менән бер коллективта эшләү осоро барыбыҙ өсөн дә оло тәрбиә мәктәбе ине, тиһәм дә хата булмаҫ. Яман холоҡло кешенән – ғибрәт, һәйбәт кешеләрҙән өлгө алып йәшәргә күнеккәнбеҙ бит. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ҡыҙы Гөлзәминә Кәримова (ҡыҙ фамилияһы Әхмәтова) тураһында бәйән итеүем уның шәхесенә ҡарата булған оло һоҡланыу тойғоһо менән бәйле.

“Йә инде, кеше һүҙенә ҡарап ниңә ге­нә баламды ситкә сығарып ебәрҙем икән?! Артыҡ балам бар инеме ни? – 90 бы­ҙауҙы бер үҙе ҡараған Зөһрә апай күҙ йәштәрен һөртә-һөртә Күсембәт түбәһе аша артылып фермаға ҡарай юллана. – Мәктәптә ҡайһы уҡытыусыны алма, был ҡыҙығыҙ зирәк, уны һәйбәт мәктәптә уҡытырға кәрәк тине лә торҙолар”. Әле алтынсыны ғына тамамлаған Гөлзә­минәһен Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға ебәргәс, ныҡ өҙгөләнде Зөһрә апай. “Ярар, үҙем уҡый алмағанға күрә, исмаһам, балаларым белем алһын. Беҙ­ҙең уҡымышлы затлы нәҫелде лайыҡлы дауам итһендәр. Йә, Хоҙай, балаларым­дың бер ҡулы – майҙа, бер ҡулы балда булһын. Етеш тормошта йәшәһендәр, ҡайғы, ауырлыҡ күрмәһендәр. Кешегә ҡул һоноп бармаһындар, үҙҙәре ярҙам итә алырлыҡ булһындар. Балаҡайҙарымдың зиһендәре зирәк, аҡылдары асыҡ, үҙҙәре бәхетле булһын, йә, Раббым!”
Алты балалы ғаиләлә дүртенсе булып донъяға килгән Гөлзәминәһенең булдыҡлы булырын һиҙемләй әсә йөрәге. Төҫө-башы, унан да бигерәк холоҡ-фиғеле менән үҙенә тартҡан ҡыҙының ололарса сабыр аҡыллы икәнен күрә йөрөй ул. Кескәйҙәре Таһинур менән Миңзиләне лә: “Ана, Гөлзәминә апайығыҙ кеүек тәртипле генә йөрөгөҙ, тырышып уҡығыҙ!” – тип киҫәтеп кенә тора. Таһинурҙың: “Гөлзәминә апай, һин ниңә шаярмайһың ул? Һин шаярмағас, бына беҙгә эләгә! Ҡыҙ кеше шарҡылдап көлмәҫкә тейеш, шаталаҡ булмаҫҡа тейеш, ти ҙә торалар”, – тип ихлас үпкәләгәнен дә ишеткәне бар.
1-се мәктәп-интернатта ла тырышып уҡыны Гөлзәминә. Бигерәк тә математика һәм немец теле дәрестәрен үҙ итте. Һәр кем менән ипле мөғәмәләлә булған, баҫалҡы, йыйнаҡ, бөхтә ҡыҙҙы класташтары ла шунда уҡ яҡын күрҙе. Көндәлегенә йәшереп кенә шиғырҙар яҙған Гөлзәминә матур йырлай, тасуири итеп шиғыр уҡый, етмәһә, бынамын тигән спортсы ла үҙе.
Мәктәпте тамамлағас, ғаилә советында хәл ителгән ҡарарҙы йыҡмайынса, ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетына һынау тота. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике имтиханын “5”-кә, икеһен “4”-кә тапшырған ҡыҙҙы, был уҡыу йортона колхоздан йүнәлтмә менән килгән, эш стажы булған абитуриенттарҙы ҡабул итеүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ, тип кире боралар.
Бер йыл Әлшәй районының Балғажы мәктәбендә уҡытып алғандан һуң Гөлзәминә яңынан юғары уҡыу йортона һынау тота, тик был юлы Башҡорт дәүләт педагогия институтының яңы асылған сит телдәр факультетын һайлай. Ошо уҡ факультетта буласаҡ тормош иптәше Фәнис Кәримовты осрата. Әүҙем холоҡло, ут сәсрәтеп бейегән егетте Гөлзәминәнең һомғол һыны, һылыулығы ғына түгел, тыныс холоҡло, ипле булыуы, кешеләрҙе тыңлай белеүе лә әсир итә. III курста гөрләтеп туй яһайҙар, йәш ғаиләгә оло шатлыҡ өҫтәп бер-бер артлы Гүзәлиә менән Айгөл исемле ҡыҙҙары тыуа.
Ғаиләләре менән тығыҙ аралашҡас, күрә йөрөйөм: йәмәғәтенә ҡарата шул тиклем йылы мөнәсәбәттә Фәнис ағай. Гөлзәминәһенә ел-ямғыр тейҙермәй, ҡурсалап ҡына тора. “Фәнис кейәүем ҡыҙыҡ инде ул, – тип иҫләр ине Зөһрә апай ҙа. – Эштән ҡайтып керә лә иң тәүҙә ҡатынын ҡосаҡлап үбә, унан һуң бер-бер артлы ҡыҙҙарын яратып сыға, шунан эргәмә килеп, минең дә арҡамдан һөйөп киткән була. Ҡәйнәм дә мәхрүм булып ултырмаһын тигән булалыр инде...”
Ә Гөлзәминә бынамын тигән әсә булып сыға. Ҡыҙҙары эргәһендә булыр өсөн иң тәүҙә 291-се балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Ошо юҫыҡта белемен камиллаштырыу өсөн бер юлы педагогия институтының педагогика һәм мәктәпкәсә белем биреү факультетын да тамамлай.
Ниһайәт, фатирлы булып Сипайлово биҫтәһенә күскәс, 136-сы башҡорт лицейы­на саҡырып, ике эш урыны тәҡдим итәләр: уҡытыусы һәм китапханасы. Яңы асылған лицейҙы башҡорт китаптары менән тәьмин итеү өсөн ниҙәр генә башҡармай Гөлзә­минә Зөфәр ҡыҙы. Бәләкәй санаға тейәп яҡын-тирәләге мәктәптәрҙән китап ташыуы ғына етмәй, кәрәкле әсбаптар эҙләп Нуриман районына тиклем барып етә.
Ике юғары белемле белгесте 1998 йылда лицей эргәһендә асылған 308-се балалар баҡсаһының мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 2000 йылдан алып Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғариф идаралығының фәнни-мәғлүмәти методик үҙәгендә бүлек мөдире, мәғариф идаралығы инспекторы булып эшләне. Ҡала хакимиәтенең гуманитар, артабан мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлегендә баш белгес булараҡ та оло тырышлыҡ һалды.
– Атай-әсәйем, уҡытыусыларымдың һүҙен йыҡмайым тип бөтөнләй икенсе йүнәлештә белем алһам да, туған телебеҙгә ҡарата һөйөүем шул тиклем көслө ине, шуға ла баш ҡалабыҙҙа милли мәғарифты үҫтереү юлында хеҙмәт итә алыуым менән бик бәхетлемен, – ти Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы.
Күҙ алдына килтерегеҙ, Өфө мәктәптә­рендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштора башлаған тәүге йылдар. Ниндәй уҡытыу планын һайларға белмәй юғалып ҡалған мәктәп директорҙары менән эҙмә-эҙлекле эш, мәктәптәрҙә башҡорт телен юғары кимәлдә уҡыта алырлыҡ кадрҙар табыу, китаптар менән тәьмин итеү, уҡыу пландарын дөрөҫ итеп төҙөү, директорҙың туған телдәр буйынса урынбаҫарҙары ставкаларын булдырыу, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү йәһәтенән семинарҙар, кәңәшмәләр уҙғарыу – былар барыһы ла сабыр талапсанлыҡ, юғары кимәлдә итәғәтлелек һәм оло яуаплылыҡ талап итә ине. Ниндәйҙер сетерекле мәлдәрҙә юғалып ҡалған коллегаларын йыуатыр өсөн ҡулайлы һүҙҙәрҙе лә таба белә ине ул: “Борсолмағыҙ, башҡорт теле бар һәм буласаҡ. Халҡыбыҙҙың Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев кеүек шағирҙары булғанда, ул мәңге үлмәйәсәк. Шулай ҙа һеҙ матур итеп башлаған эшегеҙҙе дауам итегеҙ һәм уҡытыу кимәлен үҫтерегеҙ!”
Беҙ уны яратып “Шаяниумдың өләсәһе” тип тә йөрөтә торғайныҡ. Башҡорт мәктәптәре араһындағы КВН хәрәкәтенең башында торҙо ул.
Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы менән бергә эшләгән дәүерҙә уның тәрән фекер ҡеүәһенә эйә булғанына әллә нисә ҡабат инандым. Ҡайһы берҙәрен хатта айырым бер дәфтәргә теркәп барырға ғәҙәтләнеп киттем: “Тел – ул милләттең коды”, “Шыршыныҡы ҡайынға күсмәй инде...”
Дәүләт хеҙмәтенә яңы ғына эшкә килгән йәш белгестәр өсөн иһә алтын аҡыллы остаз да булды ул. Эш барышын ғәҙәтенсә шым ғына күҙәтеп ултыра ла берәй ерҙә проблемалы мәсьәлә килеп тыуһа, унан сығыу юлдарын тәфсирләп өйрәтеп ебәрә. Ул быны шул тиклем ихлас һәм оҫта итеп башҡара, йәш кеше үҙе хәл иткәнме был мәсьәләне, әллә ярҙам итешеп ебәргәндәрме – һиҙелмәй ҙә ҡала.
Ҡыҙҙарын тәрбиәләгәндә лә артыҡ баҫым яһамай ғына, күңелдәренә туған телебеҙгә ҡарата оло һөйөү, нәҫел-нәсәбенә, халҡына ҡарата оло ихтирам тойғоларын һеңдерә алған. Әйткәндәй, Гүзәлиә менән Айгөл икеһе лә өләсәләре Зөһрә апайҙың хыялын тормошҡа ашырып, Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад факультетын тамамланы. “Бала саҡтың иң сағыу хәтирәһе – ул ял көнө иртәһе. Радионан башҡорт йырҙары яңғырай. Тап-таҙа итеп йыйыштырылған йортобоҙға тәмле ҡоймаҡ еҫтәре тарала, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Айгөл һылыу. – Килгән кешене мотлаҡ рәүештә табынға саҡырыуҙы шул тиклем һеңдереп үҫкәнбеҙ. Өйөбөҙҙән бер ҡасан да кеше өҙөлмәне. Һеҙҙә шул тиклем рәхәт, үҙебеҙҙең өйгә ҡайтҡан кеүек килеп инәбеҙ, ти туғандарыбыҙ ҙа.
Ул Гүзәлиә апайым менән миңә: “Ҡатын-ҡыҙ нәфис, мөләйем, зауыҡлы булырға тейеш”, – тип өйрәтә ине. Уның менән бергә һайлап алған кейемдәрҙе мин һәр саҡ яратып кейәм. Ул үҙе лә матурлыҡҡа ғашиҡ. Йортобоҙ алдында әсәйем яратып үҫтергән рауза гөлдәренең ниндәйе генә юҡ. Йөҙгә яҡын төр!”
Сәскә тигәндән, бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫкә төштө. Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙын эш ваҡытында кемдер саҡырып сығарҙы ла иҫ киткес матур сәскә гөлләмәһе тоттороп китте. Уны күтәреп балҡып килеп ингән коллегабыҙға ҡараныҡ та серле йылмайып ҡуйҙыҡ. Бер тапҡыр ҡабатланды был хәл, ике-өс тапҡыр ҡабатланды. Коллегабыҙ үҙе бер ни өндәшмәй, беҙ ҙә һорарға ҡыймайбыҙ. Бер нисә йылдан сер ҡапсығы асылды барыбер. Ҡәйнәһенең сәскә яратҡанын белгән кейәүе Раушан ташыған икән ул ғәжәйеп гөлләмәләрҙе!
“Әсәйемдең бер ҡасан да йөҙөбөҙҙө йыртып кеше алдында әрләгәне булманы. Аулаҡта күҙгә-күҙ ҡарашып тейешен генә әй­теп ҡуя. Биш йәшкә тиклем беҙгә күп эш ҡушып бармаһа ла, таҙалыҡҡа, бөх­тә­леккә өйрәтә белде. Айгөл һеңлем II класта уҡығанда аш бешереп ҡуя тор­ғайны тип һөйләһәк, бер кем ышанмай хә­ҙер. Әсәйебеҙ һәр ваҡыт беҙҙең менән бер тулҡында: беҙ ниндәй китап уҡыйбыҙ, ул да шуны уҡып сыға. Айгөл менән ике­һенең һәр персонаждың ҡылығына баһа биреп, китап хаҡында фекер алыш­ҡан­дарын ишетһәгеҙ икән! Әйткәндәй, тормошта әсәй бер ҡасан да кеше тик­шермәй, һөйләшкәндә әңгәмәсеһен бүл­дермәй. Иң тәүҙә тыңлап бөтә, шунан һуң ғына үҙ фекерен белдереп ҡуя”, – ти Гүзәлиә.
Гүзәлиә менән Раушандың улдары Данияр менән Әмирханды һөйөп туя алмай Гөлзәминә ханым. Ҡасандыр үҙе мөдир булып эшләгән 308-се башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән Даниярҙың башҡортса сатнатып шиғыр, әкиәттәр һөйләүендә, төл­кө бүректәр кейеп өҙә баҫып бейе­үендә, матур итеп йырлауында ла өләсәй тәрбиәһе ярылып ята. Ейәне менән уйнағанын күҙәтеү – үҙе бер фәһемле күренеш.
Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙының мине һоҡландырған тағы бер һыҙаты бар. Ил-йортобоҙға тыныслыҡ, халҡыбыҙға именлек теләгән доғалы ағинәй ҙә ул. Ейәнсәре Гөлнәзирәне йөрәге туҡтаған еренән ҡабаттан терелтеп алған, кешеләрҙе таң һыуы менән дауалаған, имсе Мәрфуға өләсәһенең ғәжәйеп һәләттәре лә төҫмөрләнә унда.
Ә иң мөһиме – күңеле тулы һөйөү. Тыуған иленә, халҡына, туған теленә, ғаиләһенә, бергә эшләгән коллегаларына. Шул тиклем туған йәнле кешене күргәнем юҡ минең. Ҡасандыр үҙен интернат-мәк­тәпкә алып китеп урынлаштырған I курс студенты, бер туған ағаһы Закуан Әхмәтов – бөгөн Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Аҡыллы кәңәштәре менән һеңлеһенә һәр саҡ оло терәк булған ул. Бәләкәй саҡта сәстәрен тарап үргән, һеңлеләренә һәр саҡ тәмле аштар бешереп ашатҡан уңған, бөтмөр, ихлас Гөлнәзирә апаһы ла бик ҡәҙерле уға. Эшләп йөрөгән килеш 18 баш һыйыр, 12 баш башмаҡ аҫрап, ауылда гөрләтеп донъя көткән Зәбир ағаһына ла һоҡланып бөтә алмай. Ә һеңлеһе Таһинурҙың БДУ-ла уҡып йөрөгән сағында дәрестәр бөтөү менән йүгереп килеп Гүзәлиәне ҡарашыуын, шул рәүешле апаһына уҡыуын өҙмәй генә юғары уҡыу йортон тамамлап ҡуйырға форсат биреүен онотоп буламы ни?! Ауылда атай нигеҙен һыуытмай, матур итеп донъя көткән, барлыҡ туғандарын да киң күңел менән ҡаршы алған кескәйҙәре Миңзиләне лә нисек яратмаһын ти инде?!
Иншаллаһ, Күсембәт әүлиә мәҡәме эргәһенән үтеп барышлай таңда ихласлап теләгән теләктәре ҡабул ҡылынды Зөһрә апайҙың (урыны ожмахта булһын!). Ул һәм ҡыҙҙары – ҡартайған көндәрендә ата-әсәһенә терәк. Алты балаһының барыһы ла тормошта үҙ урынын тапты, бәхетле, етеш донъя ҡорҙо. Шул иҫәптән үҙенә оҡшап торған “ҫарыҡай ғына” Гөлзәминәһе лә даланлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519