Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурысың күбәйһә, хоҡуғың аҙая...
Бурысың күбәйһә,  хоҡуғың аҙая... Ҡайһы берәүҙәр бурысы түләнмәүгә ыжлап та бирмәй. Бер нисә мең һум өсөн төрмәгә ултыртмайҙар, йәнәһе. Шуға күрә ундайҙарҙы хоҡуҡи яҡтан төрлөсә сикләргә тырышалар. Күптән түгел Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы тағы бер сара уйлап тапты.

Быйыл йыл башынан алып республикабыҙҙа 60 меңдән ашыу кеше үҙ мөлкәтен теркәүгә бәйле эштәрҙе башҡарыу хоҡуғынан мәхрүм ителде. Суд приставтары идаралығында әйтеүҙәренсә, “Росреестр” берәмектәренә был турала иҫкәртеү ебәрелгән дә инде. Сәбәбе – граждандарҙың үҙ бурысын билдәләнгән ваҡыт эсендә түләмәүе. Улар төрлөсә булырға мөмкин: кемдер юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн бурыслы, кемдәрҙер коммуналь хеҙ­мәт­тәр өсөн иҫәпләшергә ашыҡмай, кемдер мөлкәт йәки ер һалымын түләүҙе һуҙа. Был осраҡта бурыс күләменең ҙурмы, бәләкәйме икәнлеге мөһим түгел, кисектерелгән булыуы ғына приставтар иғтиба­рынан ситтә ҡалмаясаҡ һәм улар сараһын күрергә әҙер.
Мөлкәткә арест һалыу ысулы – ошо сараларҙың береһе. Тимәк, һеҙ фатир йәки машинағыҙҙы, башҡа төрлө милекте һата ла, һатып ала ла алмаясаҡһығыҙ. Етмәһә, мөлкәтте бүләк итеү, вариҫҡа алыу, хатта газ үткәреү буйынса рәсми документтар юллау ҙа тыйыла. Бурысты һәм шул арала йыйылған пеня күләмен тиҙерәк түләп ҡуйыу ғына берҙән-бер юл булып тора. Приставтар хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мөлкәтте ҡулға алыу осраҡтары арта: 2015 йылда хоҡуҡты сикләүсе әлеге ҡарарҙар 27 мең тапҡыр ҡабул ителһә, быйылғы тәүге һигеҙ айҙа бындай акттарҙың һаны 144 меңдән ашып киткән. Иҡтисади көрсөк заманында ҡаҙнаны тултырыу еңел түгел, һәм бының өсөн дәүләттең өҫтәмә саралар күрергә мәжбүр булыуын да онотмайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840