Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәт һиңә, ер кешеһе!
Рәхмәт һиңә, ер кешеһе! Ер кешеһе, ауыл эшсәне… Йылдың һәр миҙгелендә лә ал-ял белмәй ул. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре, заман ҡаршылыҡтары менән көрәшә-көрәшә иген үҫтерә, мал үрсетә, аҙыҡ әҙерләй. Тыуған ергә ҡарата мөхәббәт, крәҫтиән хеҙмәтенә һөйөү тойғоһо юлындағы барлыҡ кәртәләрҙе йырып сығырға көс-ҡеүәт бирә төҫлө. Ә көҙөн иһә йыл әйләнәһенә дауам иткән көсөргәнешле алышҡа һөҙөмтә яһар минуттар етә. Тап ошо уңайҙан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек МӨХӘМӘТДИНОВҠА мөрәжәғәт иттек.
– Ирек Радил улы, ауыл хужа­лығында уңышты йыйыу миҙгеле тамамланды. Бөгөн тәүге һөҙөмтәләр хаҡында һөйләшергә мөмкин. Быйыл­ғы уңышты нисек баһалайһығыҙ? Өмөт аҡландымы?
– Йыл әлегә тамамланмаған, әлбиттә, шулай ҙа тәүге һөҙөмтәләр насар түгел. Туғыҙ айҙа тулайым продукция күләме 128 миллиард һум тәшкил итте. Шуның 61 миллиард һумы – үҫемлекселек, ә 67,8 миллиарды малсылыҡ тармағына тура килә. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында ыңғай үҫеш күҙәтелеүе ҡыуандыра.
Быйыл төбәктә урып-йыйыу яҡшы барҙы, һауа торошо һәйбәт булғас, игенде киптереү зарурлығы тыуманы. Республикала бөтәһе 3 миллион 421,1 мең тонна (былтыр 3 миллион 198,2 мең тонна) иген йыйып алынды, айырыуса Хәйбулла, Баймаҡ райондарында уңыштың юғары булыуы ҙур йоғонто яһаны. Шәкәр сөгөлдөрө лә уңды – быйыл 1 миллион 300 мең тонна татлы аҙыҡ йыйып алырға тип торабыҙ. Уңыш ҡеүәте уртаса 258 центнер.
Мәғлүм булыуынса, республикала 2020 йылға тиклемге агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик планына ярашлы ауыл хужалығының һөҙөмтә­лелеген арттырыуға, ситтән килтерелгән аҙыҡтар­ҙы үҙебеҙҙекенә алмаштырыуға, йәшелсә, емеш-еләкте, ҡош-ҡорт һәм сусҡа итен, йомортҡаны етештереүгә етди иғтибар бирелә. Краснодар крайы, Татарстан, Ростов, Белгород өлкәләре кеүек алдынғы төбәктәргә тиңләшергә тырышабыҙ. Әммә был йәһәттән финанс бүленеү ҙә мөһим. Шуға ла был йүнәлештә альтернатив алымдарҙы өйрәнәбеҙ, тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
2016 йылдың тәүге ярты йылында, был­тырғы ошо осор менән сағыш­тырғанда, инвестиция күләме 43,9 процентҡа артты – 3,4 миллиард һум аҡса йәлеп ителде, 278-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылды. Шул иҫәптән Благоварҙа – 1600 баш инә сусҡаға иҫәпләнгән заманса селекция-генетик үҙәге, Кумертауҙың Маячный ауылында май һығыу заводы һәм элеватор сафҡа инде. Киләсәктә Ейәнсурала “Маяҡ” һарыҡ үрсетеү берләшмәһен төҙөү ҡарала.
Әлбиттә, бөгөнгө көндә заманса ҡарашлы белгестәрһеҙ үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла юғары маҡсаттарға өлгәшеү мөмкин түгел. Был йәһәттән йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса ҡабул ителгән республика програм­маһына өмөттәр ҙур. Уның сиктәрендә яҙмышын ауыл менән бәйләгәндәргә бер тапҡыр аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Киләсәктә сумманы 250 мең һумға еткереү тәҡдиме ҡарала.
– Һуңғы йылдарҙа Көньяҡ Урал райондарын тәбиғәт шарттары иркә­лә­мәне. Был төбәктәрҙә ауыл хужа­лығын үҫтереү йәһәтенән яңы һәм һөҙөмтәле технологиялар ниндәй кимәлдә ҡулланыла?
– Крәҫтиән хеҙмәтенең һөҙөмтәһе уның тырышлығына ғына түгел, ә сит фактор­ҙарға – тәбиғәт шарттарына ла бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡоролоҡло йылдар­ҙан һуң быйылғы йәй Урал аръяғы райондары өсөн һәйбәт килде. Хәйбулла, Баймаҡ райондары иген уңышы менән ҡыуандырҙы. Был халыҡтың ер эшенән төңөлмәүен йәнә бер ҡат раҫланы. Тимәк, һауа шарттары һәйбәт килгәндә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Йәнә был төбәктәрҙәге иген ҡаты сортлы булыуы менән ҡиммәт. Бөгөн беҙҙә макарон фабрикаһы юҡ. Ә Хәйбулла игененән бына тигән туҡмас аҙыҡтары етештерергә мөмкин. Шуға ла киләсәктә ошо тараф­тарҙа макарон предприятиеһы төҙөү бик ҡулайлы булыр ине.
Тағы Көньяҡ Урал тәбиғәте шарттарында Ноутил технологияһы, йәғни ерҙе һөрмәйенсә сәсеү, үҙен аҡлай. Ерҙең структураһы боҙолмай, тупраҡ кипмәй, дым һаҡлана. Яғыулыҡ-майлау материалдарына сығымдарҙы кәметеүе менән дә отошло. Был технологияны беҙҙең республикала уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында уҡ ҡуллана башлағайнылар. Бөгөн Әбйәлил районының “Красная Башкирия”, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары хужалыҡтары культураларҙы ошо алым менән үҫтерә һәм һәйбәт уңыш ала. Мәҫәлән, бөртөклөләр гектарынан 30 – 40 цетнер уңыш бирһә, шәкәр сөгөлдөрө 400 – 600 центнер тәшкил итте. Ғөмүмән, хужалыҡтарҙың йылдан-йыл яңы технологияларҙы киңерәк ҡуллана барыуы ҡыуандыра. Белгестәр киләсәктә Ноутил технологияһының мөмкинлектәрен тағы ла киңерәк ҡулланмаҡсы.
– 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә иген етештереүҙе 130 миллион тоннаға ет­ке­реү бурысы ҡуйылды, был илдә һәр кешегә яҡынса берәр тонна аш­лыҡ тура килә тигән һүҙ. Аңлашылы­уынса, быға беҙҙең республика ла үҙ өлөшөн индерәсәк. Бының өсөн нин­дәй алымдар кәрәк тип уйлайһығыҙ?
– Үҫемлекселектә етештереү күләмен бары селекция һәм орлоҡсолоҡ эшенә етди иғтибар биреп, селекция-орлоҡсолоҡ берләшмәләре төҙөү иҫәбенә генә арттырырға мөмкин. Әле был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыла. Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге йәмғиә­т­ендә орлоҡ заводы сафҡа индерелде. Саҡ­мағош районының “Базы” ауыл хужалығы кооперативында орлоҡ заводы төҙөлә, Дыуан районының “Ярославский” хужа­лығы заман шарттарына яраҡлаш­тырыла.
– Иҡтисадтың һәр тармағы бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Мәҫәлән, малсылыҡты ишәйтәйек тиһәк, уны туҡландырыр, аҫрар өсөн сифатлы ашлыҡтың етерлек булыуы мөһим. Был йәһәттән хәлдәр нисек?
– Һауа шарттарының бигүк иркәлә­мәүенә ҡарамаҫтан, быйыл 803 мең тонна бесән (104 процент), 1 794,5 мең тонна сенаж (92 процент), 995,1 мең тонна силос әҙерләй ал­дыҡ. Бынан тыш, 702,5 мең тонна иген фу­ражы һалынды. Йәнә шаҡтай хужа­лыҡтар­ҙың былтырҙан ҡалған аҙығы ла бар. Дөйөм алғанда, малдарҙы имен ҡышлатыу өсөн аҙыҡ базаһы етерлек тупланды.
– Күренеүенсә, республикала иген, һөт етештереү, йәшелсә, бәрәңге үҫтереү йәһәтенән һөҙөмтәләр ҡыуа­нырлыҡ. Ҡош ите әҙерләү йәһәтенән дә илдә алдынғы урынды биләйбеҙ. Балыҡсылыҡ, һарыҡсылыҡ, йылҡы­сылыҡ тармағы ла үҫешә. Ә бына шул үҫтерелгәнде үҙебеҙҙә эшкәртеү йәһә­тенән хәлдәр нисек тора?
– Он, икмәк, ярма, кондитер аҙыҡтары менән үҙебеҙҙе 120 процентҡа тәьмин итәбеҙ. Икмәк бешереү комбинаттарының ҡеүәте уртаса – 37 процент. Был бәләкәй икмәкханаларҙың артыуы менән бәйле.
Дөйөм алғанда, республикала туҡланыу өсөн талап ителгән аҙыҡтарҙың барыһын да тиерлек 800-ҙән ашыу предприятие етештерә. Быйыл туғыҙ айҙа аҙыҡ-түлек эшкәртеү тармағында 60 миллиард һумлыҡ тауар һатыуға сығарылды, 80-дән ашыу предприятие һөт продукцияһы тәҡдим итте. Мәҫәлән, һәр кеше башына 421 килограмм һөт һәм һөт аҙыҡтары тура килә.
Әлбиттә, малсылыҡ тармағында хәл итәһе мәсьәләләр бар. Шәхси хужалыҡ­тарҙағы һөттөң сифатын күтәреү мөһим. Бының өсөн тоҡомһоҙ һыйырҙарҙы алмаштырыу зарур. Фермер хужалыҡ­тарының кооперацияһы – ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе­ләрҙең һөҙөмтә­лелегенә илткән иң ышаныслы юл. Ошо юҫыҡта ла эшләйһе бар.
– Һүҙ юҡ, ер кешеһе тырыша, эш­ләй. Ә бына үҫтерелгәнде һатыу, уны халыҡҡа еткереү йәһәтенән нимәләр башҡарыла?
– Был йәһәттән бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа йәрминкәләр үткәреү матур йолаға әүерелде. Етештереүселәргә аҡса эшләүгә, ә халыҡҡа сифатлы аҙыҡ туплау өсөн бик кәрәкле сара. Йәнә ул баҙарҙа хаҡты көйләү йәһәтенән дә уңайлы. Йыл һайын “Һөт иле”, “Ит фестивале” кеүек махсуслашҡан фестивалдәр үткәреү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бынан тыш, бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә ярҙам йөҙөнән йәрминкәләрҙә бушлай сауҙа нөктәләре бирелә.
– Ауыл халҡы беҙҙе туйҙыра, илде түлле итә. Ә бына ер кешеләренең үҙ­ҙә­ренең көнитмешен яҡшыр­тыу йәһәтенән нимәләр башҡарыла?
– Эйе, ауыл әүәл-әүәлдән туйындырыусы сығанаҡ булған. Әммә бөгөн улар урбанизацияға бирелә. Хатта йәшәү өсөн барлыҡ шарттар булған төбәктәрҙән дә йәштәрҙең күпләп китеүен күрәбеҙ. Шулай ҙа ауылдарҙы социаль үҫтереү йәһәтенән 2016 йылда һәр кимәлдәге ҡаҙнанан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Быйыл торлаҡ программаһы буйынса – 430, шул иҫәптән 335 йәш ғаилә һәм бел­гес торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алды. Йәнә Мәләүез районының Тамъян ауылында 241 йорттан торған микрорайон проекты тормошҡа ашырылды, 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Туймазы районының Дуҫлыҡ, Илеш районының Түбәнге Сереккүл ауылдарында ла шундай уҡ проекттар йүнә­лешендә эш алып барыла. Эйе, был исемлекте дауам итергә булыр ине.
– Байрам айҡанлы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә ниндәй теләк­­тә­регеҙ булыр?
– Ерҙә тир түккән, крәҫтиән бурысына тоғро ҡалған барлыҡ уңғандарға ҙур рәхмәт белдерәм.

И. ХАҠОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 612

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505