Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхете – тыуған ерҙә
Бәхете –  тыуған ерҙә Бәхетен тыуған ерендә тапҡан, тип әйтергә була Саҡмағош районының “Заря” хужалығы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Зәбир Ғилемханов хаҡында.
Ошо уҡ райондың Яңы Мортаза ауылында тыуып үҫкән егет Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлағас та хеҙмәт юлын башлай. Урындағы училищела мастер, ярҙамсы хужалыҡта мөдир, ауыл Советы рәйесе лә булып хеҙмәт тәжрибәһе туплай, нығына. Шул арала аграр университетта юғары белем алырға ла өлгөрә. Уның тәүәккәллеген, юғары ойоштороу һәләтен күреп, 1998 йылда район етәкселеге район үҙәгендә урынлашҡан “Родина” колхозына рәйес итеп тәғәйенләй.
Үҙ төйәгендә яҡташтарының тормошон яҡшыртыу, эшләгән, йәшәгән урынын тағы ла күркәмерәк итеү маҡсаты менән яна Зәбир Фәнил улы. Бөгөн бында эш һәм аш тапҡан хеҙмәткәрҙәр етәкселә­ренән уңды, тормоштары алға бара, ауылға ҡот ҡуна. “Республика агросәнәғәт комплексының алдынғы хужалыҡ етәкселәре менән бер нисә тапҡыр Төркиә, Германия илдәренә рәсми делегация менән берлектә барып, тәжрибә уртаҡлашыу офоҡтарҙы тағы ла киңәйтте, яңылыҡтан ҡурҡ­маҫҡа, эште заманса ойоштороуға этәрҙе”, — ти етәксе. Кеше факторын оҫта файҙаланыу ҙа үҙ емештәрен бирә. Баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ тармаҡтарында юғары уңыштарға өлгәшеү өсөн бында йылдан-йыл маҡсатлы етди эш алып барыла. Саҡмағош районының бәҫен арттырыусы хужалыҡ 2006 йылдан “Заря” исеменә үҙгәртелә.
Быйылғы уңыштарҙы барлап үтәйек. 4115 гектарҙа сәселгән төрлө культуралар — арпа, бойҙай, ҡарабойҙай, борсаҡ, сөгөлдөр, кукуруз, көнбағыш йылдағыса мул төшөм биргән. Әйтергә кәрәк, 400 гектарҙа сәселгән ҡарабойҙайҙың гектар ҡеүәте — 16 центнер. Үҙҙәре етештергән иген культуралары менән бөтә район бюджет ойошмаларын, сауҙа нөктәләрен тәьмин итәләр. “Иң ҙур табыш килтергән культураны 18 йыл рәттән сәсәбеҙ, — ти етәксе, ғорурланып. — Йөҙ гектарҙа сәселгән сөгөлдөр гектарынан 300 центнер уңыш биреп ҡыуандырҙы. Уны Раевка шәкәр заводына оҙаттылар. Хужалыҡтың ике сауҙа нөктәһендә халыҡҡа он, һөт, ит, ҡарабойҙай ярмаһы, шәкәр һатыуға сығарыла. Баҫыусылыҡ эштәрен дә үҙ көсөбөҙ менән йырып сығырға тырышабыҙ. Етерлек техника тупланған, улар яңыртылып тора. Һигеҙ “КамАЗ” автомобилебеҙ бар, өсәүһе тағылма менән”.
Утыҙ йылдан ашыу тыуған төйәгендә хеҙмәт иткән өс тракторсы “Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Зиннур Халиҡов, Әнүр Фәттәхов, Рафаэль Шәймөхәмәтов “Салауат Юлаев” ордены менән бүләкләнгән.
Бөгөн өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмай тәжрибәле етәксе, яңы маҡсаттар ҡуйып, пландар ҡора, мөһим эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Тыуған төбәген нығытыу өсөн бөтөн көсөн һалған Зәбир Ғилемханов шәхси тормошонда ла бәхетле. Хәләл ефете, ҡыҙы, ейәне өсөн өҙөлөп торған яҡшы ғаилә башлығы, олатай ҙа ул. Тыуған төйәгенең ҡотон, муллығын, бәрәкәтен арттырған, зирәк аҡыллы, киң мәғлүмәтле остаз, кешелекле етәксе Зәбир Ғилемхановҡа хеҙмәт уңыштары, яңы бейеклектәр теләйек.
Малсылыҡ та табышлы тармаҡ бында. Бөтәһе 1560 һыйыр малы булһа, шуның 363-өнән көн дә 3,5 тонна юғары сифатлы һөт һауыла һәм Саҡмағош һөт комбинатына оҙатыла. Иң оҫта һауынсылар Тәслимә Ғарифуллина, Гөлшат Сухова, Зөлфирә Ғайсина, Нурсилә Ғатауллина­лар туғыҙ айҙа алты мең литрҙан ашыу һөт һауған да инде. Яҡын киләсәктә ете мең литр тәшкил итер тип күҙаллана.
Шул осорҙан илебеҙҙә ауыл хужалы­ғында күпме үҙгәртеп ҡороуҙар булды, күпме кәртәләр аша үтергә тура килде етәксегә. “Заря” – районда ғына түгел, республика кимәлендә өлгө, тәжрибә майҙаны булырлыҡ хужалыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 172

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840