Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылдаштары менән яҙмышын уртаҡлашты
Ауылдаштары менән яҙмышын уртаҡлашты Кино күрһәтеүсенең ярҙамсыһы булараҡ, 13 йәштән Ҡалҡан, Өргөн ауылы клубтарында эшләп, шаҡтай ҙур тәжрибә
туплап өлгөргән Фәнит Шаһиев 7-се кластан һуң һайлаған һөнәре буйынса уҡырға барырға уйлай. Ләкин шул йылдарҙа 8-се класты мәжбүри уҡытыу индерелә, һәм уға мәктәпкә йөрөүен дауам итеүҙән башҡа сара ҡалмай.


Шул ваҡытта мәктәп директоры Әхнәф Хөснөтди­новтың булышлы­ғында спорт залында балалар кинотеатры асыла. Етәксеһе итеп Фәнит Шаһиев һай­лана. Кассир вазифаһын да ул саҡта уҡыусылар үҙҙәре үтәй. Балалар был ят һәм ҡыҙыҡлы шөғөлдө шул тиклем яратып баш­ҡара. Хатта уларҙың кинотеатры шул йүнәлештә ойошторолған конкурста еңеү яулай. Һуңынан егет, күңеленә ятҡан һөнәре буйынса Бәләбәй ҡалаһында уҡып, ҡулына тик “бишле” билдәләре ҡуйылған диплом ала.
1967 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғөбәй Фәт­ҡуллин, “Совет” кол­хозының партком секретары Ниғә­мәт Ғиззәтуллин ярҙамында төҙөлгән яңы клуб Һәйтәк ауылында үҙ ишеген аса. Мөдире итеп Фәнит Арыҫ­лан улын тәғәйенләйҙәр. Шул рәүешле йәш егет бер юлы киномеханик һәм мәҙәниәт йорто етәксеһе вазифаһын башҡара. Әрме сафында хеҙмәт иткәндә лә ул яратҡан һөнәренән айырылмай. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән һалдат партия сафына ҡабул ителә. Ил алдын­дағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ҡабаттан элекке һөнәренә тотона.
Һәр эш, ниндәй булыуына ҡара­маҫтан, баш­ҡарыусыһынан ихласлыҡ, ижади ҡараш, эҙләнеү талап итә. Ша­һиев иһә маг­нитофондың бик һирәк­тәрҙә генә булған заманына ҡарамаҫ­тан, Нурислам ағай Йәнги­зовтың шул йәшниген һорап ала һәм кино барышында таҫмаһына көйҙәр яҙҙыра. Урындағы радио аша көндөҙ ҙә, кисен дә көй яңғырай башлай. Ауылға ситтән килгәндәр өсөн был күренеш бигерәк ҡыҙыҡ тойола. Радио иһә халыҡ менән туранан-тура бәйлә­неш тотоуға бу­лыш­лыҡ итә. Был йәһәттән ғәҙәттән тыш хәлдәр мәлендә кешеләрҙе иҫкәр­теүҙә уның әһәмиәте ҙур була. Ауыл­даштарының юбилей, тыуған көндәрен дә радиоһы аша бәйән итә ул.
Киноға алдан килеүсе­ләргә лә айырым иғтибар бүлә. Уларға шахмат, шаш­ка уйнау мөмкинлеге булдырыла. Билет алырға аҡсаһы етмәгәндәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Ишек арты­нан үтеп-һүтеп йөрөгәндәрҙе клубҡа әй­ҙәй. Йыш ҡына хатта бушлай күрһәтә киноһын.
Ауылдағы берҙән-бер мәҙәни үҙәк күңел асыу сараларынан башҡа агро­техник уҡыуҙар урыны булып та хеҙ­мәт итә. Был йәһәттән ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле өйрәнеү кинофильмдары күрһәтелә. Әүҙем киномеханик йәйге осорҙарҙа күсмә кино күрһәтеү эшмәкәрлеген дә ойоштора.
Тырыш хеҙмәте өсөн Фәнит Шәһиев Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518